Атам-инәм васыяты (әкиәт) // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Атам-инәм васыяты (Завещание отца-матери).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Давлекановский район, д. Бурангулово.
Год записи: не указан, предположительно 1950-е гг.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 56-58.
Записано Сулеймановой Гайнафой Аминевной от своей матери. Возраст и имя информанта не указаны.

Атам-инәм васыяты (әкиәт)

Дәүләкән районы, Боранғол ауылынан Сөләймәнова Ғайнафа Әмин ҡыҙы үҙ әсәһенән яҙып алған.

     Борон-борон заманда бер ҡарт менән бер ҡарсыҡтың улы менән ҡыҙы булған, ти. Ҡарт менән ҡарсыҡ үлер алдынан балаларына васыят әйтәләр: берегеҙ кәләш алмағыҙ, икенсегеҙ кейәүгә бармағыҙ, тиҙәр. Былар ағалы-һеңелле торалар. Был ҡыҙҙың ағаһы шәһәргә мәҙрәсәгә уҡырға китә, һеңлеһе янына йома көн һайын ҡайтып тора, ти. Берҙән-бер көндө һеңлеһенә кәләш алыуы тураһында әйтә, ти. һеңлеһе атайым, инәйем васыятын боҙма, тип йылай, ти. Уңарға ҡарамай, ағаһы кәләш ала. Бисә алғас та ул һеңлеһенең һүҙенән сыҡмай, һеңлеһе яңы өйҙә, бисәһе иҫке өйҙә тора. Бисәһе бик көнләшә, ти. Ағаһы ҡунаҡҡа ҡайтһа, күстәнәсе менән һеңлеһе янына керә, ти. Бының өсөн еңгәһенең бик асыуы килә, ти. Берҙән-бер көндө был ҡатын бысаҡ ала ла арбаҙға сығып ике бейәне сәнсеп ташлай. Ире ҡайтыуына ҡаршы сыға ла: "Бына һеңелең, һүҙенән сыҡмайһың. Ул ике бейәне сәнсеп ташлаған", тип йылай, ти. Ире уға ҡарамай һеңлеһе янына керә, ти. Был эш бер нисә тапҡыр ҡабатланды, ти. Берҙән-бер көндө был бисә ике йәшлек балаһын һуя ла, һеңлеһе сығып киткән арала үлгән баланы баҙға һалып, ҡанлы бысағын шкафҡа ҡуйып сығып китә, ти. Ире ҡайтыу менән югереп сығып йылай башлай: "Бына һеңлеңә ышанмай инең, баланы һуйған, кереп ҡара", ти. Ире кереп ҡараһа, үлек баланы таба һәм ҡанлы бысаҡты шкафтан ала ла һеңлеһенең ике ҡулын да терһәктән аша балта менән сабып өҙөп, арҡаһына ҡапсыҡ аҫып сығарып ебәрә. Был ҡыҙҙың бер бите ай, бер бите ҡояш була, ти. Эҫе көндә йыраҡ юлда барып арый ҙа, батшаның алма баксаһы янына барып, бер ағас төбөнә ятып ҡаты йоҡоға китә, ти. Байтаҡ ваҡыт үтеү менән батшаның бакса ҡарауылсылары килеп, был ҡыҙҙы күреп, батша малайына ҡайтып һөйләйҙәр. Батша малайы килеп, был ҡыҙҙы уятып алып ҡайтып никах уҡыталар, донъя көтә башлайҙар, ти. Батшаның малайы был ҡыҙҙың ағайы менән бергә уҡыуҙа булалар.

