Ҡара ҡаҙ // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Ҡара ҡаҙ (Черный гусь).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Зианчуринский район, д. Ургинка.
Год записи: 1945 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 5-7.
Записано 20 июля 1945 года А.Ф. Абдуллиной от колхозницы колхоза им. Молотова Ахтямовой Хаернисы, 63 года.

Ҡара ҡаҙ

1945 йылдың 20 июлендә Зианчура районы, Үрген ауылы, Молотов колхозы шул уҡ ауыл колхозницаһы 63 йәшлек Хәйерниса Эхтәмованан яҙып алынды. Яҙып алыусыһы А.Ф.Абдуллина.

Элек заманда бер ҡарт менән ҡарсыҡ булған, ти. Улар бик фәҡир булғандар, ти. Уларҙың берҙән-бер Гөлбикә исемле ҡыҙҙары булған, ти. Гөлбикәнең әсәһе оҙаҡ йәшәй алмай, үлеп китә. Ҡарт йәш ҡатын ала, ә был ҡатындың үҙенең дә ҡыҙы була. Был катын бик яуыз, ҡаты бәғерле булған. Ул Гөлбикәне бер ҙә яратмаған, ә Гөлбикә шундай һылыу ҡыҙ булған. Гөлбикәнең әсәһенән ҡара һыйыр ҡалған була. Әбей Гөлбикәнән бик ауыр эштәр эшләткән, эшләгән эштәрен бер ҙә яратмаған.

Ҡара һыйыр Гөлбикәгә һәр эшендә ярҙам иткән. Быны үгәй әсә һиҙеп ҡала һәм нисек тә ҡара һыйырҙы һуйҙырмаҡсы була. Ул бер сихырсы ҡарсыҡҡа бара һәм шул турала һөйләп бирә. Сихырсы ҡарсыҡ кәңәш бирә: юрый ғына ауырыған булып ята, шунан иренә ҡара һыйыр ите ашағым килә тип әйтерһең, ти. Үгәй әсә шулай иткән. Бабай башта риза булмай, ләкин аҙаҡ әбей һүҙенә төшә. Үгәй ҡыҙ быны ишетеп бик ныҡ илай башлай. Ҡара һыйырға сығып, уны һуйыуҙары тураһында һөйләй. Ҡара һыйыр ҡыҙға: "Мине һуйғас, һин минең итемде ашама, ә ашаған бер һөйәктәрҙе йыя бар һәм ул һөйәктәр һиңә ярҙам итер", - ти.

Ҡара һыйырҙы һуялар, әбей тиҙ үк шәбәйеп китә. Ә Гөлбикә һөйәктәрҙе ағас аыуышына йыя барған. Гөлбикәнең тормошо бик зарлы, моңло үткән.

Берҙән-бер көндө батша хөкөм сығара, улына ҡыҙ һайлау маҡсатында, бөтә халыҡты туйға саҡыра.

Гөлбикәнең атаһы һәм үгәй әсәһе лә килергә тейеш була.

Әбей үҙенең ҡыҙын туйға алып китә, ә Гөлбикә өй ҡарап ҡала. Гөлбикә шул тиклем ғәрләнә. Аталары киткәс, ул ағас ҡыуышлығына барып, нишләргә белмәй илай. Шул ваҡыт Гөлбикәнең алдында аҫыл әйберҙәр барлыҡҡа килә. Ул шул тиклем ҡыуана һәм кейемдәрен кейеп туйға китә. Бөтә халыҡ уны хан ҡыҙы тип уйлап, хуплап ҡаршы ала. Был ҡыҙ шундай һылыу була, бөтә кеше уға һоҡланып ҡарай, түрҙән урын бирәләр. Ҡыҙ ҡатаһын ишек төбөнә ҡуйып, түрҙән уҙа. "Хан ҡыҙына" батша улының күҙе төшә. Ул ҡыҙҙың бер ҡатаһын йәшереп ҡуя. Туй бөтә. Кешеләр ҡайтырға йыйына. Гөлбикәгә аталарынан алда ҡайтырға кәрәк була. Ул бер ҡатаһын тапмай ҡайтып китә. Ҡайтҡас бер нәмә белмәмешкә һалышып, тегеләрҙән туй тураһында һораша. Бигерәк әбейҙең ҡыҙы туйҙы бик маҡтап һөйләй.

