Таш һын // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8



Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Таш һын.
Жанр: сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Коммуна Сулпан.
Год записи: 1963 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 3–10.
Записано студентами Т. Гирфановым, И. Янбаевым, А. Мифтаховым от жителя деревни Коммуна Сулпан Курамшина Кабира (48 лет).

Таш һын

Салауат районы Коммуна Сулпан ауылы Ҡурамшин Кәбирҙән (48 йәштә) Ғирфанов Түләк, Янбаев Ислам, Мифтахов Әхәт тарафынан яҙып алынды, 1963 йыл.

Бер ҡарт улын уҡыта ла уҡыта, ти. Донъялағы ниндәй мәктәптәр бар, шуларҙың барыһын да бөтөртә. Улы уҡыуын бөтөрөп, ғилем кешеһе булып ҡайтҡас, атаһы әйтә:

 — Йә, улым, ниндәй һөнәр күңелеңә оҡшай, шул эшкә кер ҙә мине ҡара инде, — тигән. Улы:

 — Юҡ, атай, мин тағы уҡыйым әле, — ти.

Ҡалаға сығып ҡарап йөрөгәнендә бер иғланды күрә, Ҡош теленә уҡыу" мәктәбе асылған икән. Ә беҙҙең егет атаһына:

 — Атай, мин ҡош теленә уҡырға китергә булдым, — ти.

 — Ярар, балам, уҡып ҡайт, — тип атаһы улына ризалығын бирә.

Улы «Ҡош теленә уҡыу» мәктәбен дә бөтөрөп ҡайта. Хәҙер инде егет ниндәй генә һөнәр бар, барыһына ла эйә була, хатта ҡош телен дә өйрәнә.

Берҙән-бер көндө атаһы улын ҙур һыуҙа йөрөргә алып сыға, (Пароходта). Улы уйын ҡоралдарында ла бик шәп уйнай белә икән. Үҙе менән мандолина алып сығып уйнап ултырғанда, ике ҡош һайрап һөйләшеп уҙыуын ишетеп ҡалалар. Атаһы:

 — Йә, улым, ҡоштар ни тип һайрайҙар? — тип һорай.

 — Юҡ, атай, уны һиңә әйтергә ярамай, — ти икән.

 — Эй, балам, балам, шул тиклем яфалар сигеп уҡытып та атайыңдан һөнәреңде йәшерәһең, йәлләйһең, — тип ҡарт үпкәләгән дә ҡуйған, ти.

 — Ярай, атай, улай булғас, әйтәйем инде, — тип, ҡоштар нәмә әйткән булһа, шуны әйтә лә бирә икән, ти. Ҡоштар: «Атаһы улын уҡытты, уҡытты ла һуңынан улы атаһының башын киҫәсәк» — тип һөйләшкәндәр икән.

 — Ә-ә-ә, улым әле шулаймы ни? — ти ҙә улын һыуға бәрә йыға, ти. Егетте мандолинаһы менән кит балығы йота ла ҡуя, ти. Егет кит балығы әсендә сығырға урын таба алмай бер баш яғына, бер ҡойроҡ яғына барһа ла урын тапмағас, бысағы менән балыҡтың йөрәген Һәм башҡа органдарын киҫеп алып, мандолинаһын яғып бешереп ашай, икән, ти. Кит хәлдән тайып бер утрауға һуҙыла төшөп барып ята. Киттең бер башы һыуҙың бер яғында, икенсе башы утрауҙың икенсе яғында, һыуҙа икән. Егет киттең баш яғын тишеп ҡараһа, һыу керә, ти. Тиҙ генә күлдәген һалып тишеккә тыға ла, ҡойроҡ яғын тишеп ҡараған икән, унан да һыу керә икән, ти. Егет был тишекте лә бөтәштереп, урта өлөшөнән тишеп ҡарай: ҡояш нурҙары күренә икән, ти. Егет тиҙ генә киттең эсенән сыға, сыҡһа, ни күҙе менән күрһен, ҙур бер утрауҙа тора икән. Егет ошо утрауҙа көн итә башлай. Төрлө тапҡан нәмәләр менән тамаҡ туйҙырып йәшәй бирә икән, ти. Егеттең өҫ-башы шыр яланғасланып, йөндәр үҫеп, торғаны ҡырағай кеше, дикарға әйләнә икән, ти.

