Батыр егет тураһында // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Батыр егет тураһында (О храбром джигите)
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Абзелиловский район, д. Казмашево.
Год записи: 1956 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 36-40.
Записано от Кушина Ахметкужи, 66 лет. Имена фольклористов не указаны.

Батыр егет тураһында

Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы Амангилде сельсоветендә йәшәүсе Кушин Әхмәтҡужанан яҙып алынды. Уға 66 йәш. Яҙып алыңды 1956 йылда.

Борон-борон заманда булған, ти бер әбей менән бер бабай. Уларҙың ике улы булған, ти. Береһе ун ике йәшлек, икенсеһе алты йәшлек Улар шәһәрҙән ситтә бер бәләкәй ҡараңғы землянкәлә йәшәгәндәр, ти. Көн һайын иртәнсәк атаһы менән әсәһе шәһәргә тамаҡ эҙләп килә икән, ти. Һәм үҙҙәре малайҙарына өйҙән сыҡмағыҙ тип китә икән, ти. Бер көн иртәнсәк үҙҙәре сығып китәләр шәһәргә, малай ҙа аталарының артынан һиҙҙермәй генә бара. Китеп барғанда бер егеүле тройка үткәнен күрә һәм югереп барып артына йәбешеп китә лә бара икән, ти. Унда ҙур бер ун ике башлы аждаһа йылан булған. Ул көн һайын бер кешене ашап торған, ти. Шунан ашау батша ҡыҙына сират еткән, ти. Ошо тройка как рас күл ситенә барған һәм батшаның ҡыҙын алып килгән, ти. Батша ҡыҙы менән малайҙы билдәләп ҡуйылған йылан ашай торған ергә төшөргәндәр ҙә үҙҙәре ҡасҡандар, ти. Ҡыҙ малайҙы күргән дә, "Һин нишләп тораһың, ҡустым, хәҙер йылан ашай бит, бар ҡайт, исмаһам мине генә ашар, ә һин ҡотолорһоң", тигән, ти. Ләкин малай уға: "Ҡуй, ҡайтмайым, һин ни күрһәң мин дә шуны күрәм", ти икән. Аждаһа йылан һыуҙан сығып ҡарай ҙа, шатланып ҡысҡырып көлөп ебәрә. "Оһо, бөгөн икәү килгән икән, тамаҡ ныҡ туя инде", ти һәм ашарға килә. Шул саҡ малай кеҫәһендәге бәләкәй саҡтан йөрөгән бәкеһен алып йыланды вес тураҡлап кәбән кеүек итеп өйөп бесән менән баҫтырып ҡуя, ти. Батша ҡыҙы ҡулындағы алтын йөҙөктө малайға бирә һәм шатланып ҡайтып китә. Малай ҙа үҙ өйөнә югереп ҡайтып китә, ти. Батша ҡыҙы ҡотолғас, уның атаһы шатланып ҡыҙын кейәүгә бирергә була һәм бөтә булған кешене йыя, ти. Егетләр матур кейенеп, яҡшы аттар менән киләләр, ти. Батша ҡыҙы: "Юҡ, миңә алтын балдаҡ биргән, йылан үлтергән егет кәрәк", ти. "Ул мине ҡотҡарғас, мин уға барырға тейешмен", ти. Ләкин алтын балдаҡлы кешене табып булмай. Кешеләрҙән һорашалар: "Өйҙә балаларығыҙ ҡалманымы?" тин. Бөтәһе лә: "Юҡ, ҡалманы", ти. Теге әбей менән бабай: "Беҙҙең ике малай ҡалды өйҙә", ти. Батша: "Бар, шуларҙы алып кил әле", ти. Алып килһә, алты йәшлек малай була ла ҡуя. Ҡыҙ: "Бына ошо", тип ҡысҡырып ебәрә, ти. Ләкин малай, ағайыма бирегеҙ, мин бәләкәй алмайым, ти. Ризалашып бирәләр ағаһына. Батша быларҙы шәһәргә күсереп килтерә, яҡшы алтын өйҙәр бирә һәм улар шунда тора башлайҙар. Малайҙың батырлығы бөтә тирә-яҡҡа ишетелә.

