Батша һайлау (әкиәт) // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Батша һайлау (Выборы царя)
Жанр: Сказка (бытовая).
Место записи: БАССР, Мечетлинский район, д. Ишалино.
Год записи: не указан (предположительно, 1956 г).
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 48-50.
Записано Ахтаровым Рашитом. Имя и возраст информанта не указаны.

Батша һайлау (әкиәт)

Мәсетле районы, Ишәле ауылынан (кемдән икәне билдәһеҙ) Әхтәрев Рәшит яҙып алған.

Әүәл һинең менән мин йәшәгән ерҙә, бабай илә әбей булып, шуларҙан өс ул тыуған, ти. Ай артынан йыл үтеп, малайҙар егет булып үҫеп еттеләр, ти. Өс улдың да өйләнәһе килде, ти. Тик, аталары бик ярлы булғанға, былар өйләнә алмай йәшәнеләр, ти. Ә ул заманда ҡалымды бик күп һорағандар, ти.

Бер саҡ быларҙың батшалары үлеп киткән, ти. Батшаның бер улы ла ҡалмағас, уның берҙән-бер ҡыҙына батша һайларға ҡушҡандар, ти. Был ҡыҙ бик матур булған, ти. Күргән берәүҙең уға күҙе төшкән, ти. Ә ҡыҙ үҙенә кейәүҙе, илгә батшаны иң йөрәклеләрҙән һайларға ҡарар иткән, ти. Килә икән, ти, уға күрше батшалар шаһзадалар, тик береһе лә кире иҫән ҡайтмайҙар икән. Буласаҡ батшаны бер яңғыҙын бер бүлмәгә йоҡларға һалалар икән тәүге кисте. Төн еттениһә, батшалыҡҡа кандидат кешегә төрлө убырлылар, мәскәйҙәр, албаҫтылар һүрәтенә кереп, үлгән батша күренә икән. Кейеү егет кеше ҡото осоп үлә икән. Шул рәүешле бик оҙаҡ батша һайлай алмай йонсоғандар, ти, былар. Бабайҙың өс улы ла был бәхетте һынап ҡарарға булғандар, ти. Тәүҙә оло улы киткән, ти. Уны батша ҡыҙы яғымлы ғына ҡаршы алған, ти, һыйлаған, ти, һуңынан йоҡо бүлмәһенә оҙатҡан, ти. Төн уртаһы еткәс, нимәлер дөбөрҙәй башланы, ти. Ҡапыл ишек асылып китте лә, ти, унан бүлмәгә ниндәйҙер ут аҡрын ғына килә башланы, ти. Оло улдың ҡурҡынысынан йөрәге ярылды, ти. Оло ул ҡайтмағас, ни булһа ла булыр тип, уртансы ул китте, ти. Уны ла батша ҡыҙы яғымлы ҡаршы алды, ти, ашатты-эсертте лә йоҡо бүлмәһенә оҙатты, ти. Төн уртаһы еткәс, тағы ниҙер дөбөрҙәй башланы, ти. Егет ҡурҡмаҫ өсөн ҡолағына мамыҡ тыҡты, ти, ҡапыл ишек асылып китеп, унан ниндәйҙер ут килә башланы, ти. Егет дер ҡалтырай башланы, ти. Ул эҫеле-һыуыҡлы булып китеп, һалҡын тиргә күмелде, ти. Бүлмәгә тағы ниндәйҙер йән килеп инде, ти. Ул карауатҡа килде лә егеттең юрғанын тартып аса башланы, ти. Егет тама ағарынды, күҙҙәре маңғайына менде, ти. ҡомһоҙ йән егеттең осон ялап алыуы булды, ти. Егет а-а-а! тип ҡысҡырып ебәрҙе лә, һушын юғалтты, ти. Шунан кемдер кереп, уның муйынынан быуҙы, ти.

Иртәгеһен эй көтәләр, ти, өйҙә егетте аталары. Егет ҡайтманы, ти. Инде кесе улға сират килеп етте, ти. Ата-әсәһе ебәрмәҫкә ни тиклем генә көсләп һораһа ла, егет, уларҙың ай-вайына ҡарамайынса, китте, ти, сығып. Ә кесе ул бик матур булған, ти. Батша ҡыҙы уны күреп таң ҡалды, ти. Бик оҙаҡ ҡыйманы, ти, ахырҙа йоҡо бүлмәһенә оҙатты, ти. Төн уртаһы еткәс, ниҙер дөбөр-шатыр килә башланы, ти. Егет ҡурҡырға уйламай ҙа, ти, исмаһам. Йырлап тороп ебәрҙе, ти, ҡысҡырып. Хатта тыштан тауыш та тынып ҡалды, ти, бер аҙға. Тауыш яңы көс менән башланды, ишек асылып китте, ти. Ниндәйҙер ут килеп инде лә, егет янына аҡрын ғына килә башланы, ти. Егеттең ғәжәпләнеүҙән ауыҙы асылды, ти. Ятағынан төштө лә, ти, егет, саҡма ташы яндырып ҡараһа, өҫтөнә майшәме ултыртылған бер гөбөргәйелдең әкрен генә килгәнен күрҙе, ти. Гөбөргәйелде шунда ултырған бер һандыҡҡа һалып бикләне лә, майшәмен баш аҫтына ҡуйып, тағы менеп ятты, ти. ҡапыл бүлмәгә ниндәйҙер йәмһеҙ йән эйәһе килеп инде лә, егеттең юрғанын тарта башланы, ти. Егет ырғып тороп һәрмәһә, ниндәйҙер мөгөҙ тотоп алды, ти. Ҡапшабырак ҡараһа, был йәмһеҙ йән кәзә булып сыҡты, ти. Кәзәне мөйөшкә алып барып бәйләне лә, ти, икенседәй ятты, ти. Был юлы ишектән түбә таҡтаһына тейерлек, оҙон, аҡ кеше килеп инде, ти. Был аҡ шәүлә үҙе үкерә, үҙе яман ҡурҡыныс, ти. Егет сөйҙән бүркен алды ла ебәрҙе, ти, аҡ шәүләнең башына! Кинәт кенә был иләүләнеп, яртыһы иҙәнгә һынып төштө, ти. Егет саҡма ташын ҡабыҙһа, иҙәндә таяҡҡа эленгән аҡ туҡыманы һәм йылмайып торған һылыу батша ҡыҙынан башҡа бер ни ҙә күрмәне, ти. Егет аптырап торған мәлдә батша ҡыҙы югереп килде лә, уның муйынына һарылды, ти.

- Ну, егет, үҙең дә йөрәкле икәнһең. Бөгөндән башлап, мин дә, ил дә һинеке, — тине, ти.

Шунан былар өс көн, өс төн туй үткәрҙеләр, ти. Бабай менән әбейҙе лә барып килтерҙеләр, ти. Әле булһа ла былар донъя көтөп, йөн тетеп, һәйбәт кенә батшалыҡ итеп, йәшәп яталар, ти. Ташлығул аршында. Бына нисек! Һәр саҡ шулай йөрәкле булырға кәрәк!

 

Ссылка на эту публикацию:

Батша һайлау (әкиәт) [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.193 (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8