<Халыҡ йырҙары> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йырҙар (Песни).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Давлекановский район, д. Бурангулово.
Год записи: не указан.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 85.
Записано Сулеймановой от стариков деревни Бурангулово, возраст и имена информантов не указаны.

<Халыҡ йырҙары>

Дәүләкән районы, Боранғол ауылы ҡарттарынан Сөләймәнова яҙып алған.

Югереп бара, югереп ҡайта,
Күк күгәрсен бойҙайҙан.
Һин дә теләйһең, мин дә теләйем
Бер бәхетте хоҙайҙан.

Егет сағым бар ине,
Киң урамдар тар ине.
Киң урамды тарҙар яһап,
Йөрөгән саҡтар бар ине.

Өҫтөмдәге күлмәгемде
Кейһәм ни, кеймәһәм ни.
Кеше менән уртаҡ йәрҙе
һейһәм ни, һөймәһәм ни.

Бөгөн төннә бер төш күрҙем
Аҡбуҙ атҡа атландым.
Әммә һүҙем раҫҡа килде,
Һеҙҙе күреп шатландым.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Халыҡ йырҙары> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.213&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 27.05.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8