<Йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Султаново.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 117‑119.
Записано 10 июля 1969 года студентками БашГУ Каримовой Резедой и Мингажевой Резедой от Явгильдиной Зифы (65 лет).

<Йырҙар>

1969 йылдың 10 июлендә Башҡорт АССР-ның Күгәрсен районы Султан ауылында Явгильдина Зифа (65 йәш) БДУ студенттәре Каримова Резеда һәм Мингажева Резеда яҙып алдылар.

Йөгөрөп кенә мендем бейек тауға
Тарих яҙайым тип ташына
Яҙам ғына тигән һүҙем яҙа алманым
Зиһендәрем бөттө башымда.

Ағиҙелкәй таша ҡарап торам
Ярҙан-ярға һуға тулҡыны.
Гүрҙәренә һалғас, гүргә һыймай
Минең йөрәгемдең ялҡыны.

Күҙгә керфек ник үҫә тиҙәр
Күҙ алмаһын елдән һаҡлай ул.
Ҡайғыларың ауыр булды ниһә
Аҡ йөҙөңдө һары ҡаплай ул.

Зил-Зилә лә тигән ел еллмәмәй
Ләйсән тигән ямғыр яуа алмай.
Маңлайыңа яҙылған яҙыуыңда
Сәмри ҡош та суҡып йуя алмай.

Йөрәкләрем янһа һыуға барам
Бала үрҙәкләр кеүек йөҙәм мин.
Мин түҙәрлек ҡайғылар ҙа түгел
Сабырлығым менән түҙәм мин.

Ҡурайсы ла ҡурай тарта алмай.
Урман ҡурайлары булмағас
Кешенең дә хәлен кеше белмәй
Үҙ башҡайында ҡайғы булмағас.

Тал ҡырына атым тышаным
Тау үләне, ҡылған ашамай,
Башҡа дуҫларым да юҡ түгел
Һеҙ дуҫларға бер ҙә оҡшамай.

Ат эйәрләп ҡайҙа бараһың
Өйәңкеһен өҙә баҫмағыҙ
Хәтер ҡалдырырға тырышмағыҙ
Хәтер ҡалһа эҙләп тапмаҫһығыҙ.

Ат эйәрләп ҡайҙа бараһың
Бөгөн генә түгел кисә лә
Әйҙә тигән дуҫлар күп була
Аҡсаларың булһа кеҫәлә.

Атларымды ектем урман киттем
Ағас ҡырҡа алманым
Йәшлек һауаһында ниләр булмай,
Тик һуңынан иҫкә төшә ул.

Күгәрсенкәй гөрләп оя яһай,
Ҡарлуғастар яһай балсыҡтан.
Дуҫлар йыйылған саҡта эсәйек
Әллә ҡайсан эскән дан сыҡҡан.

Бара ла ғына торғас бер ултырҙым
Аяҡайым талып барғанға
Ултыра ла торғас бер йырланым
Йөрәкәйем янып барғанға.

Һауаларҙа осҡан аҡҡош
Ҡанат осҡайҙары ҡара икән
Йәтимлектә үҫкән ир-егеттең
Балаһы ла йәтим ҡала икән.

Вай колхоздың аты бәйге саба
Күрмәй ҡалам бүләк алғанын
Диуана ла булһа башларым
Белмәҫ инем йөрәгем янғанын.

Батшаларҙың ҡолоно
Еккән аты тай ине.
Эш-хоҡлары юҡ ине
Башы ап-аҡ таҙ ине.

Зәңгәр түгел, йәшел ул
Ҡарағайҙың бөрөһө
Йәшәһен сәүит власе
Әрәм булмай береһе.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.157 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8