Буҙ турғай // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Буҙ турғай (Серый воробей).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, район и деревня не указаны.
Год записи: не указан (предположительно, 1956-1958 гг.)
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 63-64.
Записано имена фольклористов и информантов не указаны.

Буҙ турғай

     Борон-борон бер кешенең бер ҡыҙы, улы, булған, ти. Әсәләре үлеп китеп, балалары йәштәй генә йәтим ҡалғандар, ти. Әсәләре үлгәс, аталары икенсе бисә алып донъя көтөп киләләр икән, бер мәлде был бисә сәсерәп ауырып китте, ти. "Фәлән-фәлән ерҙә минең апайым бар ине, шуны алып килһәң, ул ниндәй әрәнйеү булһа ла белә торғайны", - тигән, ти бисәһе иренә. Шунан теге ир бисәһенең апайын эҙҙәп алып килгән, ти. Ул бисә һеңдеһен ҡараған да:

      "Һай, һай, кейәү, һеңдемдең хәле бик насар, яңғыҙ улыңды һуйып ашатмаһаң, шәбәймәһ", - тигән. Хатыны: "Ҡуй" тип әйтә, ти. Ҡыҙы "Ҡуй", - тип әйтә, ти. Хатынының ялбарыуына риза булып, улын һуйырға атаһы балта ҡарай башлаған, ти. Малайын һуйып, бешереп, һөйәк-һаяғына тиктем икәү араһы, апалы- һеңелде ашап бөткәндәр, ти. Апайы ҡустыһының тубыҡ һөйәктәрен йәшереп алып ҡуйып һыуға бара торған юл буйына, муйыл ботағына аҡ сепрәккә төрөп, бәйләп ҡуйған, ти. Бахыр, ҡыҙ һыуға барған һайын, илай-илай сисеп ҡарап китә икән. Көн һайын һөйәккә бер йөн үҫеп торған, ти. Берҙән-бер көн һөйәкте алып ҡараһа, турғай булып осоп киткән дә, сыуал башына ултырып:
          "Атай бысаҡ ҡайрай,
          Тулы ҡаҙан ҡайнай,
          Үгәй апайым "һуй, һуй", - ти,
          Үҙ апайым "ҡуй,ҡуй", -
тип һайрай ти. Үгәй апайы сығып ҡошто ҡыуып ебәрә икән. Ләкин ул ҡош, килә лә тағы һайрай баштай, ти.

     Бер кеше солоҡто ҡарағайҙан бал алып тора икән. Шул ҡарағайҙың башына турғай менеп һайрай, ти:
          "Атай бысаҡ ҡайрай,
          Тулы ҡаҙан ҡайнай,
          Үгәй апайым "һуй, һуй", тип,
          Үҙ апайым "ҡуй, ҡуй", ти, - икән.

     "Ниндәй аһыл, моңдо ҡошһоң һин, кил, бер киҫәк бал һалып бирәйем", - тигән. Турғай ҡанатын йәйеп кенә килеп ултырған, ти. Бер киһәк балды ҡанатына ҡыһып ҡына осоп киткән. Сыуал башына менеп тағы шул уҡ йырҙы ҡабатлаған, ти. Турғай һайрап бөткәс тә: "Үҙ апайым, ауыҙыңды ас!" - тип ҡысҡырған, ти, сыуал башынан. Ҡыҙ ауыҙын асһа, бер киҫәк бал төшөргән, ти.

     Ҡырҡ тартмасы китеп бара икән, турғай тартмаһына ултырып:
          "Атай бысаҡ ҡайрай,
          Тулы ҡаҙан ҡайнай...
тип, моңдо итеп һайраған икән, теге кеше: "Ниндәй генә кеше телен белгән моңдо ҡош икәнһең? Нәмә генә бирәйем икән?" - тип, тартманан алып, бүтән нәмәһе булмағас, бер ус энә, бер ус беҙ биреп ебәргән, ти.

     Турғай йәнә сыуал башына менеп һайраған да: "Үгәй апайым, ауыҙыңды ас!" - тигән. Үгәй апайы бал көтөп, барып ауыҙын асһа, бер ус энә, бер ус беҙ тамағына ҡаҙалып үлгән, ти.

     Атаһы утынныҡта утын ярып тора икән, эргәһенә килеп өс тапҡыр һелкенгән икән, малай булған да ҡуйған, ти. Атаһына үпкәләгән, ти. Шунан бирле бергәләп, ҡыуанышып донъя көтөп торалар, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Буҙ турғай [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.197 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8