<Сеңләү> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Сеңләү> (Плач).
Жанр: Плач.
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Краснополь.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М.Х. Мингажетдинова; л. 72‑74.
Записано студенткой Разией Галимовой от Ишматовой Хакимы Надершивны (72 года).

<Сеңләү>

Салауат районы Краснополь ауылы Ишматова Хәкимә Нәҙерша ҡыҙынан (72 йәштә) Разия Ғәлимова яҙып алды.

Сапсаҡ та сапсаҡ аҡ борсаҡ
Аш итмәнең дә әткәйем.
Бер-ике йылға иш инес,
Иш итмәнең дә әткәйем.

Мине лә биреп ни алдың?
Япраҡ буйы аҡса алдың.
Япраҡ кеүек аҡсаң күп тормаҫ,
Минең кеүек ҡыҙ тыумаҫ.

Әтекәйемдең өйөндә
Ултырғаным бер таҡта.
Бер таҡталарын ҡыҙғанып,
һатып ебәрҙе бер яҡҡа.

Утырҙым уша башына,
Һөрөм дә тейҙе башыма.
һөрөм дә теймәне башыма,
Атам етте башыма.

Йәмде Үҙән буйында
Теҙелеп ята ҡаҙ ҡанат.
Инде лә әткәй мин китәмен,
Артымдан сығып аҙан әйт.

Балтырған төбә бал татыр,
Көпшә лә төбө көл татыр.
Инде лә әткәй мин китәмен,
Минең урынға кем ятыр.

Түр тәҙрәнең төбөндә
Өҙөлдөм тегәр еп кеүек,
Һин белмәнең дә хәлдәремде
Өҙөлдөм тегәр еп кеүек.

Йәмде Үҙәндең яры бейек,
Менә алмаҫһың да әнкәйем.
Аҡ таҫтарҙарың керләнде иһә
Йыуала алмаҫһың әнкәйем.

Әтекәйемдең аттары
Һыуҙан да сыҡҡан балыҡтай.
Әтекәйемдең биргән ере
Янып та торған тамуҡтай.

Әтекәйемдең аттары
Боролоп-боролоп юл башлай.
Әтекәйемдең иҫәрлеге
Ят кешеләргә ҡыҙ ташлай.

Йәмде Үҙәндең буйында
Бешә лә микән ҡарағат.
Ҡыҙ балаларҙы илатырға
Ҡуша ла микән шәриғәт.

Мунсала тулы тау ташы,
Ҡаҙанда тулы ҡаҙ башы.
Шунда ла торған кейәүеңдең
Ялтырай төшә таҙ башы.

Ҡарт урыҫ та кейә сабата,
Йәш урыҫ та кейә сабата.
Шунда лә торған кейәүең
Һөйләшә белмәй собака.

Салғыһы салғы икән дә,
Кейәүе кейәү икән дә,
Шунда ла торған кейәүҙең
Күҙе нәҙек икән дә.

Тәнкә лә булып тегелмәм,
Мәрйен дә булып теҙелмәм.
Шунда ла торған кейәүгә
Йәмәғәт булып һөҙөлмәм.

Өйөгөҙҙө лә беләбеҙ,
Үҙегеҙҙе лә беләбеҙ.
Ун ике ерҙән таяулы,
Һыйыр буғы менән һылаулы.

Эй таш тирмән, таш тирмән,
Тарта ла, тарта тороғоҙ.
Ас (ауыл исеме) бирҙегеҙ,
Эҙләй ҙә һорай тороғоҙ.

Ҡояш сыҡты нур балыҡты
Тәҙерәнән һәм ҡалыкты.
Уян әткәм, уян әнкәм,
Ҡарап тиҙ башҡа халыҡты.

Уҡыт мине ғәзиз атам,
Уҡытмаһаң таштай ҡатам.
Зинһар әткәм, зинһар әнкәм,
Мин бит һеҙҙең ғәзиз балаң.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Сеңләү> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.18 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8