<Йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Бикбулатово.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 71-73.
Записано от Сафиной Хупъямал (65 лет). Имена фольклористов не указаны.

<Йырҙар>

Күгәрсен р-ны Бикбулат ауылы Сафина Хупъямал әбей ауыҙынан. (65 йәш).

Йырла ғына йырла тиһегеҙ.
Ник йырламайһығыҙ үҙегеҙ.
Ник йырламайһығыҙ үҙегеҙ ҙә
Бал-шәкәрҙән татлы һүҙегеҙ.

Мәсет кенә башы мәүлем таш,
Көмөш кенә йөҙөк алтын ҡаш.
Бармактарың ҡамыш, йөҙөң ҡояш,
Аҡылларың камил, башың йәш.

Аҡ сәкмәнкәйҙәрҙе туҙмай тиҙәр.
Ең осонан ҡырылып туҙа икән.
Йәй ғүмеркәйҙәрҙе уҙмай тиҙәр,
Быуын быуын килеп уҙа икән.

Ишәй генә тауҙың баштарында
Ағарып та ятҡан таш икән,
Сылтырап та аҡҡан шишмә тиһәм
Күҙҙәремдән аҡҡан йәш икән.

Югереп тә йөрөп үртләр һалдым
Күл буйлап уҡ үҫкән күрәнгә.
Күрмәгәнгә күрһәтмәһен, аллам,
Түҙемдәрен бирһен күргәнгә.

Ағиҙелкәйҙәрҙең аръяғында
Аҡбуҙатҡайҙарҙың төйәге.
Сит илдәрҙә ятып ҡалды
ир-егеттең аҫыл һөйәге.

Шәм шәһәре тигән ай шәһәрҙең
Аҡшам етмәй ҡапҡаһы ябылмай.
Үткән генә ғүмер, ҡалған хәтер,
Һатып алырға ла табылмай.

Иртәнсәкәй тороп тышҡа сыҡһам
Һандуғастар һайрай сут-сут тип
Һандуғастар һайрай, мин уфтанам
Ике күҙем юҡ-юҡ тип.

Алтын ғына эйәр атҡа тейәр
Эйәләре белмәй, ат беләр.
Баштарыңа нужа төштә иһә
Үҙ туғаның белмәй, ят белер.

Ике генә ерән бары ла көрән
Юрғалай ҙа белмәй юл менән,
Маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышты
Юйып ташлап булмай ҡул менән.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.117 (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8