<Йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, район и населеннй пункт не указаны.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 78-80.
Записано от Муталлаповой Магии (57 лет). Имена фольклористов не указаны.

<Йырҙар>

Моталлапова Мәғиә әбей (57 йәш) әйткәндәрҙән.

Бейек тә генә бейек ҡарағас,
Менеп тә генә булмай кирәм булмағас.
Киләсәктә эште эшләп булмай
Яҡындарыңдан ярҙам булмағас.

Ҡарағай ҙа үҫә дан өсөн,
Бал ҡорттары оса бал өсөн,
Ҡыҙ бала ла үҫә дан өсөн
Һатылып та китә мал өсөн.

Югерә лә торғас бер ултырҙым
Аяҡайҙарым талып барғанға,
Ултыра ла торғас йырлап ебәрҙем
Йөрәкәйҙәрем янып барғанға.

Иртәнсәкәй тороп тышҡа сыҡһам
Баҡыра-баҡыра килә бөйрәкәй.
Инде ни хәл итәйем һуң
Янып ҡына бара йөрәкәй.

Шәм шәһәр тигән ауылдарҙа
Ҡояш батмай ҡапҡа ябылмай.
Үтеп кенә китте йәш ғүмерем
Аҡса биреп, эҙләп табылмай.

Эйек кенә буйы күк ятыу
Ҡанат йәйеп үрләй алмай күк бәрҙе.
Ышанмағыҙ, дуҫтарым, был донъяға.
Бик күптәрҙе үлтереп ҡалды бит.

Ерәнсәкәй атым ялдары
Ер тирәләп осҡан ҡош кеүек.
Һеҙҙең менән бергә ултырғандар
Йоҡолағы күргән төш кеүек.

***

Эй уйланым, уйланым,
Уйҙан кәбән ҡойманым.
Нисә йылдар ғүмер итһәм дә
Бер көндәй ҙә булмаҫ көндәрем.

Бейек кенә тауҙың ай башына
Быяла ғына мәсет кем һалған.
Тышҡайҙарым һалҡын, әсем ялҡын
Был хәсрәттәрҙе миңә кем һалған.

Сылтырап та аҡҡан һай шишмәнең
Сүгәтәһен ҡайҙан алайым.
Югереп тә йөрөп һай эҙләйем,
Тәүге йәрҙе ҡайҙан алайым.

Ҡара ғына ай сәсемде
Икенән генә тарап үрәйем,
Ер аҫҡайҙарынан юллар һалып
Килеп кенә күрәйем.

Иртөбәкәй буйында
Ҡалын микән генә дилбегәм,
Йәмле Иртөбәкәй буйында
Тауышым ғына ҡалһын билдәгә.

Иртөбәкәй буйы бүтәгә
Ат аяҡайҙарын күтәрә,
Йыр йырлауҙары тәсбих түгел
Йыр тауышы күңел күтәрә.

Бурай ҙа ғына бурай ҡарҙар яуа
Бойоҡмаймы болан балаһы.
Бер ике ла нужа күрмәйенсә
Егет булмай ата балаһы.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.123 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8