Бер көн иртәсәк егет йоҡлап ятҡанда, бер ҡыҙ көмөш ҡамсы тотоп, үҙенең матур биҙәлгән атына атланып егетте күрергә килә һәм егет йоҡлағанда уға һоҡланып ҡарап тора, ҡыҙҙы тоторға итә, ти. Ләкин ҡыҙ ҡапыл атына атланып кире ҡайта ла китә, ти. Егет был ҡыҙҙы эҙләргә була, ти. Һәм батшанан һорай, мин шул ҡыҙҙы эҙләп китәм, ти. Батша хәйерле юл теләп оҙатып ҡала. Егет кешеләрҙән белешеп, һорашып йөрөй торғас, уға бер кеше: "Бер әбей булыр шәһәр осоноң урманында. Ана шул әбейҙән һора, ул бөтә кешене белә", тип әйтә, ти. Егет был әбейгә бара, ти, һәм һорай: "Һин инәй шул ҡыҙҙы беләһеңме?" ти һәм бөтәһен дә һөйләп бирә, ти егет үҙенең башынан үткәндәрҙе. Әбей уға; "Юҡ, улым, мин белмәйем, минең апайым бар, анау яҡта тора. Ана шунан һора, ул шул ҡыҙға ҡатнашып йөрөй шикелле", ти. Егет бара һәм шул әбейҙән һорай, ти. Ул әбей уға: "Ҡуй, балам, юҡ менән маташып йөрөмә, ҡайт һин лучше, ул ҡыҙҙы ҡоралланып килеп тә ала алмайҙар", ти. Ләкин егет һораша, "Әйт инәй, ул ҡайҙа тора, мин барыбер алырмын", ти. Әбей белгәндәрен һөйлә: "Мин ул ҡыҙҙы беләм, ул анау ерҙә йәшәй. Төшкөһөн йоҡлай, сәсен алтын бағанаға урап-урап йоҡлай, ә көмөш ҡамсыһы бағанала элеүле тора”, ти. Уның анты "Кара юрға атымды өс үбәрмен", тип өс әйтһә ул ант бирә, ти. Егет китә, ҡыҙ янына бара, ат алтын югәнле, бәйле тора, эттәре өрә. Өйгә инһә, ҡыҙ йоҡлай. Егет ете һуға ҡамсы менән, ҡыҙ тора һәм егетте күккә лә, ергә лә атып бәрә. "Ниңә килдең бында?", ти. Ләкин егет бирешмәй, ант ит, ти. Ҡыҙ ахырҙа "Һиңә барам", тип антын әйтә, ти. Улар йәмле генә итеп бергә тора башлайҙар. Егет һунарҙан төрлө ҡош-ҡорттар атып алып килә, шуның менән туҡланалар һәм яҡшы ғына итеп йәшәйҙәр, ти.

Быларҙан алыҫ түгел ерҙә йәшәгән ти бер батшалыҡ. Уның батшаһы был ҡыҙҙы электән үк яратҡан һәм алырға тип килеп һуғышып та ҡараған, ләкин ҡыҙ бармаған. Был батша ҡыҙҙың кейәүгә сыҡҡанын ишетеп, уға хәйлә ҡора һәм бер әбейҙе елкән карапҡа ултыртып, төрлө кәрәк-яраҡ нәмәләр биреп, шул ҡыҙҙы алып ҡайтмайсы ҡуйма, тип юлға оҙата.

Бер көндө ҡыҙҙың кейәүе (әкиәттең геройы) һунарҙа йөрөгәндә әбейҙе күрә, уға иғтибар итмәй китеп бара. Ул ҡайтҡас ҡатынына; "Бер әбей күрҙем, яңғыҙ ғына еләк йыйып йөрөй", ти. Ҡатыны уға: "Ул әбей яҡшы кеше булһа, аш-һыу әҙерләһә, бөтә булған эште эшләһә, һин уны алып кил, беҙҙә торһон", ти. Егет икенсе көндө был әбейҙе тағы күрә һәм унан хәлдәрен һораша. Әбей уға; "Мин урманда кейек кеүек яңғыҙ ғына йәшәп, еләк менән тамаҡ туйҙырам", ти. "Әйҙә беҙгә әбей, беҙҙә йәшә, өсәүләп йәшәрбеҙ", тип алып ҡайтып китә. Улар бик яҡшы өсәүләп йәшәйҙәр.