Шулай йәшәп ятҡанда бер пароходтың (военный) утрауға табан килгәнен күрә. Баҡһаң, бер батшаның улы икенсе бер батшалыҡҡа туйға (ҡыҙын алырға) китеп бара икән. Пароходтағылар егетте-дикарҙы тотоп алалар ҙа үҙҙәре менән алып китеп тә баралар, ти. Егет-дикарь тегеләр менән Һөйләшә белмәгән булып ҡылана икән, ти. Шул ваҡыт пароход өҫтөнән ике ҡош һайрашып уҙғанды егет-дикарь ишетеп ҡалып, батша малайының эше хөрт икәнен аңлап ала. Ҡоштар: «Батша малайына ҡыҙҙы алыу еңел булмаясаҡ, төрлө ауыр заданиеләр (наказ) бирәсәк, донъяла булмаған ике метр кейеҙ табырға, ә был кейеҙ 200 метрлы ер аҫтында ил ҡарты менән ил ҡорткаһы ҡулында», — тип һөйләшкәндәр, ти. «Был беҙҙең һөйләшкәнде тыңлап, батша малайына әйтеүсе булһа, аяҡ тәңгәленән таш булып ҡата икән» — ти өҫтәүенә.

Егет бер нәмә лә батша егеткә әйтмәй, тик һөйләшергә өйрәтеүен һорай, (юрый ғына, Һөйләшә белә ул).

Батша малайы егетте һөйләшергә өйрәтә. Күп тә үтмәҫтән тағы ике ҡоштоң һөйләшен уҙғанын егет аңлап ҡала.

Ҡоштар: "Беренсе бурыс үтәлеү менән икенсе бурыс ҡушыр: баҡсаларҙа, йорттарҙа һандуғастар һайрап торһон, тейер, ти ҡарт батша. Был һүҙҙәрҙе тыңлап, батша малайына әйткән кеше тубығынан таш булып ҡатып ҡалыр, ти. Егет быны ла әйтмәй, бары тик батша малайынан һандуғас булып ҡына һайрарға өйрәнгән икән, ти. Батша малайы өйрәткән булған, ти. Бара торғас, тағы ике ҡоштоң һайрап уҙыуын ишетеп ҡала. Был юлы улар: «Табынға ултырғас та батша, мин һөйләйем әле, тип өҫтәлгә һуғыу менән егет һәм бөтә ғәскәрҙәре таш булып ҡатасаҡ», — тип һөйләшкәндәр, ти. «Әгәр беҙҙең һөйләшкәнде тыңлап, батша малайына әйткән кеше булһа, бил тиңе таш булып ҡатасаҡ», ти.

Егет тағы батша малайынан доклад һөйләргә өйрәнгән, ти. Шулай бара торғас, ҡыҙҙың иленә килеп төшкәндәр. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һуң егет ни өсөн килеүен әйтә. Батша һис тә аптырамай:

"Улай икән! Әгәр донъяла булмаған ике метр кейеҙ табып килтерһәң, ҡыҙ һинеке! — тигән.

Егет-дикарь тиҙ генә сығып китә һалып, ҡара урман эсендәге ил ҡарты менән ил ҡортҡаһын эҙләй китә. Юлда осраған күп ҡаршылыҡтарҙы еңеп ил ҡарты менән ил ҡарсығының өйөн эҙләп китә. Егет ҡарттарға донъяла булмаған кейеҙҙе бында барын ишетеп килеүен әйткәс, аптырап ҡалалар. Сөнки бындағы кейеҙҙе тик ҡоштар ғына беләләр, ә егеттең ҡош телен аңлауына хайран ҡалып, ике метрлы кейеҙҙәрен биреп ебәрәләр, ти.

Егет-дикарь тиҙ генә кейеҙҙе ала һалып батшаға илтеп тә бирә, ти. Батша кейеҙҙе күргәс, аптырап ҡала, ти.

 — Ярар! — ти ҙә, ҡыҙын бирмәҫ өсөн икенсе ауырыраҡ наказын әйтә, ти: — Минең өйҙә лә, баҡсала ла һандуғастар һайраһын, — ти икән. Шунда уҡ егет-дикарь һайрап та ебәрә, ти. Уның тауышы шундай көслө, ти, өйҙә лә, баҡсала ла һандуғастар һайраған кеүек булып торҙо, ти.

Батша һаман борсолдо, ти. Инде егеттәрҙе табынға ултыртып ташҡа әйләндерергә тип, барыһын бергә йыйып ултыртҡас:

 — Мин һөйләйем әле! — тип, өҫтәлгә һуғайым ғына тигәндә, егет-дикарҙең:

 — Мин һөйләйем! — тип өҫтәлгә һуғыуы була, батша бөтә ғәскәрҙәре менән өс көнгә таш булып ҡата ла ҡуя, ти.

