Нисауай менән Бисмилла // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Нисауай менән Бисмилла (Нисауай и Бисмилла).
Жанр: Сказка (бытовая).
Место записи: БАССР, район не указан (предположительно, Абзелиловский), д. Рыскужино.
Год записи: 1956 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 41.
Записано 11 октября 1956 года от Магадеева Яхьи. Имена фольклористов не указаны.

Нисауай менән Бисмилла

Рысҡужа ауылы колхозниге Мәһәдиев Яхъя тарафынан һөйләнгән, 1956 йыл, 11/Х.

Борон-борон заманда йәшәгәндәр, ти ике ҡарт. Береһенең исеме Нисауай, ә икенсеһенең Бисмилла. Улар икеһе ҡоҙа булышҡандар. Нисауа ҡоҙа саҡырған сакта, Бисмилла ҡоҙаһының күп ашағанын яратмаған. Бер ваҡыт Бисмилла ҡоҙаһының хәлен белергә килә. Шул ваҡытта ҡоҙағый ҡаҙанға ит һалып тора һәм Бисмилланы тәҙрәнән күрә лә ҡаҙандағы ҡаҙыһын алып, һике аҫтына һала, баш бешергән була һәм уны табаҡҡа һалып, мейес артына ҡуя. Бал ҡойған була, ә уны урын аҫтына ҡуя. Бисмилла инә һәм һөйләшеп ултыралар. Нисауай Бисмиллаға; "Йә, ҡоҙа, күргән-белгәндәреңде һөйләп ултыр", ти. Бисмилла: "Белгәнде беҙ үҙебеҙ ҙә беләбеҙ, күргәнде һөйләргә кәрәк әле. Бер ваҡыт юлда ат менән килә инем, бер йылан килә, урындыҡ аҫтындағы балдай һажлап, мейес артыңдағы баштай таш менән алып һуҡҡайным, һике аҫтындағы ҡаҙылай булып йомарланып барып ятты", — тип һөйләп алып киткән. Ҡоҙалар аптырашҡандар. Шулай итеп улар йоҡларға ятҡандар. Бисмилла йоҡлап киткәс, Нисауай менән ҡатыны ит ашарға булғандар. Улар: "бисмилла" тип ашарға булғандар икән, ҡоҙаһы килгән дә торған. Ул: "Уй әттәгенәһе, ҡоҙа мин туйғайным бит әле", — тип ашарға ултырған. Улар асыуланышып ултырып ашағандар. Бисмилла ҡоҙаһының асыуланғанын белеп тышҡа сығып, үҙенең атының ҡашҡаһына тиҙәк һөртөп, тегенең атының маңлайына аҡ балыҡ һөрткән. Төңдә Нисауай сығып, ҡоҙаһының атын бысаҡ менән сәнсә һәм иртәнсәк торғас; "Ҡоҙа атың бағанаға төшкән!" — ти. Ҡоҙаһы уға: "Ярай, сығып ҡарайыҡ. Һинең атың аҡ ҡашҡа булһа, минең атым буҡ ҡашҡа булыр", — ти. Улар сығып ҡарайҙар һәм Бисмилла аттарҙың ҡашҡаһын һөртә. Нисауай үҙенең атын сәнескән булып сыға. Шулай итеп улар бер-береһен ташлап ҡуялар.

 

Ссылка на эту публикацию:

Нисауай менән Бисмилла [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.188 (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8