Ҡомһоҙ бай - һәм уның ялсыһы // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Ҡомһоҙ бай — һәм уның ялсыһы (Жадный богач и его батрак).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Уфимский район, д. Искимин.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 41-46.
Записано студентом-заочником Ахметшиным Зией Давлетовичем от учителя начальных классов Ильясова Зии Гайнулловича (50 лет, башкир)

Ҡомһоҙ бай - һәм уның ялсыһы

Өфө районы Иҫке-Мең ауылында йәшәүсе башланғыс кластар уҡытыусыһы Ильясов Зия Ғәйнулла улынан ситтән тороп уҡыусы Әхмәтшин Зия Дәүләт улы яҙып алған. Һөйләүсегә 50 йәш, башҡорт. Белеме - урта.

Борон-борон заманда Ҡомһоҙ бай менән уның ялсыһы йәшәгән. Ҡомһоҙ бай алтынға бер ҙә туймаған. Яҡын ғына тауҙың башында бик күп алтын булған. Ул тауға берәү ҙә менә алмаған.

Бер ваҡыт Ҡомһоҙ бай тауҙың башына менергә уйлаған. Үҙенең ялсыһын, саҡырып алған да:

 - Беҙҙең эргәләге тауҙа бик күп алтын бар, - тигән. - Беҙ ул алтынды тауға менеп алырға тейешбеҙ, - тигән.

Үҙҙәре менән пар ат еккәндәр ҙә, уға ҡара һыйырҙы һалып, тау аҫтына килгәндәр. Бай:

 - Был алтынды алыр өсөн ҡара һыйырҙы һуйырға кәрәк, - тигән. Улар ҡара һыйырҙы һуйғандар. Ә алтын һаман да тау башынан үҙе тәгәрәп төшмәгән. Шунан һуң бай:

 - Был Һыйырҙың эсенә кем дә булһа берәү инеп ятҡанда ғына, алтын үҙе йылға кеүек ағып төшәсәк,- тигән.

Ялсы быға риза булған. Шул арала бай һыйырҙы тиҙ генә бау менән бәйләгән, ә ялсы уның эсендә тороп ҡалған. Ялсыға бысаҡ биргән. Үҙе ситкәрәк киткән дә ялсыны күҙәтә башлаған.

Бер аҙҙан һуң бер сәмреғош килеп сыҡҡан да, һыйырҙы күтәреп тау башына алып менгән. Сәмреғош һыйырҙы ашай башлаған. Уның эсендә кеше бурлығын белгәс, ташлап киткән. Бай быларҙы тау аҫтынан ғына күҙәтеп торған, ти. Ҡасҡан урынынан сығып, ялсыға ҡысҡыра башлаған. Ялсы һыйыр эсенән көскә сыға. Тирә-яғын ҡарай, бөтә урында алтын-көмөш тулып ята. Ялсы быларҙы түбән таба тәгәрәтә башлай. Бик күп тәгәрәткәс, төшөргә урын эҙләй, ләкин таба алмай. Шул саҡта тау аҫтынан байҙы күреп ҡала. Унан тауҙан нисек төшөү юлын һорай. Бай:

 - һинең тирә-яғыңда ҡаялар, шуларҙы күрәһеңме? - ти.
 - Ошо ҡаялар емерелгән саҡта ғына һин был тауҙан төшә алырһың, - ти,
  - Әгәр төшә алмаһаң, сәмреғошҡа аҙыҡ булырһың, - ти. Түбәнгә тәгәрәтелгән алтындарҙы тейәй ҙә, ҡайтып китә.

