<Тарихи йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Тарихи йырҙар (Исторические песни).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Бикбулатово.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 80-81.
Записано от Нуриманова Абдулшарифа Абхадировича, 67 лет, пенсионер. Имена фольклористов не указаны.

<Тарихи йырҙар>

(башҡорттарҙың элек егерме биш йыл хеҙмәт итеүе тураһында).

Күгәрсен районы, Бикбулат ауылы, Нуриманов Абдулшариф Абхадир улы, 67 йәш, пенсионер.

Башҡортостан аңын ҡулға алдыҡ
Иҫке тормош беҙҙән әлфираҡ
Дан сығармай ятып үлгәнемсә
Моң сығарып үлеүең артығыраҡ.

Алтын ҡуйҙыр эйәр, әй ҡашына
Көмөш ҡуйҙыр айыл башына
Дуҫ-иштәрем күп тип ышанмағыҙ
Дуҫ-иштәрең етмәһен башыңа.

Аҡ тирмәнән сығып моңло төндә
Ҡарап торҙом айҙың батҡанын
Йоҡоларым ҡасып, күп уйланып
Көтөп торҙом таңдың атҡанын.

Иҫкәйҙәргә төшә иҫке саҡтар
Атай-олатайҙарҙың дандары.
Иләҫ-миләҫ итә күҙ алдында
Көтөү-көтөү йөрөгән малдары.

Йылт-йылт итеп янған йондоҙ
Әллә нәрҫә һала күңелгә
Һыҙлана ла йөрәк, әй, моңлана
Әллә нәрҫә бөтөн түгелгә.

Аҙаҡларын артып, һөңгө тотоп
Йөрөгән башҡорт матур атларҙа.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын
Ил бирмәгән яман-ятларға.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Тарихи йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.124 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8