< Сеңләүҙәр > // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Сеңләүҙәр (Причитания).>
Жанр: Причитание.
Место записи: БАССР, место записи не указано.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 141.
Записано от Лукмановой Бадернисы. Возраст информанта не указан. Имена фольклористов не указаны.

< Сеңләүҙәр >

Осоп ҡына килгән ике аҡҡоштоң
Аяҡайын күргән бар микән.
Үҙ балаһын үҙе малға һатҡан
Ата-инәнән дурак бар микән.

Һандуғаслар килә теҙелеп
Ҡанат осҡайҙары ҡыйылып.
Беҙҙең генә өсөн кемдәр көйһөн,
Эс-бауырҡайҙары өҙөлөп.

Алтын ғына табаҡ эскәендә
Көмөш кенә ҡалаҡ булһасы.
Шул мәжлес эскәендә
Үҙ ата-анакәйем булһасы.

Ҡуштан да ҡуштан баҫырға
Ҡуш төймәкәйҙәрем юҡ минең.
Ҡуштан та шуҡтан оҙатырға
Үҙ ата-инәкәйҙәрем юҡ минең.

Ҡарайыпҡай ятҡан юл микән
Күгәрепкәй ятҡан күл микән.
Китмәм дә, китмәм тип йөрөй инем
Китеп барыуҙарым шул микән.

Туфаҡайың бейек, менә алмам
Ишекәйең ауыр, аса алмам.
Ата-инәкәйем менән мин йөрөмәм
Ата-инәкәйемһеҙ түҙә алмам.

Ир балаҡай илендә
Бурҙат илгәү билендә
Ҡыҙ балаҡай буйға үҫһә
Торғоҙмайҙар илендә

Сейәкәйе сейә икән дә
Һабаҡайы һабаҡ икән дә
Кейәүкәйе йыуаш икән дә
Ҡәйнәһе уҫал икән дә.

(Луҡманова Бәҙерниса).

 

Ссылка на эту публикацию:

< Сеңләүҙәр > [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.174 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8