<Оҙон көйгә йырлана торған йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Оҙон көйгә йырлана торған йырҙар (Песни, исполняемые на протяжные мелодии).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, район и место записи не указаны.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский и Баймакский районы; л. 49-50.
Записано Имена фольклористов и информаторов не указаны.

<Оҙон көйгә йырлана торған йырҙар>

Түңәрәкәй күлдә бер суртан
Күлкәйҙәре ҡороп үлмәһен
Күп нужалар күрҙе ай был башым
Бер рәхәт күрмәй үлмәһен.

Еккән генә атым күңер-күк
Егеп кенә сыҡтым эңере үк
Яҡшы атлар егеп етеп булмай
Уҙып ҡына барған ғүмер күп.

Һандуғасҡай үҙең сит илдә
Ҡайтһаң һайрар инең ереңдә
Аҡ йомортҡа кеүек тәгәрләтеп
Ризыҡ мәфкә йөрөтә сит илдә.

Күк күгәрсендәрҙең күрке бар
Башларында атлас бүрке бар.
Ҡәһәрләрен алып ҡаҙирмәүләп
Рәхимнәрен һалһа ирке бар.

Шәм-Шәрифкәй тигән ай, шәһәрҙә
Кис аҡшамһыҙ ҡапҡа ябылмай,
Үткән генә ғүмер, ҡалған хәтер
Табып алам тиһәң табылмай.

Ағиҙелкәй ағын, һыуы тулҡын
Тулҡындары килеп ҡаҡмаһын
Башҡайҙарым ауырта яна йөрәгем
Әзәлләрдин аллам һаҡлаһын.

Ҡаҙ балаҡайҙары һары икән
Теҙелеп-теҙелеп һыуға бара икән
Йөрәк башҡайымды һары алды
Һарғайтыусы бала икән.

Ҡашҡынайың ҡара ҡәләмдән
Буй ғынайың зифа әҙәмдин
Һин тума анһыңдыр әҙәмдин
Килеп төштөңмө әллә һауадин.

Тура ғына атым ялларын
Аның ғына ялын кем тарай,
Үҙең бәхетләрең ай булмағас
Байға ғына эшләп кем ярай.

Күк күгәрсеннәргә емдәр һиптем
Геүлә-геүләй ашап бөтмәһен
Хаҡ тағалә беҙгә яҙған икән
Зар зарланып ғүмере үтһен тип.

Бейек кенә бейек ҡырынса
Ҡырынса ла тороп һүҙ ҡуша
Күҙ ҡарауҡайҙарың әй ғәҙәтсә
Һүҙ ҡушыуҡайҙарың ғәрәпсә.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Оҙон көйгә йырлана торған йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.102 (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8