Әкиәт // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Әкиәт (Сказка).
Жанр: Сказка (бытовая, назидательная). Рассказывается обычно во время застолий.
Место записи: Оренбургская область, Кувандыкский район, деревня Акчурино.
Год записи: 1964.
Язык: башкирский
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 39-40.
Записано студентом Рифом Туйгуновым, информатор не указан.


Әкиәт

Ырымбур өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы Аҡсура ауылында яҙып алынды. Әңгәмәне мәжлестәрҙә һөйләйҙәр. Риф Тойғонов яҙып алды.

 Бер әсәнең өс улы булған. Әсә улдарына русса өйрәнергә ҡушҡан. Һәм шуның өсөн өлкән улы ҡалаға сығып киткән. Бер урынға килһә ти, һалдаттарға тап була. Бер кеше ҡағыҙҙан исемдәрҙе уҡый икән, ә һалдаттар:

 - Я, я, - тип яуап ҡайтаралар, ти. Был малай шул һүҙҙе ишетеп ҡала ла ҡайтып китә. Өйөнә ингәс, әсәһенең һәм ҡустыларының ҡаршыһында "я" тип яуап бирә. Әсәһе улын русса өйрәнгән тип маҡтай икән.

Шунан ҡалаға уртансы улы сығып китә. Килеп етһә, бер тауыш ишетә.
 - Пять копеек должен, - тигән. Бакһаң, әбейгә һатҡан ҡарбузы өсөн биш тин еткерә бирмәгәндәр икән, шуға ул, аҡыра, ти.

Был малай ҡайтып китә. Юлда онотоп ҡалмаҫ өсөн ишетеп ҡалған рус һүҙен бер-бер артлы ҡабатлай. Имеш, өйөнә ингәс: "Пять копеек должен" - тип яуап бирә. Әсәһе быны ла маҡтай ти.

 Хәҙер иң кесе улы сығып, ҡалаға килеп еткән, ти. Жандармдар бер кешене туҡмайҙар икән. Ул: - Нам все равно, - тип ҡысҡыра, ти. Теге малай шул һүҙҙе ишетеп ҡала ла ҡайтып китә. Туғандары алдында эре генә:

 - Нам все равно, - тип өндәшә. Әсә хәҙер бик ҡыуана икән. Улдары бит русса беләләр. Шулай булғас улар сәйәхәткә сығырға әсәһенән һорайҙар, ти. Әсәһе рөхсәт бирә. Улар юлға сығып киткәндәр, ти.

 Китеп баралар, бер үлгән генералға тап булалар. Һәм шул ваҡыт генералды эҙләгән жандармдар килеп сыға, ти. Тегеләр руссалап һорайҙар икән:

 - Кто убил? - тип. Русса беләбеҙ тигән егеттәр тик торалар, ти.

Бер аҙ ваҡыт үткәс өлкәне:

 - Я, - тип өндәшә. Уртансыһы ла килеп ҡыҫыла:

 - Пять копеек должен, - ти икән.

 Ике ағайы әйткәс, кесеһе лә әйтеп ебәрә:

 - Нам все равно, - тип.

 Жандармдар уларҙы ҡулға алғандар, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Әкиәт [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.11 (дата обращения: 23.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8