<Таҡмаҡтар> <i>(Частушки)</i> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Таҡмаҡтар> (Частушки).
Жанр: Частушка
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Краснополь.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 75-77.
Записано студенткой Разией Галимовой от Гильмановой Фатимы Закировны (1918 года рождения).

<Таҡмаҡтар> (Частушки)

Салауат районы Краснополь ауылы Ғилманова Фатима Закир ҡыҙынан (1918 йылғы) Разия Ғәлимова яҙып алған.

Сылтыр ғына сын сынаяҡ?
Сылтырҙатмай нисек йыуаһың.
Маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышын
Ҡулың менән нисек йыуаһың.

Сылтыр ғына сылтыр сын сынаяҡ
Ташла биҙең ыуалһын диеп.
Ултыра ла торғас йырла биҙең,
Йорт хужаһы ҡыуанһын диеп.

Сылтыр-сылтыр ни былтырҙай
Ат өҫтөндә ыңғырсаҡ.
Беҙ йырламай кем йырлаһын,
Етте беҙҙең ҡайтыр саҡ.

Ҡара урманкайҙарҙы үтәргә,
Ҡарағаттан ҡара ат кәрәк.
Һеҙ дуҫтар менән танышырға
Һигеҙ төрлө хат кәрәк.

һандуғастар һайрай һай ояла.
Оялары йәшел быяла.
Шул, һандуғас кеүек һайрашып уҡ
Көн итегеҙ фани донъяла.

һандуғастар матур һайрай
Талдарға баҫмаһа ла.
Матур һайрап күңел аса
Ҡайғыны баҫмаһа ла.

Ҡарлуғасҡай ҡара, муйыны ала
Һауаларға сығып юғала.
Тыуһа ғына тыуһын әй ир бала,
Дәлиғәһыҙ була ҡыҙ бала,

һандуғас ҡарлуғас булмай,
Аралаш теҙелһә лә.
Бер-береңде күреп булмай,
Эстәрең өҙөлһә лә.

Туғанкайым сәсекәйең
Шарап үҫтергән кеүек.
Әллә ниңә бәхетһеҙмен
Ҡарғап үҫтергән кеүек.

һандуғастар баҫып һайрай,
Гармун ҡайыштарына.
Булмаһын икән бәбекәйең?
Көндөң байыштарында.

Алай димәгән инем,
Былай димәгән инем.
Йәш ғүмерҙәр зәңгәр сәскә
Үтәр димәгән инем.

Аҡлы ситса күлдәк кейһәм,
Уҡа кейгәндәй булам.
Бәбекәйемде төштә күрһәм,
Өндә күргәндәй булам.

Иҫле гөл күсерәмен.
Аяҡ атлаған һайын
Иҫемә төшөрәмен.

Баҫыу ҡапҡаһын сыҡҡас,
Йыйып алдым шау нарат.
Өҙөлөп-өҙөлөп һағынамын
Киткән юлыңа ҡарап.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Таҡмаҡтар> (Частушки) [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.19 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8