Аҡмулла бәйете // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Аҡмулла бәйете (баит Акмуллы).
Жанр: баит
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Малояз.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М.Х. Мингажетдинова; л. 52-54.
Записано студентами Янбаевым и Мифтаховым.

Аҡмулла бәйете

Салауат районы, Малаяҙ аулынан Янбаев һәм Мифтахов яҙып алдылар.

Бисмиллаһи вә биллаһи,
Етте ҡорбан ғәйете.
Беҙ яҙайыҡ, һеҙ уҡығыҙ,
Аҡмулланың бәйетен.

Аҡмулланың арбаһын
Буяғандар дан өсөн.
Аҡмулланы үлтергәндәр
Күрелмәгән дан өсөн.

Аҡмулланың салмаһы
Дәүләтшаның башында.
Дәүләтшаның һаҡалы
Аҡмулланың ҡулында.

Аҡмулланың көймәһе
Тән көмөштән икән.
Мулла тиклем мулла менән
Кемдәр ирешкән икән.

Аҡмулланың артынан
Дәүләтшалар ҡыуғандар.
Аҡмулланы үлтергәнде
Троицкийҙәр тойғандар.

Аҡмулланың ҡомғаны
Дәүләтшала ҡайтҡандыр.
Дәүләтшаның һаҡалы
Аҡмуллала ҡайтҡандыр.

Аҡмулланың ишек алды
Төрлө емеш баксаһы
Аҡмулланың янында
80 тәңкә аҡсаһы.

Йәмле Әйҙең буйында
Үҫкән икән бер тирәк.
Мулла кеүек мулла менән
Кемдәр ирешмәк кәрәк.

Аҡмулланың арбаһын
Ике күк ат тарталыр.
Аҡмулланың ғәзиз башы
Һыу буйында яталыр.

Аҡмулла намаҙ уҡый,
Аҡ намаҙлығын йәйеп.
Аҡмулланы үлтергән
Дәүләтша йөрөй байып.

Аҡмулланың ауылы
Уфаның аръяғында.
Аҡмулланы үлтергәндәр
Тигермән аръяғында.

Аҡмулланың аттарын
Алып киткәндәр ҡайҙа?
Аҡмулланы үлтергәс,
Ниндәй күргәндәр файҙа?

Дәүләтшаның өйөндә
Эленеп тора баҫа тун.
Аҡмулланы үлтергәс,
Дәүләтшалар ҡасасы.

Уфа юлы таҡырҙыр,
Таҡыр түгел, баҡырҙыр,
Аҡмулланы үлтергәндәр
Мөьмин түгел, кафырҙыр,

Аҡмулланың көймәһе,
Йөҙ тәңкәнән кәм түгел,
Аҡмулланың ғилемлеге
Мөфтиләрҙән кәм түгел.

Аҡмулланың камзулы
Уҡа менән тотолған.
Аҡмулланың ғәзиз башын
Дәүләй дуңғыҙ үлтергән.

Аҡмулланың китаптары
Тороп ҡалған Ҡазанда,
Аҡмулланы үлтергәндәр
Донъя, әхирәт ғазапта.

Аҡмулланың атларын
Кире яҡҡа борҙолар.
Аҡмулланы үлтергәс,
Яуап тапмай торҙолар.

 

Ссылка на эту публикацию:

Аҡмулла бәйете [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.15 (дата обращения: 18.12.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8