<Мөнәжәт> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Мөнәжәт (Мунажат).>
Жанр: Мунажат.
Место записи: БАССР, место записи не указано.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 135‑136.
Записано имена фольклористов и информаторов не указаны.

<Мөнәжәт>

Әҙәмдә бер ҡиммәт нәҫтә.
Ғаҡыл дигән.
Ғаҡылһыҙҙың тәүфик яғы
таҡыр дигән.

Икенсе бер ҡиммәт нәҫтә
Күңел дигән
Күңеле боҙоҡ әҙәмдин
төңөл дигән.

Боҙоҡҡа ер өҫтинән
аҫти артыҡ
Күңеле төҙөк булмаһа,
төңөл дигән.

Өсөнсө бер ҡиммәт нәҫтә
Шөкөр дигән.
Шөкөрһөҙҙөң Ниғмәтинә
көфөр дигән.

Тик ятып бер саҡ килтерер хурлыҡ
Сәбәпләп изге эшкә йөгөр дигән.

Дүртенсе бер ҡиммәт нәҫтә
сабыр дигән.
Сабыр кеше мораҙын тиҙ
табыр дигән.

Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә
һалыр дигән.
Бишенсе бер ҡиммәт нәҫтә
әҙәп дигән.

Әҙәп дигән мөхәббәткә
сәбәп дигән.
Алтынсы бер ҡиммәт нәҫтә
ихлас дигән.

Ихласһыҙ ғәмәл булмаҫ тигән.
Ғаҡилһыҙҙар был һүҙҙе ишетеп белһә,
Ғаҡил, әҙәп, тәүфик -
юлбаш дигән.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Мөнәжәт> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.169 (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8