<Бикбулат ауылының тарихе> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Бикбулат ауылының тарихе (История деревни Бикбулатово).>
Жанр: Предание (историческое).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Бикбулатово.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 100-101.
Записано от Баймурзина Шахита Загитовича (1907 года рождения). Имена фольклористов не указаны.

<Бикбулат ауылының тарихе>

Күгәрсен районы буйынса йыйылған халыҡ фольклоры материалдары. Бикбулат ауылы Баймурзин Шәһит Заһит улы (1907).

Элек башҡорттар ошо Эйек һыуы буйларын йәйләү өсөн дә уңайлы, малдарға ут та күп тип, һайлап килеп ултырғандар. Был яҡтар уларға Тыныс һымаҡ тойолған. Ләкин башҡорттарҙың Эйек буйына күсеп ултыра башлауын һиҙенгән ҡаҙаҡтар, был ерҙәрҙе тартып алырға теләп, тауҙар артынан килеп һөжүм итә башлағандар. Улар һылыу-һылыу башҡорт ҡыҙҙарын урлап ҡасҡандар, малдарын ҡырып киткәндәр.

Башҡорттар һәр саҡ ерҙәрен ҡан ҡойоп һуғышып һаҡлап алып ҡала торған булғандар. Бер заман баҫҡынсылар өйөрө бейек тау артынан һөжүм итә. Ауыл халҡы уларға ҡорал менән ҡаршы сыға. Бик ҡаты һуғыш башлана. Ошо һуғышта аяуһыҙ күп дошманды ҡырып, бер башҡорт батыры ҡалҡып сыға. Ул бер үҙе ҡаҙаҡтарҙы тау аша үткәрмәй торған. Уның аты ҡашҡа була. Был һуғышта ла башҡорттар еңә. Ошонан һуң ауылдың исеме батыр хөрмәтенә Бикбулат тип, ә ҡаршылағы тау - һуғыш барған тау - Ҡашҡа тау тип аталған.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Бикбулат ауылының тарихе> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.137 (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8