Мөхәббәт һәм йәшлек // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Мөхәббәт һәм йәшлек (Любовь и молодость).
Жанр: Стихотворение.
Место записи: БАССР, Зианчуринский район, д. Башкирская Ургинка.
Год записи: не указан.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 153-154.
Записано К. Каримовой от Акчурина Гизетдина. Возраст информанта не указан. Стихостворение переписано из его тетради.

Мөхәббәт һәм йәшлек

Зианчура районы Үрген ауылы Аҡчурин Ғизетдиңдең дуҫына яҙған иҫтәлек дәфтәренән Г. Кәримова яҙып алған.

Йәшлек бит ул үтмәгән дә һымаҡ,
Үҙгәрмәгән һымаҡ тойола.
Улай тиһәң, сәскә ата,
Ә таңыда инде ҡойола.

Сәсәк шиңһә, дуҫтым, табып була,
Сәскәләрҙән әҙләп табалар.
Ә йәшлектең һәр бер минуттарын
Мәңге ҡайтмаҫ өсөн алалар.

Йәйҙең матур алһыу таңдарында
Елгә бөҙрә талдар бөгөлә.
Үткән йәшлек ваҡыт иҫкә төшһә,
Йөрәк әрней, үҙәк өҙөлә.

Күҙ ҡарашың һинең нурлы ҡояш,
Бар теләктәр өсөн юл ала.
Йылмайыуың һинең ай яҡтыһы,
Ә ҡарашың һинең нур сәсә.

Мөхәббәттәреңдең уты менән
Ҡосаҡланы мине беләгең.
Ул көндә лә мин бит аңламаным
Нисек һөйгәнлегең, йөрәгең.

Япраҡтары йәшел, сәскәләре зәңгәр,
Сәхрәләрҙә үҫә бер сәсәк.
Уйҙарым да, минең хыялым да
Шул сәскәнән матур киләсәк.

Күҙҙәремде текәп алыҫтарға
Ҡай ваҡытта уйға ҡаламын.
Әллә кем юҡ, әллә нәмә етмәй,
Еткәндәремде һағынып уйланам.

Мин китермен дуҫтым, йыраҡтарға,
Етер айырылышыу минуты.
Мин уфтанырмын һәм дә миңә ҡушылыр
Паровоздың киске гудогы.

Таң алдынан шаян ел иҫкәндә
Таңғы сулпан ем-ем иткәндә.
Уйлай күңелем, эх, һағына һине,
Тәмле йоҡоларға киткәндә.

 

Ссылка на эту публикацию:

Мөхәббәт һәм йәшлек [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.225&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 25.06.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8