<Ҡыҫҡа йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Ҡыҫҡа йырҙар (Короткие песни).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, место записи не указано.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 85-91.
Записано Имена фольклористов и информаторов не указаны.

<Ҡыҫҡа йырҙар>

Ҡарағай ҙа ағас оҙон ағас
Ҡарағайҙан оҙон ҡарағас
Һеҙ туғандар белән бергә ултырғас
Бер йырламайынса ярамаҫ.

Тәҙерәкәй төбө, эй ҡаты бал
Ашауҙарың килһә ватып ал
Мин йырлаусы булһам, һеҙ тыңлаусы
Зирәклегең булһа отоп ал.

Егет кеше алай, эй булырмы
Егет кеше былай булырмы
Егет яндарына егет килгәс
Бер йырламай, көлмәй булырмы.

Урал да ғына Урал тиһегеҙ
Уралда ғына ҡыҙрым сауҡа икән
Күрмәгәндә генә эй зауҡы икән
Күрҙе ниһәң күңелең ҡайта икән.

Урал да ғына тауҙың баштарынан
Күренеп тә генә ята күп ерҙәр.
Таралмайһың да ғына, ҡартаймайһың
Килеп үк киткән һиңә күп ирҙәр.

Уралып та ятҡан эй таумы икән,
Ялтыраптай ятҡан һыумы икән.
Сит илләргә киткән тыуғандарҙың
Башҡайҙары иҫән-һаумы икән.

Йөгөрөп тә мендем тау башына
Тарих тә генә яҙҙым ташына
Моңланмайым тиһәң дә моңландыра
Әллә ниләр булды башыма.

Ике лә генә ерән парлар көрән
Юрғалатып булмай юл менән
Маңлайыңа яҙған яҙмышыңды
Һыпырып ташлап булмай ҡул менән.

Ерәнсәкәй ҙә атым йөрөгән саҡта
Шлеяһы аның киң кирәк.
Башҡорт ла ғына йырын йырлау өсөн
Ал ефәктән йомошаҡ тел кәрәк.

Ялан ерҙәрендә бесән саптым
Йыйып алдым аның кипкәнен
Белмәй ҙә генә ҡалмик, һиҙмәй ҡалмыйҡ
Был донъяның үтеп киткәнен.

Ҡарағай ҙа ағас бейек ағас
Менеп булмай кирән булмағас
Ҡылам тигән әште ҡылып булмай
Яҡыныңдан ярҙам булмағас.

Урал тауҙарына, эй дан биргән
Ҡарағай ҙа менән ҡарағас
Моңло йырлар йырлап хат яҙырһың
Сәстәремде майлап тарағас.

Яндырғанда шәмдәр эй һүнәрме
Бер йырламай егет түҙәрме
Бер йырлап та күңел күтәрмәгәс
Моңло егет ятып уләрме.

Ялан ерләренең эй кейеге
Ҡая тауға менеп китте инде.
Башҡайҙарыма төшкән нужаларым
Ергә һыймай күккә осто инде.

Ике лә генә айҙың эй янғаны
Шоңҡар ҡоштар тормай ояла.
Нисә тырышһаң да ир арыҫланы
Мәңге ҡалмай фани донъяла.

Һауаларҙа осҡан, эй һар микән
Ояҡайҙарын күргән бар микән.
Үтеп тә барғай йәш ғүмерҙе
Үткәрмәҫкә хәйлә бар микән.

Арҡаларҙин аша, эй күренгән
Аҡ иҙелкәйҙәрҙең тирәге.
Йәшлек тә генә берлән белмәй ҡалмиҡ
Ағай-эне, дуҫ-иш терәген.

Ялан ерҙәренең, эй бүреһе
Күк һыртланда була күбеһе.
Дуҫ-ишләрем күп тип ышанмағыҙ
Хас дошмандин була күбеһе.

