Бәйет // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Бәйет (Баит).
Жанр: Баит.
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Малояз.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 55-58.
Записано студенткой Зухрой Буляковой от Янифы Хамитовой (67 лет). Баит был написан в 1956 году в память об умершей дочери Амине, после которой осталось четверо детей.

Бәйет

(1956 йылда үлгән ҡыҙы Әминәгә арнала. 4 балаһы ҡалған)

Салауат районы, Малаяҙ ауылында йәшәүсе Йәнифә Хәмитованан (67 йәштә) Зөһрә Бүләкова яҙып алған.

Алһыу таңда һыуға бара
Силәктәре сайҡала,
Һыу юлына нығырак баҫа
Баҫҡан эҙҙәре ҡала.

Һандыҡтағы флош пәлтәңде
Байрамдарҙа кейерһең.
Әштән арып кис ятҡас та
Уф йөрәгем, тиерһең.

Әминәнең йырҙарына
Һоҡланмаған кеше юҡ.
Үҙе уңған, ҡулы алтын -
Эшләмәгән эше юҡ.

Әминәкәй йырлағанда
Ҡош һайрауҙан туҡтала,
Һандуғасты йырлағанда
Бөтөн халыҡ һоҡлана.

Алһыу елдә һыуҙан килә,
Бәүеләлер силәге.
Әминәнең балалары
Үҫкән ҡурай еләге.

Ҡыҙыл сыбар халатыңды
Кей йоҡларға ятҡанда.
Балаларың ҡаршы сығыр
Һин уҡытып ҡайтҡанда.

Балаларың үҫеп еткәс,
Ҡарап һоҡлана алманың.
Тормошоңдо матур ҡорҙоң
Үҙең һоҡлана алманың.

һандуғасты мәжлестәрҙә
Әминәкәй, йырларһың.
Йоҡламаның, эш яраттың,
Матур донья көтәһең.
Нисек ташлап китәһең.

Әминәкәй сигеү сигә
Кис күҙҙәрен талдырып.
Сигеүеңде, был донъяны
Ник китәһең ҡалдырып.

Моңло тауышын ишетһәң ине
Һандуғасты йырлатып.
Мәңгелеккә ташлап китте,
Дүрт балаһын илатып.

Йәштәй генә вафат булды,
Һөйөклө аналары,
Йәтим ҡалды алһыу йөҙлө
Сәскәләй балалары.

Балаларың бик моңая,
Йыуатырға әллә ҡайтаһың.
Әллә мәңгелеккә китәһең,
Тар ләхеттә ятаһың.

Етем үҫтең, ғазап сиктең
Моңһоу булды йөҙҙәрең.
Ниңә, ҡыҙым, үҙ балаларыңа
Етемлекте әҙләнең?

Әй, Әминә, сәстәреңде
Бер майлап таралманың.
Бөтә халыҡ һаубуллашты,
Күҙ асып ҡараманың.

Һиңә ҡәбер ҡаҙығанда
Йәш тама көрәктәргә.
Яҡты йөҙөң, изге һүҙең
Һаҡланыр йөрәктәрҙә.

Күкле ситса күлдәгеңдең
Ең остары тар икән.
Яҙмышыңа сәбәп булған
Кешеләр ҙә бар икән.

Йәш балалар уҡытҡанда
Нескә күңелдәр һалдың.
Мәңге юғалмаҫ, онотолмаҫ,
Изге эштәрең ҡалды.

Мәңгелеккә һау бул, Әминәкәй,
Тыныс ҡына булһын гүрләрең.
Яҡты донъя ҡунаҡ йорто ине
Тик рәхәтлек кенә күрмәнең.

Айҙар үтер, көндәр ҙә үтер,
Араһында етер бер йома.
Үткән ғүмеркәйең кире ҡайтһа,
Һатып алыр инем миллионға.

Анаҡайың ултыра, Әминәкәй,
Ҡара шәлен ябынып.
Ултыра торғас, үкереп илай,
Әминәһен һағынып,

Әминә ҡайҙа - гөл баҡсала,
Китаптары муҡсала,
Әминә кеүек тал сыбыҡтар,
Баҡсала үҫмәҫ сәсһәң дә.

 

Ссылка на эту публикацию:

Бәйет [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.21 (дата обращения: 24.04.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8