<Оҙон көйҙәр> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Оҙон көйҙәр (Протяжные песни).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Куюргазинский район, д. Ямансарово.
Год записи: не указан.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 79.
Записано Байназаровой Ф. Имена информантов не указаны.

<Оҙон көйҙәр>

Көйөргәҙе районы Яманһар ауылынан Байназарова Ф. яҙып алды

Ағиҙелкәйҙәрҙе кисәр инем,
Ағиҙелкәй буйы һаҙ ғына.
Йөҙләреңне гөлгә тиңләр инем,
Гөл ғүмеркәйҙәре аҙ ғына.

Иртән тороп, кис ятҡанда,
Ҡоштар һайрай, ҡанат ҡаҡҡанда.
Йөрәкәйем яна һине һағынып,
Тәмле йоҡоларға ятҡанда.

Их, дуҫҡайым, һинең өсөн
Амур буйларынан буйлармын.
Таң йоҡоларымды йоҡламайса,
Гелән һине генә уйлармын.

Ҡайҙа ғына барһам ялғыҙ башым
Бер кешем юҡ серем һөйләргә.
Тулып китә күңелем мәжбүр булам,
һеҙҙе уйлап йәшем түгергә.

Сәхрәләргә сыҡһам ялғыҙ башым,
Табалмайым Зөһрә йондоҙон.
Алларыма баҫҡан ҡараңғылыҡ,
Ахыры аҙаштырыр ялғыҙым.

һандуғастар һайрай яр буйында,
Беҙгә ҡаршы матур тирәктә.
Бергә үткән йәшлек ваҡыттарым,
Иҫтән сыҡмай ҡалды йөрәктә.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Оҙон көйҙәр> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.210&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 27.05.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8