Сәхрәләргә сығып йөрөгән саҡта
Моңланамын былбыл тауышына
Уҙған ғүмерҙәрҙе оҡшатамын
Сылтырап аҡҡан һыуҙың ағышына.

Етегән дә тигән ете йондоҙ
Ете әйләнән таңдар атҡанса
Һөйгән дә генә йәрең ҡуштан булһа
Үҙәләнеп тора ятҡанса.

Аҡ ҡарсыға менән күк ҡарсыға
Осоп ҡына килә парланып.
Беҙҙең дә генә ғүмер шулай үтә
Кәкүк тә генә кеүек зарланып.

Аҡ иҙелкәйҙәрҙә, эй ағым һыу
Ағынында йөҙә суртаны.
Донья көтәм тип үк, әй алдана
Ир-егеткәйҙәрҙең солтаны.

Ерән атҡайымдың, эй ялларын
Ҡибалаларҙан иҫкән ел тарай
Үҙ бәхеткәйҙәрең, эй булмаһа
Байға хеҙмәт итеп кем ярай.

Бейек тауҡайҙарға менер өсөн
Алты йәшәр дүнән ат кәрәк.
Сит туғандар хәлен белер өсөн
Табаҡ-табаҡ яҙған хат кәрәк.

Ағиҙелкәйҙәргә ауҙар һалдым
Аҡ балыҡай берлән һазанға
Егет лә генә булһаң, китһен даның
Уфа йөҙө берлән Ҡазанға.

Тубылғы ла ағас, эй ҙур булмай
Араһынан үтә юл булмай.
Ҡайҙа ла ғына барһаң, бәхет кәрәк
Бәхетле лә егет хур булмай.

Түңәрәкәй ҡыуаҡ, эй киң ялан
Дүңгәкләре бер бит - шул яман
Был донъякайҙарҙың шуныһы ҡыйын
Йәштән йәтим ҡалһаң - шул яман.

Үтәһең дә ғүмерем, эй үтәһең
Ҡартайып ук әрәм китәһең
Ҡартайтҡаныңа һис көймәймен
Үлтереп үк әрәм итәһең.

Ишекәйем алды, эй ҡушҡайын
Береһен киҫһәң береһе буш ҡала.
Асыуланып та ғына сығып китһәң.
Минең ҡуйындарым буш ҡала.

Шау-шау итә, Урал, эй тауларың
Ҡибалаларҙан елләр иҫкәндә
Өйөрҙәге малдар кешәнләшә
Йәйләүләргә сығып киткәндә.

Һаҡмар буйҡайҙары киртләс-киртләс
Киртләсләре китә боҙ киткәс
Ир балалар ҡайта хеҙмәт иткәс
Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс.

Һыулар ғына аға, таштар ҡала
Таш араларында ҡош ҡала
Ризык яуған ергә ирҙәр бара
Туфраҡ яҙған ерҙә баш ҡала.

Иртәнсәкәй тороп бән ҡараһам
Йылға буйы һөргән ерҙәргә
Мал табыуҡайҙары, эй бик анһат
Һөнәре лә булған ирҙәргә.

Тауҙарға ла менеп ташлар ватып
Уралып та юлдар табалдым.
Алтын да ғына ҡаҙып, алтын йыуып
Үҙ бәхеткәйҙәремде табалдым.

Һаҡмар ҙа ғына буйын буйлағанда
Ерәнсә генә атым сәсәйҙер.
Мал тапҡанда егет елкәһендә
Ялҡау ҡатын рәхәт йәшәйҙер.

Ерәнсәй ҙә атым, ай ашамай
Таң тойолһа ятып юшамай
Йыйында ғына, дуҫ-иш араһында
Бер йырламай күңел бушамай.

Сынаяҡтарҙың, эй ҡыры бар
Ситтәрендә алтын һыры бар.
Нурланған алтын йөҙләреңдә
Йософ, Зөләйха йөҙҙәре бар.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Ҡыҫҡа йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.128 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8