Аҡмулла шиғыры (өҙөк) // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Аҡмулла шиғыры (өҙөк) / Стихотворение Акмуллы (отрывок).>
Жанр: Стихотворение.
Место записи: БАССР, место записи не указано.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 84-85.
Записано Имена фольклористов и информаторов не указаны.

Аҡмулла шиғыры (өҙөк)

Әҙәмдә бер ҡиммәт ғаҡыл тигән.
Ғаҡылсызның тәүфиҡ яғы таҡыр тигән.
Аҙ нәрсәгә асыуланып көфөр сөйләп.
Иманын көфөрлөккә сатыр тигән.

Икенсе бер ҡиммәт нәрсә әдәп тигән
Эдәплелек мөхәббәткә сәбәп тигән
Әдәплелә көфөрлөк тормағандай
Әдәпһеҙҙә иман тороуы ғәжәп тигән.

Өсөнсө бер ҡиммәт нәрсә сабыр тигән
Сабыр кеше моразын тиз табыр тигән.
Һәр уаҡытта сабырсызлыҡ тәби хурлыҡ,
Сабырсызлыҡ башҡа бәлә салыр тигән.

Дүртенсе бер ҡиммәт нәрсә күңел тигән
Күңеле боҙоҡ әҙәмдәрҙән төңөл тигән
Боҙоҡҡа ер өҫтөндән аҫты артыҡ
Күңел таҙа булмаһа күмел тигән.

Бишенсе бер ҡиммәт нәрсә шөкөр тигән
Ниғмәтинә шөкерсөзлөк көфөр тигән
Ходаның биргәненә шөкөр ҡылып
Сәбәпләп төз юл белән югер тигән.

Алтын сибер ҡиммәт нәрсә ихлас тигән
Ихсласһыҙ ғәмәл ҡабул булмас тигән.
Ғаҡыллылар бу сүзләрне белсә кирәк:
Ғаҡыл,
                иман,
                  әдәп,
                      хайа
                        юлдаш дигән.

 

Ссылка на эту публикацию:

Аҡмулла шиғыры (өҙөк) [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.138 (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8