<Йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Бикбулатово.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 107.
Записано 6 июля 1969 года студентками БашГУ Каримовой Резедой и Мингажевой Резедой от Киньябаевой Фаргизы Маннановны (69 лет).

<Йырҙар>

1969 йылдың 6 июлендә Башҡорт АССР-ның Күгәрсен районы Бикбулат ауылында Кинйәбаева Фәрғиҙә Маннан ҡыҙынан ( 69 йәш) БДУ студенттәре Кәримова Резеда һәм Минһажева Резеда яҙып алдылар.

Ҡара урмандар аша күренә
Ерәнсәкәй атым ҡашҡаһы.
Һис тә беҙгә бүтән кәрәкмәй
Сәүит власенән башҡаһы.

Йырла ла ғына тиһәң ай йырлайым
Берҙе түгел икене.
Йырламаҫ та инем ай икене
Әйткән һүҙҙәрегеҙ һөйкөмлө.

Ишәй генә тауҙың башында
Тибен генә тибә ҡара айғыр.
Һәммәбеҙ ҙә бергә бармайбыҙ,
Берәм-берәм ала ҡара ер.

Иртәнсәкәй тороп тышҡа сыҡһам,
Ағас башҡайҙары тиң түгел.
Әҙәмдәрҙән әҙәм ким түгел,
Бәхет меҫкендәре тиң түгел.

Йәшел генә сана, киң үрәсә
Үрәсәлә ятып һөйләшә,
Һөйләшеүегеҙ һеҙҙең ғәрәпсә,
Күҙ ҡараштарығыҙ бүтәнсә.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.148 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8