Нәзирә апай бәйете // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Нәзирә апай бәйете (Баит Назиры).
Жанр: Баит.
Место записи: БАССР, Давлекановский район, д. Бурангулово.
Год записи: не указан.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 151.
Записано Сулеймановой от Имаметдинова Ямалетдина, 62 года.

Нәзирә апай бәйете

Асылы күл. Дәүләкән районы Боронғол ауылы 62 йәшлек Имаметдинов Хәлиулла Ямалетдин улынан Сөләймәнова яҙып алған.

Был бәйеттә Нәзирәнең атаһы урта хәлле Дәүләкән башҡорто үҙенең ҡыҙын Ибрай ауылының бай егетенә көсләп кейәүгә биреүе тураһында яҙыла. Туй булып, бер нисә аҙна үткәндән һуң, Нәзирә апай һыуға төшөп вафат була. Уның атаһына яҙып ҡалдырған йырҙары.

Өҫтөмдәге еләнемде
Элеп ҡуйҙым ҡаҙыҡҡа.
Зифа буйым үҫкән икән,
Балыҡтарға аҙыҡҡа.

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Ҡояш та юҡ, ай ҙа юҡ.
Минең былай интегеүемә
Бер уртаҡлаусым да юҡ.

Инәкәйем мине тапҡас
Аҡ биләүгә биләгән.
Биләгән дә, көйләгән дә,
Бәхетле бул тимәгән.

Нәзирә тураһында былай тип һөйләйҙәр: Ул иртә менән торғас та бөтә эшен бөтөрөп, кейенеп, биҙәнеп, яңы күлдәктәре менән һыуға төшөп китте, тиҙәр, һыуға барыусы ҡатындар мәке ситендә күнәктәр ултырыуын күреп, ғәжәпкә ҡалып, Нәзирәнең һыуға төшөүен беләләр. Яҙ башы менән бер төбәктән табалар. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары был ҡыҙғаныслы үлгән Нәзирәне уйлап, ҡыҙғанып һөйләйҙәр. Уның бәйете ауыл һайын таралған.

 

Ссылка на эту публикацию:

Нәзирә апай бәйете [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.222&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 24.09.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8