<Шиғырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Шиғырҙар (Стихи).
Жанр: Стихотворение.
Место записи: БАССР, Зианчуринский район, д. Кугарчи.
Год записи: не указан (предположительно, 1957‑58).
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 158-170.
Записано Каримовой от Кулаевой Маймуны, закончила 7‑летку, возраст не указан. Это ее собственные стихи.

<Шиғырҙар>

Зианчура районы, Күгәрсен ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған Ҡулаева Мәймүнәнән Кәримова яҙып алған. Йылы юҡ.

Күгәрсен ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, почтала телефонистка булып эшләй. Шул ваҡыттарҙа үҙе сығарған шиғырҙар. Ул ауылдың беренсе йырсыларынан һанала. Боронғо оҙон көйҙәрҙе бик яратып йырлай. Егеттәр һәм ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарата булған кисерештәрен шиғырҙарҙа аңлатыу йыш осрай.

* * *

Беҙҙең һүрәм урғылып аға
Ул ярата урғылып ағарға.
Мин яратам һөйгән дуҫҡайыма
Сын күңелдән шиғыр яҙырға.

Сәхрәләргә төшһәң, дуҫыҡайым,
Төрлө ҡош һайрауын тыңларһың.
Тыңларһың да төрлө ҡош тауышын
Яңғыҙ дуҫҡайыңды уйларһың.

Дөрөҫ, дуҫтым, хәҙер сәхрәләрҙә
һайлап бөтмәҫ матур сәскәләр күп.
Их, дуҫҡайым, ахыры ҡауыша алмабыҙ
Арабыҙға төшкән һүҙҙәр күп.

Туғайҙарға төшөп төрлө уй уйлаймын
һәм дә кәкүк тауышын тыңлаймын.
Тыңлаймын да төрлө ҡош тауышын
Ахыры ҡауыша алмабыҙ тип уйлаймын.

һандуғасҡай осто, алыҫ китте,
һәм ҡунды ла ағас башына.
Ошо шиғырымды уҡыу менән
Килтерерһең мине ҡаршыңа.

Ағиҙелкәй тигән ай диңгеҙҙән
Эйелеп тә һыуҙар алманым,
һин алдаттың минең күҙ алдымда,
Күңелдәрең миңә һалманың.

һине һағынып шиғыр яҙам,
һөйләп бөтмәҫ уны хаттар ҙа.
һине өҙөлөп һөйҙөм йөрәгемдән,
һинең күңелең булды яттарҙа.

Дуҫтыҡайым, матур сәскәләрҙе
Бүләк итеп һиңә ҡаҙаным,
һине һағыныу билгеһе итеп,
Бөгөн һиңә шиғыр яҙамын.

һағынамын һине, һөйөклө дуҫҡайым,
Таң ҡоштары ҡанат ҡаҡҡанда.
Таң ҡогтары артынан сулпан ҡалҡа
Моңло ҡоштар ҡанат ҡаҡҡанда.

Сирен дә генә минең гөлкәйҙәрем,
Сәскә атыр булһаң ат инде.
Сит илдәрҙә, бәғерем, күп йөрөнөң,
Тыуған илдәреңә ҡайт инде.

Юҡ! Күңелем минең йәмдәр тапмай,
Никтер һаман һине эҙләйҙәр.
һине уйлап һаман хыялланам,
Йәш йөрәкәйҙәрем әрнейҙер.

Минең сирень менән мәк сәскәһен
Берҙәй улар, айыра алмаҫтар.
Беҙҙең мөхәббәттәр сын күңелдән
Хас дошмандар айыра алмаҫтар.

Яттарҙы һөйөү

Яңы дуҫтың менән шул көндәрҙә
Туғайҙарға төшөп йөрөгәнһең.
Күҙ алдында "дуҫтым, бәғерем" тиеп,
Башҡаларҙы һөйөп йөрөгәнһең.

Ҡулдарыңды ҡыҫам, риза булам,
Хуш, иҫән бул, зәңгәр күҙкәйем.
Төрлө уй уйлап ятҡа күңел һалғас,
Үпкәләмә миңә гөлкәйем.

Иҫеңә төшөр әле, дуҫтым,
һағынғанда унда мин булмам,
һағынғанда фәҡәт ҡарау өсөн
Мин ҡалдырам һиңә ҡулъяҙмам.

Йөрәгеңде минән һин йәшерҙең,
Ләкин минең күңелем һиҙҙеләр.
Шулай итеп, беҙҙең йөрөгән көндәр
Аҡҡан һыуҙар кеүек уҙҙылар.

һин онотма, дуҫтым, хәтереңә ал
Минең менән йөрөгән көндәрҙе.
Яңы дуҫтың менән ҡауышҡас
Сәскә атырмы икән тормош көндәрең.

