<Йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Бикбулатово.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 108-110.
Записано 7 июля 1969 года студентками БашГУ Каримовой Резедой и Мингажевой Резедой от Вахитова Хабибьяна Габдулловича (61 год).

<Йырҙар>

1969 йылдың 7 июлендә Башҡорт АССР-ның Күгәрсен районы Бикбулат ауылында Вәхитов Хәбибйән Ғабдулла улынан (61 йәш) БДУ студенттәре Кәримова Резеда һәм Мингажева Резеда яҙып алдылар.

Ике генә егет бесән саба
Үтәр генә үтмәҫ салғыһы
Үтәр генә ике ай салғыһы
Йөрәктәренә һыймай ҡайғыһы.

Ағиҙелкәйҙәрҙә ялғыҙ ҡайын
Япраҡларын яра йыл һайын.
Минут ҡына һайын, сәғәт һайын.
Иҫтәремә төшрәм көн һайын.

Ерәнсәкәй ҙә менән Көрәнсәйҙең
Белһәң ине ҡайҙа төйәге
Һыуларға ла батмай, утта ла янмай
Ирмен генә тигән ир һөйәге.

Иртәндекәй буйы бигерәк йәмле
Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә
Ҡайҙа ғына барма дуҫ-иш кәрәк
Ҡаршы сығып атты бәйләргә.

Ете лә генә йондоҙ бик һирәк
Ете лә генә йондоҙ бик кирәк
Сит илләрдә йөрөп мал табырға
Ҡарсығандин зирәк ир кирәк.

Алыр ғына идем, сабыр идем
Таный малмыйм ҡытай ҡондоҙон
Һеҙ дуҫларым менән бергә ултырһам
һис белмәйем кисен көндөҙөн.

Болан ғына болан ҡарлар яуа
Болоҡмай ул болан балаһы
Бер аҙыраҡ нужа күрмәйенсә
Ир булмай ул ата балаһы.

Түңәрәкәй табын эсендә
Селтәрле лә тәпән биҙәге
Ҡоҙаларым ирҙең ай үҙәге
Ҡоҙағайҙар мөһир биҙәге.

Егет кенә булһаң елеп йөрө
Арҡаларҙа үҫкән боландай
Егет кенә дәүерең үтте ниһә
Бөгөлөрһөң ҡара йыландай.

Ултырҙым да ҡолон ситенә
Төтөн генә сиртә битемә
Күҙҙәремде асып йомғансы
Еттем генә ерҙең ситенә.

Бейек кенә тауҙың башында
Менәбеҙҙә аңа ултырып башына
Ҡайҙа ғына барма беҙҙең хөкүмәттең,
Әҙер генә тора машина.

Түңәрәкәй күлдә дүрт суртан
Күлкәйҙәре ҡороп үлмәһен.
Күп нужалар күрҙе был йәш башым.
Бер рәхәт күрмәй уҙмаһын.

Талсы ғына буйы күк сәскә
Ҡулдарыңда йәшел бирсәткә
Ике генә тулы биш бармағыма
Имсәктәрең ҡасан эләгер ҡулыма,

Ҡушарланып ултырған ҡуш тауларға
Сығалар ҙа унда ҡуштандар
Ҡумарланып сыҡҡан ҡуштандарҙы
Айырҙы ла яуыҙ дошмандар.

Быйыл сапҡан бесәндәрем
Ҡурай ғына булып ҡатты инде.
Быйыл ғына түккән күҙ йәштәрем
Даръя ғына булып аҡты инде.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.150&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8