Төлкө // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Төлкө (Лисица).
Жанр: Сказка (о животных).
Место записи: не указано.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 50.
Записано имена информантов и фольклористов не указаны.


Төлкө

 Төлкө юғарыла ағас башында оялаған ҡарағоштоң балаларын ашамаҡ була. Төлкө барып һоҡланып ҡарап тора икән дә, ҡарағоштан берәй балаһын төшөрөп биреүен һорай икән. Ҡарағош төшөрөп бирмәгәс, уны балаларыңды ла, үҙеңде лә менеп ашайым тип ҡурҡытҡан, ти. Ҡарағош ҡурҡып, бер балаһын төшөрөп биргән. Төлкөгә был бик тәмле булып ҡалған. Икенсе мәртәбә килеп тағы бер балаһын ашап киткән. Быларҙың бөтәһен дә һайыҫҡан күреп торған, ти. Һайыҫҡан ҡарағошҡа кәңәш биреп киткән: "Мин төшөрөп бирә алмайым, үҙең менеп аша", тип әйтергә ҡушҡан, ти. Төлкө өсөнсө мәртәбә дәхилә ҡурҡыта икән, Ҡарағош уға балаһын төшөрөп бирмәгән: "Үҙең менеп аша", - тигән, ти. Төлкө артҡа сигенә башлаған, ти. Ул югереп килеп ағасҡа менәйем тиһә, ағасҡа бәреп тештәрен емереп бөткән, ти.

 Төлкө: "Был тирәлә һайыҫҡан ғына йөрөй ине, шул ҡәһәрең ҡотортҡандыр әле", - тип һайыҫҡанға язаһын бирергә уйлай. Төлкө батҡаҡҡа буялып һайыҫҡанды әҙләй китә. Уның күҙҙәрен соҡоп алырға була. Һайыҫҡанды ҡая тау башында таба.

 - Һинме шулай ҡарағошҡа өйрәтеүсе? - тип һораған, ти.

 - Эйе, мин, - тип яуап биргән һайыҫҡан.

 - Шулай булғас, мин һине язаларға тейешмен, - тигән төлкө.

 - Һин улай булғас, ата-бабабыҙҙы үлтергән кеүек үлтер инде. Ҡая тауҙан төпһөҙ биҙрәгә һалып төшөр, - тигән, ти. Төлкө һайыҫҡанды төпһөҙ биҙрәгә һалып төшөрөп ебәргән, ти. Ләкин һайыҫҡан осоп киткән дә барған, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Төлкө [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.16 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8