һинең менән йөрөгән көндәрем
Бер көн кеүек кенә тойолалар.
Яндарыңда яңы дуҫтың булһа ла
Йөрәгемдә мөхәббәттәрең ҡайнайҙар.

Хәтерләрһең, шулай ҙа бергә саҡты
һөйләгән хисемде иҫеңә алырһың.
Иҫеңә төшһә, тәүге яндай дуҫың
Их! тип ауыр һуларһың.

һинең менән танышҡан кистәрҙә
Елферҙәй ине ике ҡуш ҡайын.
Яңы дуҫҡай тиеп бик мауығып,
Минең серем сисмә, дуҫҡайым.

һиңә һөйләгән хистәр бик күп улар,
Иҫәпләһәң бик күптәр аңлашылырҙар.
Яндай күреп һөйгән дуҫың хисе
Йылы күкрәгендә ятырҙар.

Хәҙер инде һиңә һөйләгән серем
Йөрәгемдә урын алдылар,
һинең менән ғишыҡ тотоуҙарым
Фәҡәт һөйләү өсөн ҡалдылар.

Хуш, дуҫҡайым, һиңә һуңғы һүҙем,
Онот мине хәҙер мәңгегә.
Минең йөрәгемдең әрнеүҙәре
Дауам итәр инде мәңгегә.

Бына, айырылышыу тураһында
Бер аҙ шиғыр яҙып үтәмен.
Яндай һөйөп йөрөгән дуҫтым тураһында
Иҫтәреңә төшөрөп үтәмен.

һиңә булған минең мөхәббәтем,
Хәҙер бушҡа ғына ҡалдылар.
Уҡып сыҡҡас, беләм, шиғырымды
Йөрәгемдә уттар ҡабынырҙар.

һин алданың, тик таҫма телең булды,
Төрлө юлдар менән алдаштырҙың.
Яндай күреп йөрөгән дуҫҡайыңды
Мәңгелеккә ятҡа алыштырҙың.

Дошман һүҙенә төшөп айырылышыу

һандуғасҡай, меҫкен, оса алмай,
Тик ҡанатын ғына ҡайыра.
Яуызлыҡҡа һалышҡан, әй дошман
Яндай дуҫҡайымдан айыра.

Их һин жалҡы, дуҫҡайым,
Нисек һинһеҙ йәмдәр табырмын.
Дошман һүҙенә ташлап мине
Йәтим ҡоштай булып ҡалырмын.

һине, дуҫтым, һөйгән мөхәббәтем
Нисек итеп кенә аңлатайым.
Бик күп ваҡыт буйы ғишыҡ тотоп,
Нисек итеп һинән ҡалайым.

Айырылыуҙар ул уйын түгел,
һау йөрәккә йәрәхәт һалалар.
Айырылыуға фәҡәт түҙә алмай
Күҙҙәремдән йәштәр тамалар.

Минең баксалағы кеүек гөлдәремде
Әҙләрҙәр, ләкин таба алмаҫтар.
Йән-тәндәре менән тырышыр хас дошмандар,
Ләкин улар айыра алмаҫтар.

Иртә һайын тауға ҡараймын,
Көн дә шаулай унда ҡушҡайын.
"Бәғеркәйем хәҙер ҡауышабыҙ",- тип,
Ҡасан ҡайтыр икән, дуҫҡайым.

Ай янында сулпан тигән йондоҙ
Атыр булһаң, таң хәҙер ат инде.
Сит илдәрҙә, дуҫтым, күп йөрөнөң
Тыуған илдәреңә ҡайт инде.

Иртә һайын төшәм туғайҙарға
Аҫыл тигән ҡошто күрергә.
Дуҫыҡайым менән ай ҡауышып,
Нурлы йөҙҙәрең ҡасан күрергә.

Мин яратам Ағиҙел һыуҙарын,
Сөнки иркен унда йөҙөргә.
Төрлө ҡоштар һайрай баш осомда
Нисек кенә итеп түҙергә.

һаҡмар ғына һыуы ай ағалыр,
Тас ҡырыйынан ғына һыҙылып.
Сит илдәрҙә ғәзиз дуҫҡайым бар
Шуны көтә күңелем өҙөлөп.

Урал ғына һыуы әй ҡармы икән,
һыу буйҙары уның ярлы икән.
Был донъяларҙа минең кеүек
Зарлы-моңло кеше бармы икән.

Дуҫтыкайым, үҙем дә һиҙмәйем
Зарлы-моңло булдым шул айҙа.
Яңғыҙ үҙем һиҙҙем, яңғыҙ яндым,
Белгертмәнем кешегә шулай ҙа.