Батша малайы ҡыҙҙы алып, тиҙ генә юлға сығалар, ти, Улар һыуҙың үренә таба бер көн барҙылар, ти, ике көн барҙылар, ти. Өсөнсө көндө ике ҡош һайрашып уҙғанда егет-дикарь ишетеп ҡала. Ҡоштар батшаның шәп пароходта бына-бына ҡыуа сығырға тороуын, быны батша малайына әйтеүсенең таш булып ҡатыуын (муйынынан) әйткәндәр, ти. Егет-дикарь батша малайынан ҡармаҡ һалырға өйрәнде лә ти, бер ҙур утрауҙа балыҡсы ҡарт ҡиәфәтендә балыҡ ҡармаҡлап ҡалды, ти. Ошо ерҙә һыу икегә айырылып китә икән. Батша малайы уңға китеп юғалыуы булды, батшаның пароходтары ла күренде, ти. Пароход егет яғына туҡтаны:

 — Бабай, бынан пароход үткәнен күрмәнеңме? — тип һораша башлағандар. Бабай:

 — Күрҙем, күрҙем, уландар, тик улар бынан өс көн элек һул яҡҡа киттеләр, — тейеүе була, батша ла шул яҡҡа китеп юғалды, ти.

Ә егет-дикарь батша малайын ҡыуып етеп, китеп барғанда тағы ике ҡош һайрашып уҙыуын ишетә, ти: «Пристандә батша малайын» үгәй әсәһе ен аттары менән көтөп тора икән, әгәр егет менән ҡыҙ шул атҡа менеп ултырыуы менән тау тишегенә алып кереп китеп үлтерә, — тип һөйләгәндәр, ти, ҡоштар. «Быны тыңлап батша малайына әйтеүсе булһа, ҡулбашы тиңтен ташҡа әйләнә, ти». Егет-дикарь күчерлеккә өйрәнә, ти, батша малайынан. Тағы ике ҡош һайрашып уҙҙылар, ти. "Үгәй әсәй егетте үлтерә алмаһа, табында алдарына ағыулы эсемлек ҡуйып, ағыулап үлтермәксе икән, ти. Егет-дикарь көрәгәселеккә өйрәнә, ти.

Пароход килеп етер алда тағы ике ҡош һайрашып-һөйләшеп уҙалар: «Үрәй әсәй егет менән ҡыҙ йоҡлайһы бүлмәгә туғыҙ башлы дейеүҙе баҙға ябып ҡуя икән дә, төндә сығып егетте үлтерә икән дейеү. Әгәр ҙә быны тыңлап, егеткә, батша малайына әйтеүсе булһа, бөтөнләйгә ташҡа ҡата ла ҡуя икән», — тиҙәр ҙә осоп та китәләр, ти, ҡоштар.

Пароход ярға килеп туҡтау менән ҡыҙҙы ең-ат егелгән тарантасҡа ултыртабыҙ тип торғанда, егет-дикарь дилбегәне ала һалып, һелкеп ебәреп, аттарға һуғыуы була, егет менән ҡыҙ ултыра алмай ҡала, аттар саптырып, йән-фарман сабып сығып та китәләр, ти. Улар туп-тура тау тишегенә инеп, күҙҙән юғалалар, ти.

Егет-дикарь икенсе атҡа менеп ултыра ла батша малайы менән ҡыҙҙы алып ҡайтып та китә. Өйҙә ҙур табын әҙерләнгән икән. Өҫтәлдә бер Һауыт эсемлек кенә тора, ти. Егет- дикарь көрәгәселек үҙләштергәнлектән тиҙ генә көрәгәсе урынын ала һала. Нәҡ шул ваҡытта егет-дикарь эсемлек тултырылған һауытты төшөрөп вата. Үрәй әсә быға тағы ғәжәпләнеп ҡарап ҡуя икән. Бик оҙаҡ ҡунаҡ булғандан һуң, егет менән ҡыҙҙы бер бүлмәгә йоҡларға индерәләр, ти. Егет-дикарҙе икенсе бүлмәгә һалғандар, ти. Егет-дикарь төнө буйы бик борсолған икән, ти. Бөтәһе лә йоҡлап бөткәс, ул шым ғына егет менән ҡыҙ бүлмәһенә инеп, дейеүҙе ҡарауыллап ултыра башлаған. Дейеү юҡ та юҡ икән. Нәҡ шул ваҡыт иҙән ярығынан дейеүҙең бер башы күренде, ти. Егет башын сабып өҙөп телен түш кеҫәһенә һалып ҡуя. Төн сыҡҡансы дейеүҙең туғыҙ башын да киҫеп, телдәрен кеҫәһенә һалып ҡуйған була. Бөтә иҙән, өҫ-башы ҡанға буялып бөткән була. Эштең ниҙә икәнен һиҙмәһендәр өсөн таҙартырға була. Иҙәнде һөртөп алғас, егет менән ҡыҙға ҡараһа, ҡыҙҙың битенә лә ҡан сәсрәгән икән. (Сикәһенә). Егет, нисек итеп ҡыҙҙы уятмайынса таҙартырға тип оҙаҡ уйлап торғандан һуң, теле менән ялап алырға була.

