<Герман һуғышы бәйете (Кәлимулла ағай әйткән)> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Герман һуғышы бәйете (Баит о Германской войне).>
Жанр: Баит.
Место записи: БАССР, Бурзянский район, д. Мурадымово.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 127‑128.
Записано студентками БашГУ Зариповой и Истяковой от Муталлапова Абдуллы. Возраст информанта не указан.

<Герман һуғышы бәйете (Кәлимулла ағай әйткән)>

Мораҙым ауылында йәшәүсе Моталлапов Абдулла бабайҙан БДУ студенттәре Зарипова һәм Истякова яҙып алдылар.

Сығып киттек илдәрҙән,
Патрон төшмәй билдәрҙән.
Ни күрһәт бә беҙ күрәбеҙ.
Сығып киткәс илдәрҙән.

Һалдат меҫкен һаҡта тора
Тар шинелен ябынып,
Аягүрә төштәр күрә
Тыуған илен һағынып.

Бер ҡулымда мылтығым,
Бер ҡулымда патроным.
Хоҙайым беле, мин белмәйем
Ғәзиз башым ҡайтырын.

Югереп менеп барғанда
Теҙем тейҙе балсыҡҡа.
Төнө һыуыҡ, көнө һыуыҡ,
Сыҙап булмай аслыкҡа.

Бейек тауҙың башынан
Күрҙем Ҡазан ҡалаһын.
Әнкәй, әткәй, онотмағыҙ,
Ҡош та онотмай балаһын.

Әткәй, әнкәй мин ҡайтмайса
Кәбәнеңде башлама
Бәхетһеҙ балаң булһа ла
Фатихаңдан ташлама.

Ҡайтып сыҡтым күрәйем тип
Тыуған илем һағынғас.
Ҡайтып еттем, күрә алманым
Хоҙайым насип итмәгәс.

Кәлимулла кәләшенә яҙған.

Селтәрле күпер аҫтынан
Йөҙөп һыу керһәң ине.
Мин, яныйым, нурлы йөҙөң
Тағы бер күрһәң ине.

Шаршау элдем мин елгә
Елфер-елфер итергә.
Башым китте сит илгә
Белмим ни хәл итергә.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Герман һуғышы бәйете (Кәлимулла ағай әйткән)> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.163 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8