Һыйыр аяҡ - эт башлы (әкиәт) // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Һыйыр аяҡ - эт башлы (С ногами коровы и головой собаки)
Жанр: Сказка (бытовая).
Место записи: БАССР, Абзелиловский район, д. Казмашево.
Год записи: (год записи не указан).
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 35.
Записано от Усмановой Хафизы Усмановны, 55 лет, домохозяйка (имена фольклористов не указаны).

Һыйыр аяҡ - эт башлы (әкиәт)

Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе Усманова Хәфизә Усман ҡыҙынан яҙып алынды. Ул 55 йәштә, өй хозяйкаһы.

Борон-борон заманда, кәзә командир булғанда, һарыҡ һалдат булғанда булған, ти бер әбей. Уның ҡарты үлгән булған, ти инде. Ялғыҙ ғына улы булған, ул һуғышҡа китеп, шунда үлеп ҡалған, ә әбейгә улы үлгән өсөн аҡса килеп торған, ти. Әбей аҡса алып килә лә өйҙә һаҡларға ултыра икән, ти. Шул ваҡытта һыйыр аяҡ - эт баш урындыҡ аҫтынан килеп сыға ла, әбейҙең бөтә булған аҡсаһын алып, кире урындыҡ аҫтына инеп китә лә юҡ була, ти. Шулай итеп әбейгә бер тин дә аҡса ҡалмай, ти. Алып килгән аҡсаһын алып тик тора, ти. Бер көн әбей шулай аҡса ала ла алған урынынан китмәй аҡса һанай һәм үҙе һөйләнә: "Был аҡсаны алыу менән ни үҙ ҡулыма теймәгәс", ти. Ә милиционер унан: "Нисек һуң әбей, һин нәмә тураһында һөйләйһең, ул аҡса һиңә булмай кемгә булһын?" тип һорай. Ә әбей; "Уға теймәй шул балам, әллә ниндәй һыйыр аяҡ - эт баш килеп сыға ла аҡсамды алып кире инә лә китә", тип әйтә, ти. Милиционер унан һорашып белеп әбейҙе өйөнә индерә, ә үҙе тәҙрәнән ҡарап тора, ти. Әбей инеү менән һыйыр аяҡ - ат баш килеп сығып, әбейҙең аҡсаһын алайым тигәндә генә милиционер һыйыр аяҡ - эт башты тотоп ала ла сисендереп ҡарай, ти. Улар сисендерһәләр, күршенең ике <пропущено слово> була ла ҡуя. Уларҙы судить итеп төрмәгә ябып ҡуялар, ти. Ә әбей үҙ аҡсаһына рәхәтләнеп тотона, ашай, нәмә ала, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Һыйыр аяҡ - эт башлы (әкиәт) [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.189 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8