Бер ваҡыт ҡата тураһында һүҙ ҡуҙғала. Батша: "Кемгә ошо ҡата ярай, шул кеше минең улымдың ҡатыны буласаҡ", ти. Әбей нисек тә үҙенең ҡыҙын батша улына бирергә тырышҡан, ләкин ҡата әбейҙең ҡыҙына ярамаған. Гөлбикә кейеп ҡарай, шул тиклем ҡата Гөлбикәгә ярай. Батша улына хәбәр итәләр. Гөлбикә ағас ҡыуышына барып, аҫыл кейемдәрен кейә. Шул саҡта үгәй әсәһе, атаһы туйҙағы "хан ҡыҙы" Гөлбикә икәнен беләләр.

Гөлбикә батша улына бара. Улар әйбәт кенә донъя көтә башлайҙар.

Берҙән-бер көндө аталары Гөлбикә менән кейәүҙе ҡунаҡҡа саҡыралар. Гөлбикәләр ҡунаҡҡа киләләр. Үгәй әсәһе Гөлбикәне нисек тә иренән айырмаҡсы була. Мунса яға, ә Гөлбикәне бер бүлмәгә бикләп ҡуя, был уй менән үҙенең ҡыҙын Гөлбикә кейәүе менән ҡушмаҡсы була. Тәүҙә мунсаға үҙенең ҡыҙын ебәрә, унан батша улы бара. Мунса инеп ҡайталар, ләкин батша улы бер нәмә һиҙмәй.

Оҙаҡ ҡунаҡ булғандың һуңында, ҡыҙҙары балаһын алып ҡайтып китә. Балаһы үҙ әсәһе түгел икәнлеген белә, көн дә илай. Атаһы быға бик аптырай. Гөлбикә ғәрләнеп илай-илай ҙа, тәҙрәнән ҡара ҡаҙ булып осоп сығып китә.

Батша улы улын бер әбейгә тәрбиәгә бирә. Бер ваҡыт әбей күл буйына баланы алып барған. Шул ваҡытта ҡара ҡаҙҙар осоп төшәләр һәм бер ни тиклем хәл алғандан һуң осоп китәләр. Иң аҙаҡ бәләкәй генә бер ҡара ҡаҙ ҡала, ул кешегә әйләнә, әбей янына килә. Был Гөлбикә була. Гөлбикә үҙенең ҡаҙ булыуын иренә әйтмәҫкә ҡуша. Балаһын имеҙгән дә осоп киткән. Шунан бала иламай башлаған. Әбей көн дә шулай күл янына килгән.

Батша улы әбейҙән: "Бала бер ҙә иламай, нисек тымыҙаһың?” - тип һораған. Әбей уға; "Мин уны күл буйына алып барып әүрәтеп алып ҡайтам", - тигән. Батша улында шик тыуа. Бер көндө әбей баланы тағын күл буйына алып киткән, батша улы ла йәшерен генә уның артынан киткән.

Кара ҡаҙҙар осоп киткәндәр, һәр береһенән әбей Гөлбикәне һорап ҡалған. Гөлбикә иң аҙаҡ осоп килеп төшкән. Балаһын яратып-яратып, унан осоп китергә йөрөгәндә, батша улы уны сәсенән уратып, тотоп алған. Гөлбикә ялбарған, ләкин батша улы ебәрмәгән. Татыулашып ҡайтып китәләр, ә үгәй әбейҙең ҡыҙын үлтерәләр. Шунан һуң улар бик татыу тора башлағандар, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Ҡара ҡаҙ [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.183 (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8