     Байтаҡ ваҡыт үтеү менән был ҡатындың ир балаһы була. Баланың бер бите ай, бер бите ҡояш була, ти. Бала булыу менән батша барыусы артынан улына хат яҙа; киленебеҙҙең улы бар, бер бите ай, бер бите ҡояш, улым ҡайтып күр, ти. Хат алып барыусы кеше юлда бер ауылға кереп ҡунарға квартираға керә. Квартираның хужаһы батша малайы менән бергә уҡыусы был ҡыҙҙың ағаһы була. Ике ҡулы булмаған батша килене ҡатындың бер туған ағаһының бисәһе була. Был уҫал, хәйләкәр ҡатын юлсының ҡайҙан килеүе һорашып белеп бөткәндән һуң, мунса яғып, был кешене мунсаға ебәрә. Ул, юлсы мунсаға китеү менән, уның кеҫәһен ҡарап, батша малайына яҙған хатты алып уҡый ҙа, икенсе хат яҙа: "Сулак киленебеҙҙең улы бар, ат башлы, һыйыр ҡолаҡлы, нәмә эшләтәйем ике зәғифте, тип яҙған хатты был кешенең кеҫәһенә һалып ҡуя. Юлсы мунсанан ҡайтыу менән хәл алғас та юлға сығып китә. Ҡатын: "Ҡайтҡанда тағы кер, мунса яғып ҡуйырмын", ти. Был кеше хатты батша малайына илтеп биргәс, уҡып аптырап илай ҙа, атаһына хат яҙа: "Мин ҡайтҡансы торһон, үҙем белермен әле", ти.

     Был кеше ҡайтышлай тағы квартираға төшә. Килеп кереү менән мунсаға китә. Ул мунсаға китеү менән ҡатын хатты алып уҡый ҙа, хат яҙа: "Миңә ул бала кәрәкмәй, баланы ҡапсыҡҡа һал да, инәһенең аркаһына аҫып сығарып ебәр", ти. Батша был хатты уҡыу менән бик аптырай, шулай ҙа улы ҡушыуы буйынса киленен сығарып ебәрә, йыраҡ юлда барыу, бала бик йылай башлай. Шунан һуң катын бер һыу буйына килеп ултырып, теше менән баланы сисеп ала ла йыуындырырға уйлай. Йыуындырған саҡта бала һыуға төшөп китә башлай. Шул ваҡытта һыуҙан бер ауаз килә: баланы тот, тип. Шул ваҡытта ҡатыңдың ике ҡулы ла ялғана ла ҡуя. Катын баланы йыуындыра, һөйә, үбә, тамағын туйҙыра ла, үҙенең тыуған ауылына таба китә. Ауылға барып инеү менән үҙҙәренең күршеләренә инә. Насар кейемле ҡатынды бер кем дә танымай, уны эшкә ҡушалар. Был ҡатын иҙән йыуа, самауыр ағарта. Шул ваҡытта күрше ҡатыны керә, был ҡатындың еңгәһе була. Улар хужа ҡатын менән һөйләшеп алып китәләр. Хужа катын теге ҡатынды маҡтай. Әле ирем ҡайтыуына бөтә эшемде бөтөрҙө, ти. Шунан кергән ҡатын: "Минең дә ирем ҡайта, ҡунаҡ алып киләм тигән, миңә барып эшләмәҫме икән?" - ти. Шунан теге балалы юлсы ҡатын барып бөтә эшен эшләй, эште бөтөрөп ашап ултырғанда хужа ҡайтып төшә, ҡунаҡ батша малайы менән. Хужа ҡатын:
          "Хәҙер мейес араһына кер, баланың тауышын сығарма, минең ирем баланы яратмай", - ти.
Был ҡатын кереп ултырыу менән, ағаһы менән үҙенең ире ҡайтҡанын белә.

     Ҡунаҡтар керәләр, ашайҙар, әсәләр, иҫерә һәм һөйләшә башлайҙар. Ошо ваҡытта мейес араһындағы сығаһы килеп баланы семетеп йылата. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан хужа: "Ниндәй бала тауышы сыға бында?" - ти. Хужа ҡатыны:
          - Ҡуй, ҡуй, уның өҫтө-башы бик насар, сыҡмаҫ", - ти.
Шул арала теге ҡатын ҡабат әйтеүҙе лә көтмәй, килеп сыға. Ағаһы, ире танышалар. Был ҡатын барыһын да айырып һөйләп бирә. Ошо һүҙҙәрҙән һуң хужа үҙ ҡатынын бер нәмәһеҙ ҡыуып сығарып ебәрә. Һеңлеһе менән һөйләшеп, килгән ҡунаҡ үҙенең бисәһен, балаһын танып, бергә ҡайтып китәләр. Ағаһы бисә ала, былар әле тормош ҡороп яталар, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Атам-инәм васыяты (әкиәт) [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.195 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8