Сабитулла бәйете // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Сабитулла бәйете (Баит Сабитуллы).
Жанр: Баит.
Место записи: БАССР, Бурзянский район, д. Старомусятово.
Год записи: 1957 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 148-150.
Записано 12 августа 1957 года Сагитовым Мухтаром от Уразаевой Марзии, 70 лет. Она сочинила этот баит в память о погибшем на войне сыне, Мырзабаеве Сабитулле.

Сабитулла бәйете

Бөрйән районы, Иҫке Мөсәт ауылы 70 йәшлек Уразаева Мәрзиәнән 1957 йылдың 12 авгусында Сәғитов Мохтар яҙып алған. Уразаева Мәрзиә Ватан һуғышында һәләк булған Мырҙабаев Сабитулла улына сығарған.

Павловкаға барып кергәндән һуң,
Уң яҡ урамдарына ҡайырылдым,
һыҙылып ҡына таңдар атҡанда
Ғәзиз балаҡайымдан айырылдым.

Югереп-югереп йөрөп еләк йыйҙым,
һауыттарым минең тулманы.
Балаҡайымдың нурлы йөҙҙәрен
Күреп кенә күҙем туйманы.

Ҡояш ҡына ҡалҡыр әйҙәнеп,
Аҡ болотҡайҙарға бәйҙәнеп.
Ғәзиз балаҡайым ҡайтыр микән
Тыуған илкәйенә әйҙәнеп.

Арғы яҡта кәкүк ни әйтә,
Бирге яҡта кәкүк шуны әйтә.
Егет кенә кеше ниәт итә,
Ниәтенә етмәй һемәйтә.

Карпат тауҙарының башына
Германия тигән туп таштай.
Ғәзиз балаҡайҙарҙың баштарын
Януарҙар менән ҡош ашай.

Баҙыян да менән алманың
Күрһәң ине сәскә ярғанын.
Хаҡ әүлиә булып белһәң ине,
Ҡайһы ерҙә тупраҡ яҙғанын.

һауаларҙан килгән аҡҡоштоң
Ауыҙҙары тулы балауыҙ.
Уяуҙарҙа түгел, төштә күрәм,
Ҡайһы ерҙә икән балабыҙ.

Түңәрәк кенә күлдә дүрт өйрәк
Түңәрәп кенә йөрөй йөҙалмай.
Ғәзиз балаҡайым иҫемә төшһә
Йөрәкәйҙәрем минең түҙалмай.

Ала ғына сыбар аҡ өйрәк
Бала уйната түңәрәк күлдәрҙә.
Ғәзиз балаҡайҙарым иҫемә төшһә,
Ҡан илата бәғзе төндәрҙә.

Турысай ҙа атым юшамай,
Юшаһа ла тороп бушамай.
Илдә генә кеше балалары күп,
Үҙ балаҡайыма оҡшамай.

Сыбарлапҡай ишкән ҡыл сылбырым
Ат муйынында йөрөп серене.
Минең генә ғәзиз балаҡайымM
Ер ҡуйынында ятып серене.

Күгәреп кенә ятҡан күк арҡа,
Йәшәреп кенә ятҡан бүтәгә.
Йырламаһ та инем был йырымды,
Йыр әҙерәк күңел күтәрә.

Мәсем менән Баҙал араһынан
Ағып ҡына килә ҡар һыуы.
Ошо йырҙарымды йырламайса
Баһылмай ҙа йөрәк ярһыуы.

Баҙал ғына тауын сыҡҡанда
Ике аяҡайғынам талды инде.
Минең генә ғәзиз балаҡайым
Ҡайһы еркәйҙәрҙә ҡалды инде.

Ефәк кенә билғау ете ҡат,
Бохарала билғау ике ҡат.
Ер аһтыҡайҙары ете ҡат,
Ебәрһәм дә етмәй сәләм, хат.

 

Ссылка на эту публикацию:

Сабитулла бәйете [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.221&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 22.10.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8