Бер көндө ире һунарға киткәс, әбей ҡатынынан; "Һинең иреңдең йәне ҡайһы ерҙә икән?" ти. Ҡатыны: "Уның йәне ҡылысында, бәләкәйҙән уны ул бергә алып йөрөгән", ти. Ире килә һәм йоҡлап китә. Ә әбей ҡылысты һаҡлыҡ менән генә алып диңгеҙгә ташлай. Ҡылыс шунда ук бер балыҡтың күҙенә ҡаҙала, ти. Иртәгеһенә егет үлгән була, ятҡан урынынан тормай, Ә әбей ҡыуанып, ҡыҙҙы үҙенең карабына ултыртып, батшаға ҡайтып китә.

Өйҙә бер ваҡыт бәкенән ҡан тама. Әсәләре аптырашта ҡала һәм уны эҙләп китәләр. Улдары янына килеп етәләр, ул үлеп ята, уны күрәләр ҙә илайҙар һәм ағаһы диңгеҙ янына барып, ултырып, балыҡтарҙан: "Эй, балыҡ дуҫтарым, минең ҡустым ниңә үлде, уның ҡылыс ҡайҙа икән?" ти. Бер балыҡ: "Уның ҡылысын анау бер көндө уларҙағы әбей һыуға ташланы һәм ул минең иптәшемдең күҙенә ҡаҙалды. Бына ул балыҡ", теге балыҡты алып килә. Ағаһы уның күҙенән ҡылысты һура тартып ала. Балыҡ уға рәхмәттәр әйтеп, күҙе шарҙай булып асылып, китеп бара. Ағаһы ҡылысты алып килеп ҡустыһы янына һала. Ҡустыһы шунда ук ырғып тора һәм эштең ниҙә икәнен аңлай. Ул туғандарына рәхмәттәр әйтеп, үҙенең хәле тураһында һөйләп, эш әбейҙә икән, тип, ҡыҙҙы эҙләп юлға сыға.

Ул ай бара, йыл бара һәм ваҡ мал көтөүенә осрай. Уның көтөүсеһе бик шатланып бейеп йөрөй. "Ниңә бейейһең һин, йәш егет?" тип һорай, "Ниңә бейемәҫкә, бөгөн батша ҡыҙҙы ала, туй була", ти. Егет уның башын өҙөп сабып китә. Унан эре мал көтөүенә осрай. Бындағы көтөүселә лә шул ук хәл. Ул уның да башын сабып өҙөп китә һәм ауылға барып инә. Унда бөтә кеше шат, бейеп йөрөй, ти. Ул бер әбейгә фатиргә төшә һәм "Мин бик яҡшы аш-һыу әҙерләй беләм, мин ул туйға повар булайым, әйт һин батшаға", ти егет. Батша ике ҡуллап риза була. Туй башлана. Ҡыҙға алтын сеүәтәгә үҙәнең алтын балдағын һалып бирә һәм тоҙон әсе итеп яраштыра. Ҡыҙ әсе булғас, болғап төбөн ҡарап ултырғанда алтын балдаҡ килеп сыға. Был - иренең балдағы. Ҡыҙ; "Поварҙы миңә алып килегеҙ", ти. Алып киләләр, шунда бер-береһен таныйҙар, ҡосаҡлап үбешәләр һәм бөтә туйҙа булған кешеләрҙең ҡылыстарын алып бөтәләр. Ҡарындыҡка теге батша менән әбейҙе һалып элеп ҡуялар һәм үҙҙәре батша булып, әле лә яҡшы ғына йәшәйҙәр, ти. Ә теге ҡарындыҡ ҡоро көн булһа ҡатып сорошоп, ямғырлы көн булһа оҙон булып һуҙылып китә, ти. Быға бөтә урамдан үткән кеше эсен ыуып көлөп китә, ти. Әкиәтем ары, үҙем бире, арҡама сей тире.

 

Ссылка на эту публикацию:

Батыр егет тураһында [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.187 (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8