Көнсығыштан иҫкән ел артынан
Алһыу таңдар атыр нурланып.
Сәскәләргә тиңләгәндәй йәш ғүмерем,
Үтте ҡайғыларға солғанып.

* * *

Киткән юлдарыңа ҡарай-ҡарай
Ике күҙҙәремде талдырҙым.
Иҫеңә төшһә, бәлки уҡырһың тип,
һиңә йырҙар яҙып ҡалдырҙым.

һағынамын һине иртә һайын
һағынып юлдарыңа ҡарайым.
Бәлки йөрәгемдең яныуы баҫылыр
һиңә арнап йырҙар яҙамын.

Мамыҡмы икән тип тотҡан инем,
Мамыҡ тигәнем ҡар булды..
һаман да айырым йәшәргә тура килә,
Ғүмерлеккә үкенесле яр булдың.

Хәҙер минең дуҫыкайым китте,
Баҡсаларҙа бергә йөрөргә.
Кистәр булыуын мин һағынып көтәм
Тәннәремдә төшөмдә күрергә.

Ҡулымдағы кейгән балдағымдың
Исемдәре булыр Рәшит.
Татлы йоҡоларымдан уянам,
һин дуҫҡайым менән һөйләшеп.

Дуҫыҡайым китер саҡтарында
Яндарыңда була алманым.
Әйтә алмайым, бәғерем, әйтә алмайым,
Ҡауышырбыҙ тиеп уйлайым.

* * *

Аҡлы күлмәкәйем кейер инем,
Аҡлы күлмәкәйем ҡаралды,
һине яратып һөйөүҙәрем
Бөтә донъяларға таралды.

Эгәр дәхи ҡауышыр көндәр булһа,
Баҡсаларға бергә керербеҙ.
Ҡауыша алмаһаҡ та бер сара юҡ
Хаҡ яҙмышын дуҫтым, күрербеҙ.

Мәңгелеккә китһен беҙҙең дуҫлыҡ
һәм дә мәңге-мәңге һаҡланһын.
Арабыҙға төшкән дошман һүҙе
Аяҡ аҫтарында тапталһын.

Мәк сәскәһен һиңә ҡаҙар инем,
Ләкин улар тиҙҙән шиңерҙәр,
һине мәңге һөйөү билгеһе итеп,
Бына һиңә яҙам шиғырҙар.

Былбыл балаларын төштә күрәм,
Осоп киткәндәрен ҡағынып.
Беҙҙең иң дуҫ саҡтар бар ине, тип,
Уйларһыңмы, бәғерем, һағынып.

һандуғастар һайрай шул ваҡытта,
Йәйҙең матур таңы алдынан.
Мин уйлармын һеҙҙе, һағынырмын
Сулпан ҡалҡып, таңдар атҡанда.

Баҡсаларға матур гөлдәр сәстем,
Бәғеркәйем, һыуҙар һибермен.
Айырылышҡас, иркәм, иҫеңә алып,
Бәлки һин дә мине һөйләрһең.

Мәңге күҙ алдымдан китмәҫтәр
һинең әйткән сырлы һүҙҙәрең.
Йәш башҡайымды сихерләне
Ахыры һинең серле күҙҙәрең.

Йәмле туғайҙарҙың сәскәләрен
Өҙөп алып тотам ҡулыма.
Роза сәскәһе булып үҫер инем
һинең, дуҫтым йөрөгән юлыңа.

Ай яҡтыһы бигерәк яҡты
Ултырып мәрйен теҙербеҙ.
Рәхәт ине бергә йәшәгәндә
Айырылыштыҡ нисек түҙәрбеҙ.

йәмле туғайҙарҙы яңғыратып
Ҡысҡыра ла кәкүк тирәктә.
Айырылышыу аҡтыҡ минуттары
Ут ялҡыны ҡалды йөрәктә.

Йәш ваҡытта улар тиҙ уҙарлар,
Сәхрәләргә осҡан ҡош кеүек,
ышанмайым, дуҫтым, айырылышыуға
Тик йоҡола күргән төш кеүек.

һауаларҙа осҡан аҡҡоштарың
Аяҡтарын күргән бармы икән.
Саҡ-суҡ кеүек ғүмер үтәр микән
Бергә йәшәр көндәр бар микән.

Шиғыр яҙам һиңә, һөйөклө дуҫ,
Иң ҡәҙерлем итеп яратып.
Башҡа дуҫтар миңә һис кәрәкмәй
һине генә һөйәм яратып.

Беҙ айырылдыҡ инде, бәғеркәйем,
Иртәнге лә елдәр иҫкәндә.
Бер илармын, дуҫтым, бер йырлармын
һин, дуҫҡайым иҫемә төшкәндә.

