< Йәшенеп уйнау уйындары > // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йәшенеп уйнау уйындары (Прятки).>
Жанр: Детская игра.
Место записи: БАССР, место записи не указано.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский, Зианчуринский и Баймакский районы; л. 144.
Записано имена фольклористов и информаторов не указаны.

< Йәшенеп уйнау уйындары >

1. 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8, 9, 10, ундан уймаҡ, табала ҡоймаҡ, мистә бәлеш, тот та йәбеш. Был уйында нисә кеше уйнаһа ла ярай. Ошолай һанап сыҡҡандан һуң, аҙаҡта ҡалған кеше күҙен ҡаплай. Ул 1, 2, 3, тип һанап бөткәнсе балалар йәшеренеп бөтөргә тейештәр. Шунан ул эҙләй башлай. Кем беренсе табыла, ул кеше тағы эҙләргә тейешле, Ошолай кешеләр табылып бөткәнсе ҡабатлана.

2. 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8, 9, 10, байҙар кейә төлкө тун. Был уйын да беренсеһе кеүек эшләнелә.

3. Бер бабай юлға сыҡҡан, тәгәрмәсе ватылған, тәгәрмәсен юнәтергә нисә сөй кәрәк булған.

4. Алатыр, былатыр, таң яғынан таң атыр, алабуға-бүҙәнәк, ялпаҡ-ҡалпак, ҡуян, ҡарға, сыпсыҡ, һин ҡал, мин сыҡ.

5. Тары таптым, тауыҡҡа бирҙем, тауыҡ миңә күкәй бирҙе, аны керетеп ҡаҙанға һалдым, лағор-лоғор ҡайнаны, үҙем киттем баҙарға аҡ суҡ, ҡара суҡ , бында торма, бар сыҡ.

 

Ссылка на эту публикацию:

< Йәшенеп уйнау уйындары > [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.176 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8