Ялсы тау башында бер үҙе ҡала. Шул саҡта ялсыға юлбарыҫ ташлана. Ялсы юлбарыҫ менән көрәшә башлай. Көскә уны үлтерә. Юлбарыҫтың тиреһен һыҙырып ала. Унан ваҡ ҡына таҫмалар әҙерләй. Уларҙы бергә ялғап, тауҙың икенсе яғына төшә. Тауҙың икенсе яғында бер батшалыҡ булған була. Ялсы тауҙан төшкән сакта кейемдәре туҙып бөтә. Шуның өсөн кеше күҙенә күренмәҫкә тырыша. Тәрән соҡорҙар аша батшалыҡҡа сығырға тырыша. Бер шәп аҡҡан йылға буйына килеп, хәл йыйырға ултыра. Шул ваҡытта йылға яғына өс аҡҡоштоң осоп килгәнен күрә. Ялсы урмандың эсенән генә күҙәтә башлай. Аҡҡоштар йылға янына килгәс тә, кейемдәрен сисенһәләр, өсөһө лә матур ҡыҙ булып сығалар. Улар йылғала һыу инә башлайҙар. Ялсы оҙаҡ уйлап тормай, ҡасҡан урынынан сыға ла бер ҡыҙҙың кейемен кейеп ала. Ҡалған икеһе тиҙ генә кейемдәрен кейәләр һәм осоп китәләр. Был ҡыҙ үҙенең кейемен һорай башлай. Ялсы уға ике шарт ҡуя. Әгәр ике шартты үтәһәң, ул сакта кейемдәреңде бирәм, ти. Уның беренсе шарты булып, батшалыҡҡа алып ҡайтыу һәм батша уны "үлтермәйем", - тип ант итһә, икенсеһе булып, әгәр ҙә был ҡыҙ үҙенә кейәүгә сыҡһа, шул сакта ғына кейемдәреңде бирәм, ти. Был ҡыҙҙар дейеү пәрейенең ҡыҙҙары икән. Был ҡыҙҙарҙың әсәһе бик уҫал дейеү була. Ҡыҙ ялсыны ташлап әсәһе эргәһенә ҡайтып китә. Ялсы ҡыҙҙың артынан өлгөрә алмай, хәл йыйып ҡала.

Шул ваҡытта уның эргәһенә бер ҡарт килеп сыға. Ҡарт менән иҫәнләшкәс, эштең ни нәмәлә икәнен һөйләп бирә. Ялсы:

 - Оҙаҡламай батшаның ғәскәрҙәре килеп, минең башымды батшаға алып ҡайтасаҡтар, - тигән. Ҡарт уға батша ғәскәренән нисек ҡотолоу юлын күрһәткән.

 - Бер ялан буйында тылсымлы бер ағас үҫә. Уның тик бер ботағында ғына тылсым бар, - тигән. Ошо ботаҡты таба алһаң ғына, һин үлемдән ҡотола алырһың, - тигән. Ағастың ҡайһы яҡта үҫеүен әйткән дә, ҡарт үҙ юлына киткән.

Ялсы бик оҙаҡ барған, ләкин бер ниндәй ағастан да тылсымлы ботаҡ таба алмай. Бара торғас бер ялан буйында ял итергә ултырған. Был яланда өс кеше үҙ-ара һуғышып ята икән. Ялсы улар эргәһенә килгән дә:

 - Һеҙ нәмә бүлешәһегеҙ, нәмә өсөн һуғышаһығыҙ? - тип һораған. Былар өсөһө бер туғандар икән. Араларынан берәүһе:

 - Атай үлгән сағында, иң батыр, иң көслө, иң матур улыма - ошо ағастың тылсымлы ботағын алырға рөхсәт итәм, - тине, - тигән. Улар ошо тылсымлы ботаҡ өсөн үҙ-ара һуғышып яталар икән. Ялсы хәйлә уйлай. Өс туғанды ағастан алыҫыраҡ китергә ҡуша. Уларҙы арыттырырға уйлай. Ялсы:

 - Кем алдан килһә, тылсымлы ботаҡ шуға, - ти. Өс туған ситкәрәк китәләр. Шул сакта ялсы ботаҡты һындырып ала ла, китә башлай. Өс туған алданғанлыҡтарын һиҙеп, ялсыны ҡыуа башлайҙар. Ялсы ботаҡты ергә ҡаҙай. Өс туған шунда ултырып ҡала. Әгәр ҙә ботаҡты һауала болғаһа - дауыл ҡуба. Ялсы шулай итеп, өс туғанды ергә ултырта ла алға табан китә.

