<Йырҙар > // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Зианчуринский район, д. Алибаево.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 52-53.
Записано от Назаровой Газизы, 60 лет. Имена фольклористов не указаны.

<Йырҙар >

(Буранбай көйөнә)

Назарова Ғәзизә, 60 йәш. Әлибай ауылы , Зианчура районы.

Түңәрәкәй күл ай һаҙ ғына
Сәскәләре аның аҙ ғына
Сәскәләргә һеҙҙе тиңләр инем
Сәскәләрҙең ғүмәре аҙ ғына.

Тубылғы ла ағас һур булмай
Араһынан үтәр юл булмай.
Ҡайҙа ғына барһаң бәхет кәрәк
Бәхетле кеше хур булмай.

Барма, туған, һыу ситенә
Тулҡыннары килеп ҡаҡмаһын
Башҡынайым ауырый, йөрәгем ҡурҡа
Әзәлләрҙән үҙе һаҡлаһын.

Урал ғына буйы ай киң ялан
Күгәреп тә ята аның төбәге
Төбәгендә ятып ҡалды
Күп ирҙәрҙең аҫыл һөйәге.

Һандуғаслар һайрай, һайрай,
Суҡ муйылҡайҙарҙың төбөндә
Бер рәхәт күрерменме юҡмы
Аҙ ғүмеркәйҙәрем эсендә

Саҡырма ла кәкүк ай саҡырма
Эс кенәмде бошорма
Үткән рәхәт көндәремне
Иҫләремә төшөрмә.

Иртәнсәкәй тороп ай тараһам
Ағас башҡайлары тиң түгел
Бер әҙәмдән бер әҙәм ким түгел
Дәлиғала бәхетем тиң түгел.

Яныҡайым киткән саҡта
Бәхиллек ала алманым
Уң ҡулларын ҡыҫып тотоп
Хуш бул тип әйтә алманым.

Ике сәғәт стенала
Береһе һуға минутҡа
Һин киттең дә ғәйеп булдың
Мин генә ҡалдым утта.

Ап-ак ҡына ҡарлар яуған
Болан килә эҙе юҡ,
Кәртинкәһе стенала
Һөйләшергә үҙе юҡ.

Күгәрсеннәр гөрләй, гөрләй,
Ҡыйыҡларҙа, һыулыҡта,
Был донъяның рәхәтлеге
Байлыҡта түгел, һаулыҡта.

Ҡара урмандан үткәндә.
Уңға ҡайырылғас та
Туғанҡайым, рәхәт йәшә
Беҙҙән айырылғас та.

Яныҡайым киткән саҡта
Ҡарап ҡалдым ҡапҡаларға һөйәлеп
Хуш бул тип тә әйтә алманым
Ҡайтмаҫларын белмәнем
Бәхиллек ала алманым.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йырҙар > [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.106 (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8