<Таҡмаҡтар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Таҡмаҡтар (Такмаки).>
Жанр: Такмак.
Место записи: БАССР, место записи не указано.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 92-96.
Записано имена фольклористов и информаторов не указаны.

<Таҡмаҡтар>

Күк күлдәгем күтәрелмәй
Әллә сатин булғанға
Күңелләрем күтәрелмәй
Әллә йәтим булғанға.

Әнкәй мине ник таптың
Ник таптың да ник һаттың
Мине һатып ниләр алдың
Йәш йөрәккә ут һалдың.

Һыуға төшкәс кенә белдем
Һыуҙың һалҡын икәнен
Ситкә сыҡҡас ҡына белдем
Башым ялғыҙ икәнен.

Әнкәй мине тапҡан саҡта
Аҡ биләүгә биләгән
Аҡ биләүгә биләгән дә
Бәхете булһын тимәгән.

Аҡҡошҡайҙың меҫкенкәйҙең
Ҡанаты ҡайырылған
Бер беҙ генә түгел әле
Илләрҙән айырылған.

Әллә ниңәм мин яратам
Ошо көйгә йырларға
Боролоп аҡҡан һыулар кеүек
Төшәм тәрән уйларға.

Бик тауышларың моңло
Ғүмерең ҡыҫҡа булмаһын
Ғүмерләрең ҡыҫҡа булып
Үкенесле булмаһын.

Алларым да һин инде
Ғөлләрем дә һин инде.
Утларын да һин алғайның
Һыуларын да һип инде.

Аллар булғанда ғына
Гөлләр булғанда ғына
Күңел күтәренке була
Бергә булғанда ғына.

Өҫтөңдәге күлмәгеңдең
Буй-буй төшкән йәшеле
Ҡашың ҡара уйың зифа
Һин кемдәрҙең нәҫеле.

"Ишәй" генә тауы бик матур тау
Аҫларынан аға Кесе эйек
Кесе йек тә тигән бик тәмле һыу
Ҡәҙерләрен белеп эсәйек.

Сыҡты ла ғына болот, яуҙы ямғыр
Үтеп китте Һаҡмар буйына.
Ултыра ла торғас йырлап эйҙем
Әллә ниләр төшөп уйыма.

Сәхрәләргә сығып йөрөгән саҡта
Йәшел япраҡ төштө битемә
Йәшел япраҡ төшмәне, ай битемә
Уҙған ғүмәрем төштө иҫемә.

Ялан еркәйенең эй кейеге
Ҡая тауға сығып ҡасты инде.
Башҡайыма төшкән уй-хәсрәт
Ергә һыймай, күккә ашты иңде.

Ай тиһәм дә аурый, эй был башым
Ай тиһәм дә тарта һул ҡашым.
Ҡайҙа бына барһам ялғыр башым
Хызыр Ильяс булһын юлдашым.

Ике лә генә ерән парҙар көрән
Елеп, юртып килә юл белән
Маңлайыңа яҙған ай яҙмышың
Һыпырып ташлап булмай ҡул белән.

Ай-һай ла гына тигән һай тауышҡа
Ҡыр ҡаҙлары ҡаса ҡамышҡа
Ултыра ла торғас йырлап эйҙем.
Эсекәйем тулы һағышҡа.

Югереп үк сыҡтым ай юкәгә
Ботаҡлары тейә елкәгә
Ни нәмәләр һалып, нишләр инем
Яңгыҙлығым тейә теңкәгә.

Анау ғына тауҙың сейәһе
Бешә генә ергә тейәһе.
Уйнайыҡ та туғандарым эй көләйек
Ҡыуанышып та ҡалһын өйҙөң эйәһе.

Өҫтөңдәге кейгән кейемеңде
Өҫтәлләргә һалып бестеңме
Ҡашҡынайың ҡара, буйың зифа
Ҡай илләрҙә тыуып үҫтең һин

Ишекәйем алда күк сәскә
Ҡыҙлар ғына йыя йыуа тип
Ултыра ла торғас йырлап эйҙем
Боронғонан ҡалған йола тип.

Йылтылдап уҡ, йылтылдап уҡ утлар яна
Юлаусынан ҡалған бер күмер
Уйнайыҡ та, дуҫтар, эй көләйек
Беҙҙән дә генә ҡалыр был ғүмер.

Сәтләүек тә ярҙым эй теш менән
Күкрәгемдән сыҡҡан көс менән
Һин матурҡайларға ғашиҡ булдым
Йоҡолағы күргән төш менән.

Сәхрәләргә сығып йөрәгән саҡта
Яһап алдым урман ҡурайы
Урман ҡурайына моңдар һалып
Бер хоҙанан бәхет һорайым.

Күгәреп тә ятҡан күк суртандың
Күлкәйҙәре ҡороп үлмәһен.
Башҡынайы күрҙе күп нужалар
Бер рәхәт күрмәй үлмәйем.

Иртәнсәкәй томан, кис тә томан
Ниңә асылмай икән был томан
Ел елләмәй томан эй асылмай
Бер йырламай йөрәк баҫылмай.

Армияларға барҙым, хеҙмәт иттем
Сәскенәйем етте үрмәгә.
Тағы ла хоҙайым инде насип итһен
Тыуған илде ҡайтып күрмәгә.

Атҡынайым төшмәй йылғаға
Һыуғынайы һалҡын булғанға
Ҡәҙерләрен белеп көткәндә
Сәхрә генә булыр был донъя.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Таҡмаҡтар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.142&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8