 — Әһә, минең ҡатыңды үбергә итә, — тип, иртәгеһен батша малайы егетте атырға бойора.

Егетте бейек тау башына атырға алып менәләр. Халыҡтар ҙа йыйылалар. Егет-дикарь, миңә барыбер үлергә икән тип, барыһын да һөйләргә була. Биш минутҡа һөйләргә рөхсәт итәләр. Батша малайына ниндәй яҡшылыҡтар эшләгән булһа, бөтәһен дә баштан алып һөйләй. Егет һөйләй бара, аяҡ, тубыҡ, бил, муйын, аҙаҡ килеп бөтөнләйгә ташҡа әйләнгән дә ҡуйған, ти. Батша малайы ҺӘМ уның бисәһе лә, бөтә йыйылған халыҡтар ҙа егетте йәлләп бик илағандар икән, ти.

Көндәр үтеү менән батша малайы егетте бик һағына башлай, уны нисек терелтергә икән тип юлын тапмай, ти. Шулай йәшәп ятҡанда быларҙың бик сибәр улдары тыуа.

Берҙән-бер көндө батша малайы төшөндә бер ҡарсыҡты күрә. Ул ҡарсыҡ батша малайына улын һуйып, ҡаны менән шул ташҡа ҡатҡан егетте йыуып, кәүҙәһен таш һындың төбөнә күмһә, еттең терелеүен һөйләп бирә. Был төшөн батша малайы ҡатынына ла һөйләп бирә. Ҡатыны быға риза була. Улар малайын һуйып, ҡаны менән йыуалар, ләкин һын терелмәй ҙә терелмәй, ти. Малайҙан да ҡалғас, бик ныҡ ҡайғырышалар. Икенсе көндө егет тағы төшөндә теге ҡарсыҡты күрә. Теге әбей: «Һеҙ мин ҡушҡанды эшләп бөтмәнегеҙ. Улығыҙҙы таш ҺЫНДЫҢ төбөнә күмергә кәрәк ине», — ти. Былар тиҙ генә улдарын ҡәберенән соҡоп алып, таш һын төбөнә илтеп күмәләр. Таш һын һаман терелмәй, ти. Инде булмаҫ, ҡайтайыҡ инде, тип, өйҙәренә ҡайтып инһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр, егет бер ни булмағандай, үлгән улын күтәргән килеш ҡаршы ала. Эй шатланалар ти, хатта шатлығынан батша малайы егеткә бөтә байлығын биреп, үҙе ошо егеттең ҡул аҫтында эшләргә риза була.

Егет-дикарь атаһын иҫкә төшөрә лә, ҡайтып күреп килергә була. Ҡайтһа, ни күҙе менән күрһен, бөтә мөлкәте ҡыйралып бөткән. Бер иҫке бәләкәй генә өйгә инһә, бер ҡарт мөйөштә үлергә әжәл көтөп ултыра икән. Сөйҙә эленеп торған скрипканы күреп, үҙ атаһы икәнен таный. Скрипканы алып уйнай башлай. Уйнаған һайын өй эсенә йән керә бара, ти, сиңерткәләр, тараҡандар, үрмәкестәр, көйәләр, корттар бейергә керешеп китәләр, ти. Хатта үлергә йыйынған бабай ҙа дәртләнеп китеп күҙҙәрен аса, ҡулбаштарын һикертә башлаған, ти. Егет шул саҡ уйнауҙан туҡтай, ҡарттан хәл- әхүәл, малдарын, бала-сағаларын һораша башланы. Ҡарт:

 — Бер кемем дә юҡ, балам, — ти икән. Егет:

 — Һинең улың бар ине, бына мин һинең улың булам, ҺИН мине һыуға төртөп төшөрҙөң, хәтерләйһеңме? — ти ҙә башын сабып өҙә.

Егет-дикарь батша малайы янына барып, батша булып йәшәй башлаған, ти. Ә батша малайы уның ҡул аҫтында йәшәп яталар икән, ти. Әле лә йәшәйҙәр икән, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Таш һын [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.1&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8