Айыу менән төлкө // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Айыу менән төлкө (Медведь и лисица).
Жанр: Сказка (о животных)
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Аль.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 47-48.
Записано студенткой Р. Галимовой от Зиннатуллина Хурматуллы Зиннатулловича (1888 г. рожд.).

Айыу менән төлкө

Салауат районы Әл ауылы Зиннәтуллин Хөрмәтулла Зиннәтулла улынан (1888 йылда тыуған) Р. Ғәлимова яҙып алған.

Айыу менән төлкө бик дуҫ булғандар. Улар бер-береһен ҡунаҡ итмәксе булғаңдар, ти. Төлкө айыуға ҡунаҡҡа килгән. Айыу уны бал ашатып туйҙырған. Шунан былар ял итергә ятҡандар... Ас йөрөгән шаян төлкө айыуҙың тағы балы бар икәнен белгән һәм ашарға булған. Ул дөп-дөп итеп стенаға стукать итә башлаған.

 - Ни бар уңда, ниңә стукать итәһең, - тип һораған айыу.

 - Ҡәрендәшем исем туйына әйткән ине, шунда барып киләйем әле, - тип һораған төлкө. Айыу уға рөхсәт иткән. Төлкө барып балды ашай башлап ҡайтҡан, ти. Ҡайтҡас айыу унан: "Исемде ни тип ҡуштығыҙ", - тип һорай икән.

 - Башланым, - тип яуап биргән төлкө. Икенсе көндө тағы стукать итә башлаған. Айыуҙың һорауына:

 - Икенсе ҡәрҙәшем ҡунаҡҡа саҡырған ине", - тип яуап биргән төлкө. Ҡунаҡтан ҡайтҡас. - Яртыман, тип исем ҡуштым тигән. Өсөнсө көндө: "Төпләмән", тип исем ҡуштыҡ ти икән.

Айыу ҙа үҙенең тәмле йоҡоһонан торған, ти. Ул төлкөнө һауытта ҡалған бал менән һыйламаҡсы булған, һауытты асып ебәрһә, унда бал ҡалмаған. Айыу төлкөгә:

 - Һин балды ашап бөткәнһең? - тип тотонған, ти. Былар тәфтишкә ҡалғандар. Айыу төлкөнө һынамаҡсы була. Төлкө бик мут нәмә бит инде ул. Төлкө:

 - Давай хаталарҙы тикшерәйек, - тигән. Былар ут яғып шунда ҡыҙынырға булғандар, ти. Кем балды ашаған, шунан бал ағып сығыр, тигәндәр, ти.

Ут яғып ҡыҙына башлағандар. Йылына башлау менән айыу йоҡлап та китә. Төлкө хәйләкәр, ул йоҡламаған икән. Төлкө уттарҙы, торомбаштарҙы яҡыныраҡ ҡуя икән. Һауытта ҡалған балдарҙы ла ҡырыштырып килтереп айыуға һөртә икән. Эҫегә айыуҙың күте эрей башлаған, ти. Төлкө уны уятып күрһәткән. Айыу:

 - Ә, төшөмдә бал ашаған кеүек булғайным шул, - тип төлкөнө ебәргән.

Шулай, итеп, хәйләкәр төлкө бик оҫта ҡотолған.

 

Ссылка на эту публикацию:

Айыу менән төлкө [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.13 (дата обращения: 23.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8