< Һаҡ менән Суҡ бәйете > // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Һаҡ менән Суҡ бәйете (Баит Сак-Сук).>
Жанр: Баит.
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Башбармак.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 122‑124.
Записано Я. Якшидавлетовым от Бармаковой Халимы Нуритдиновны (70 лет).

< Һаҡ менән Суҡ бәйете >

Зианчура районы Башбармаҡ ауылында йәшәүсе Бармакова Хәлимә Нуритдин ҡыҙынан (70 йәш) Я. Яҡшыдәүләтов яҙып алды.

(Мәҙрәсәләрҙә китап кәштәһе)
Мәҙрәсәләрҙә быяла ишек
һаҡ менән суҡтың
Бәйетен ишет.

Сары күлдәгем
һис тә кеймәнем.
Осоп сыҡҡанда
һау бул тимәнем,

Әнкәм ҡарғаны
Әткәй белдеңме
Тураңдан уҙҙым
Әнкәй күрҙеңме

Икәү талаштың
Тимер уҡ өсөн
Әнкәй ҡарғаны.
Беҙҙе юҡ өсөн.

Әнкәй илама
Үҙең ҡарғағас.
Ни ҡылмаҡ кәрәк
Тәҡдир шул булғас.

Бик күп илаһаң
Ҡотомҡа ҡара
Беҙҙе һағынһаң
Саҡ, Суҡҡа ҡара.

Сыҡтым урманға.
Йыйҙым ҡарлыған. (ҡарағат)
Беҙ йәтимдәрҙе
Әнкәм ҡарғаған.

Сыҡтым урманға
Ураҡ урырға.
Хоҙайым ҡушҡандыр
Шулай булырға.

Китап уҡыһаң
Ғибрәт алырһың
Ҡошлар үткәндә
ҡарап ҡалырһың.

Ҡара бүркемде
Алып ҡайтығыҙ.
Әнкәмде күреп,
Сәләм әйтегеҙ.

Сыҡтым урманға
Еләктәр бешкәс,
Әнкәм илайҙыр
Иҫенә төшкәс.

Бер йыл торғансы
Ҡайтам тип йөрөнөм
Бер йыл торғастын
Өмөтөм өҙҙөм.

Әсәһе:
Мендем ботаҡҡа
Баҡтым ян-яҡҡа,
Ике баламды
Ҡарғаным аҡҡа.

Сыу буйларында
Балалы үрҙәк.
Иҫкә төшкәндә
Өҙөлә йөрәк.

Сыу буйларында
Диңгеҙ ҡамышы
Үҙебеҙ тыуғансы
Тәҡдир яҙмышы.

 

Ссылка на эту публикацию:

< Һаҡ менән Суҡ бәйете > [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.159 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8