 Был ваҡытта ҡыҙҙың әсәһе ялсыға ҡаршы ҙур ғәскәр ебәрә. Ғәскәр яҡынлашҡас та, ялсы ботаҡты һауала һелтәй. Ғәскәрҙең бөтәһе лә юҡ була. Батша икенсе тапҡыр ғәскәр ебәрә. Ялсы уларҙы ла юҡ итә. Шулай итеп, батшаның бөтә ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Ялсы:

 - Әгәр ҙә батша тағы ла ғәскәр ебәрергә уйлаһа, бөтә батшалығын юҡ итәсәкмен! - ти. Батша унан ҡурҡа. Ялсыны саҡырып алмаҡсы була. Ялсы:

 - Әгәр ҙә ҡыҙын миңә бирмәһә, бармайым! - ти. Бик ялынғандың һуңында ғына батша янына бара. Батша уға:

 - Ярты батшалығымды бирәм, тик ҡыҙымды ғына бирә алмайым, - ти. Ялсы риза булмай. Ҡыҙ егетте ярата. Улар икеһе сығып китмәксе булалар, ләкин батша ризалығын белдермәй.

һуңынан батша, ялсы ҡурҡытҡас ҡына, риза була.
Шулай итеп, улар Ҡомһоҙ байҙан үс алмаҡсы булалар.

Юлда барғанда ауылда ҡунырға булалар. Был ауылдың старшинаһы ҡыҙын кейәүгә бирә икән. Старшина бөтә ауыл халҡын ҡыҙының туйын һәм байлығын ҡарарға саҡыра.

Старшинаның ярҙамсылары ялсы менән ҡыҙ ингән өйгә лә килеп инәләр. Уларҙы ла старшинаға алып баралар. Старшина ҡыҙҙы күреү менән ғашиҡ була. Сөнки ҡыҙҙың өҫтөндәге кейемдәр алтын-көмөш менән биҙәлгән була. Үҙе лә аҡҡош кеүек матур була. Старшина ҡыҙҙың кейемдәрен икенсе бүлмәлә сисендертеп ала. Хеҙмәтселәренән тимер йәшниккә бикләтеп ҡуя. Бөтә кешене теләһә-теләмәһә лә бейергә ҡуша. Ялсы ҡыҙҙы таба алмай. Старшина халыҡты ҡыуып сығара. Ҡыҙҙы бейергә ҡуша. Ҡыҙ:

 - Мин икенсе кейем менән бейей алмайым, - ти. - Әгәр ҙә кейемдәремде алып бирһәң, ул саҡта бейейем һәм һиңә кейәүгә сығырға риза булам, - ти.

Старшина кейемен алып бирә, ул ҡыҙға ышана, бөтә ишектәргә лә ҡарауыл ҡуя, ә ҡыҙ аҡҡош кеүек бейей башлай һәм тәҙрәнән сығып китә. Егет фатирҙа ҡыҙҙы юғалтып ултырған була. Ялсы бының өсөн старшинаға үс ала. Тылсымлы ботағы менән һелтәнеп, старшинаның бөтә байлығын туҙҙыра.

Улар икенсе көндө генә был ауылдан сығып китәләр.

Ете көн, ете төн барғандың һуңында икенсе ауылға килеп етәләр. Улар ауылдың иң бай кешеһенә инергә булалар.

Был ауылдың иң бай кешеһе теге Ҡомһоҙ бай була. Ялсы уны танып ала, ә Ҡомһоҙ бай егетте үлгән тип уйлай. Ул уны онотҡан була.

Ялсы төндә йоҡоһонан уяна ла, тылсымлы ботағы менән бөтә ҡарауылсыларҙы йоҡлата. Ҡомһоҙ байҙың алтындарын карап сыға. Байҙың алтындары шул тинлем күп була. Таң атҡас, ялсы ауыл халҡын бер урынға йыйылырға ҡуша. Йыйылған халыҡҡа ҡомһоҙ байҙың ҡомһоҙлоғон аңлата. Байҙың асыуы килә. Егетте тотоп зинданға ябырға ҡуша. Егеткә ташлана. Шул саҡта егет ботағы менән ергә таяна. Байҙың хеҙмәтселәре шул урында йоҡлап та китәләр.

Бөтә халыҡ егеттең бындай батырлығына таң ҡала. Егеттән ҡомһоҙ байҙың талап алған байлыҡтарын таратып биреүҙе һорайҙар. Егет байҙы ботағы менән киҙәнеп юҡ итә. Байлығын халыҡҡа таратып бирә.

Шулай итеп, ялсы байҙан үс ала һәм ҡыҙ менән икәүләп ошо урында йәшәргә ҡалалар. Хәҙер ҙә рәхәтләнеп тормош ҡороп яталар, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Ҡомһоҙ бай - һәм уның ялсыһы [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.12 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8