<Әкиәт> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Әкиәт (Сказка).>
Жанр: Сказка (бытовая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Бикбулатово.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 131-132.
Записано Г. Ибрагимовой от бабушки Хусни. Возраст информанта и фамилия не указаны.

<Әкиәт>

Бикбулат ауылында, йәшәүсе Хөснә инәйҙән Г. Ибраһимова 1969 йылда яҙып алды.

Бер ҡарт һәм уның улы булған. Бер ваҡыт улы ҡайҙалыр китергә тейеш булған. Китер алдынан ҡарт улына әйткән:
- Улым, ҡалған икмәк һыныҡтарыңды бер ҡапсыҡҡа һалып алып ҡайт, мин ашармын, - тигән.

Егет үҙенән ҡалған икмәк һыныҡтарын, ҡаты-ҡотоларҙы, атаһының һүҙен тыңлап, бер ҡапсыҡҡа тултырып килгән. Ҡайтырға сыҡҡас, юлда егет бер ваҡыт бик асыҡҡан. Килгән килгән егет, түҙгән, түҙмәгән: ҡапсыҡтағы ҡаты ҡотоларҙы һындырып ашаған да бөткән, ти. Ҡайтып ингәс тә егет атаһына әйткән:
- Атай , мин ҡарыным бик асҡас, түҙмәй ҡапсыҡтағы икмәк һыныҡтарын ашап бөтөрҙөм, - тигән. Атаһы көлгән дә былай тигән. - Эй, улым, улым. Мин һинән ашар өсөн һораманым бит, ә ҡайтҡанда үҙеңә кәрәгер әле тип, белеп әйттем. Хәҙер төшөнгәнһеңдер инде, улым. Икмәктең ҡәҙерен белергә кәрәк, тигән, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Әкиәт> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.166 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8