<Мишәр таҡмаҡтары> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Мишәр таҡмаҡтары (такмаки мишарей).>
Жанр: Такмак.
Место записи: БАССР, Баймакский район, д. Ишберды.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 66-68.
Записано Истяковой от Баяновой Самсинисы (52 года).

<Мишәр таҡмаҡтары>

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында йәшәүсе Баянова Сәмсиниса инәйҙән (52 йәш) Истякова яҙып алды.

Һандуғасым ҡунып ҡына
Һындырма гөлдәремде,
Һынған гөлдәргә оҡшатам
Айырылған көндәремде.

Әй, дуҫҡайым, һин бит минең
Алтын бағанаҡайым,
Һиңә алданып үтә бит
Йәшлек заманаҡайым.

Бәйләйем әле, бәйләйем әле
Фуфайка булыр әле.
Теләйем әле ғүмерҙәрен
Үҙемә булыр әле.

Бөҙрә сәсем, бөҙрә сәсем,
Бөҙрә сәсем ҡойола,
Әлле ниңә йәш ғүмерем
Йәшәмәҫтәй тойола.

Электрик яҡты яна
Клубтың залдарында
Икәү бергә булһаҡ ине
Дошман күҙ алдарында.

Ике егет гармун уйнай
Баҡса күләгәһендә,
Матур ҡыҙҙар күҙе төшә
Егеттең береһенә.

Ишектән инеүҙәрең,
Йылмайып көлөүҙәрең,
Әллә нәрсәләрҙән артыҡ
Һине бер күреүҙәрем.

Кеймә ҡара костюмеңде,
Уңдырма ҡояштарға,
Яндырма ҡояш утына
Ҡауышыр булһаң ғына.

Урамдарҙан үтәйем,
Йәшел ебәк һүтәйем,
Йәштәр йөрәк, йәшел ебәк
Нисек итеп түҙәйем.

Аяғыңда пар-ботинка
Аяғыңды ҡыҫмаймы,
Төнгө сәғәт ун икелә
Яңғыҙ эсең бошмаймы.

Өй артында шомортом бар,
Шоморт ашағым килә.
Һин сәсәге, мин шоморто
Булып йәшәгем килә.

Уйнат әле гармуныңды
Дәүләкән үрҙәрендә.
Үлһәм дә һине эҙләрмен
Ҡараңғы гүрҙәремдә.

Йылайыр ағыр инде.
Тулҡыны ҡағыр инде.
Белмәйһегеҙ, дуҫтар, хәлемде
Дошмандар ҡағыр инде.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Мишәр таҡмаҡтары> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.139 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8