Комсомоллар йыры // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Комсомоллар йыры (Песня комсомольцев).
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Зианчуринский район, д. Алибаево.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 51-52.
Записано от Назаровой Газизы, 60 лет. Имена фольклористов не указаны.

Комсомоллар йыры

Назарова Ғәзизә 60 йәш. Әлебай ауылы, Зианчура районы.

Беҙҙең колхоз баҫыуында
Тракторҙар гөрләһен
Ярлы батрак күп иланы
Инде кулак илаһын.

Беҙҙең мәсет манараһы
Төньяғына ҡараған.
Комсомоллар мәсет(те) алды
Вәт анаһы яраған.

Беҙ барабыҙ коммунаға
Ҡыҙыл кирбес ҡалаға
Беҙҙең аяҡ туҙаннары
Күтәрелһен һауаға.

Комсомоллар эшкә бара
Ҡулларында көрәге,
Алтмыш буржуйҙы ҡурҡыта
Бер комсомол йөрәге.

Беҙ урамдан үткән саҡта
Үпкәләне хәҙрәт
Үпкәләп килештермәҫһең
Эсең тулы хәсрәт.

 

Ссылка на эту публикацию:

Комсомоллар йыры [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.105 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8