Ашҡаҙар // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Ашҡаҙар (Ашкадар).
Жанр: Узун-кюй. Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Абзелиловский район, д. Билалово.
Год записи: 1958 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 65-66.
Записано Губайдуллиным Мансуром от Билалова Хидията, 1892 года рождения.

Ашҡаҙар

Әбйәлил районы, Билал ауылында Билалов Һиҙиәттән, 1892 йылда тыуған. Ғөбәйдуллин Мансур яҙып алды. 1958 йыл.

Ашҡаҙарҡай һыуының ағымы ҡаты,
Көрән атым ҡалҡып йөҙә алмай,
Алла һүлә уҡып, нәҙер әйтеп,
Ҡыл сыбырҡайҙарын өҙә алмай.

Заныҡай заныш китте ай һунарға,
Ашҡаҙарҡай буйы шәшкегә.
Шәшкеләргә китеп вафат булды,
Ғәзиз башым ҡалды йәш кенә.


Заныҡай заныг китте әй һунарға,
Ашҡаҙарҡай буйы төлкөгә.
Төлкөләргә китеп вафат булды,
Ғәзиз башым ҡалды көлкөгә.

Ашҡаҙарҡай буйы туғай-туғай,
Туғайҙарҙа берәү ҡул болғай.
Туғайҙарҙа берәү әй ҡул болғай,
Һөйөклө лә бәғерем шул буғай.

Ашҡаҙарҡай һыуының яры бейек,
Йәбешеп сығыр уның талы юҡ.
Һүрәттәрен яһап һөйләшер инем,
һөйләшергә уның теле юҡ.

Ашҡаҙарҡай һыуының аръяғында
Көрәнсә лә атым төйәге.
Заныҡай заныш китте һыу төбөнә,
Шауғырап та ҡалды һөйәге.

Заныҡай заныш китте әй һунарға,
Ашҡаҙарҡай буйы ҡарһаҡҡа.
Заныҡай заныш кеүек булмаҫ инде,
Иң һәйбәтен ҡарап барһаҡ та.

Ашҡаҙарҡай буйы әй йәшел таш,
Ник илайһың, килен, башың йәш.
Мин иламай, ҡайным, кем илаһын
Йәтим ҡалды минең ғәзиз баш.

 

Ссылка на эту публикацию:

Ашҡаҙар [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.199 (дата обращения: 21.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8