һүрәм буйҡайҙары уйһыу ялан,
Ҡуш ҡурайҙары үҫәр бер заман.
Ҡуш ҡурайҙай барланышып,
Бергә булырбыҙмы бер заман.

Ниңә генә бөгөн төн ҡараңғы
Әллә генә ай ҙа һүнгәнме?
Әллә минең йән һөйгән дуҫҡайым
Алыҫтарға мине ташлап киткәнме?

Беләҙекәйҙәр тар булмай ул,
Ҡойоусылар уны тар итә.
Араларыбыҙҙың йыраҡлығы
Бер-беребеҙҙе күрергә зар итә.

Осрашмабыҙ тигән шомло уйҙы
Уйларға ла, дуҫтым, ярамай.
Айырылыштыҡ, ара йыраҡ тиеп,
Оноторға ла, дуҫтым, ярамай.

Стенала ике сәғәт
Береһе йөрөй минутҡа.
Хәлләрең ауыр булһа ла,
Дуҫтым, мине онотма.

Йырҙар яҙам, шиғыр яҙам,
Бер дәфтәрҙе тултырып.
Әгәр бергә була алмаһаҡ
Ҡалыр иҫтәлек булып.

Дуҫтым, һиңә шиғыр яҙам,
Мәңгелеккә һиңә һаҡларға.
Был шиғырҙы бер алып уҡырһың,
Айырылышып йөрөгән саҡтарҙа.

һандуғастың балаларын,
Мин осорам, һин тотма.
Ниндәй ерҙәргә китһәң дә,
Иҫеңдә тот, онотма.

Киң яланға сығып ҡарап торҙом
Ҡар бөртөгө елгә иҫкәндә.
Өҙөлөп-өҙөлөп йырҙар йырланым
Күңелем тулып, эсем бошҡанда.

Бейек тауға менмәҫ инем,
Юлдар ҙа һалмаҫ инем.
һағынмаһам, һарғаймаһам,
Йырҙар ҙа яҙмаҫ инем.

Бар сәскәләр араһында
Ал сәскәне матур күрәмен.
Сын күңелдән дуҫлыҡ бүләге тип,
Ошо шиғырымды бирәмен.

Ишек алдарына сыҡһам?
Тамсы тама беләккә.
Үҙең алыҫта булһаң да
Мөхәббәтең йөрәктә.

Аҡлы күлдәк тектерәләр,
Бер кейеүгә тар итеп.
Беҙҙе кемдәр айырҙы икән
Бер күрергә зар итеп.

Айырылышыу

Ниңә күрҙем һине, ник таныштым,
Ниңә сәстәремде бәйләнем.
Сәстәремде түгел, дуҫтым,
Тормошомдо һиңә бәйләнем.

Ышана алмай, минең күңелем,
һинең мине мәңге һөйөүгә.
Асыуланам мин үҙемә хәҙер,
һине ысын күңелдән һөйөүгә.

Уйлай күңелем минең, һыҙлай йөрәгем,
һинең хаҡта тынысһыҙлана.
Мине һөймәйһеңдер, ялғандыр,
Бәлки һинең күңелең башҡала.

һөйәрһең дә хәҙер ваҡытлыса
Тормош серҙәреңә бәйләрһең.
Э һуңынан "һине һөймәйем" тип,
Үҙ тиңдәрем таптым, тиерһең.

Мине наҙлап һөйгән, тулҡынланған
Йөрәк ялҡындары һүнәрҙәр.
һинең булған мөхәббәт уттарың,
Тереләтә мине күмәрҙәр.

Һөйҙөм һине, бәғерем, ысын күңелдән,
Эс серҙәрем һиңә һөйләнем.
Киләсәктә һин ташлаһаң да,
Мин ташламам, һине һөйәрмен.

Һине һағыныу

Ниңә күрҙем һине, ник таныштым,
Йөрәгемдә хәҙер ут яна.
һинең өсөн хәҙер күҙҙәремдән
Туҡтамайса ҡайнар йәш аға.

Ниндәй көн һуң бөгөн, бик күңелһеҙ,
Әллә ҡайға көнө еткәнме?
Әллә минең һөйгән йән дуҫҡайым
Алыҫтарға ташлап киткәнме?

Бер ҡараһаң, дуҫтым, күтәрелеп,
Күреп ҡалам нурлы йөҙөңдө.
Күреп ҡалам ярһыу йөрәгеңде,
Ашҡындырма серле күҙеңде.

Янам дуҫтым, һаман яңғыҙым,
Көндәр үтә һанһыҙ, иҫәпһеҙ.
Бер ҙә йәм юҡ миңә һин булмағас,
Бөтә донъя миңә кәрәкһеҙ.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Шиғырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.227&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 22.10.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8