<Таҡмаҡтар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: < Таҡмаҡтар (Такмаки).>
Жанр: Такмак.
Место записи: БАССР, Куюргазинский район, д. Ямансарово.
Год записи: не указан.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 101-113.
Записано Байназаровой Ф. Имена и возраст информантов не указаны.

<Таҡмаҡтар>

Көйөргәҙе районы, Яманһар ауылынан Байназарова Ф. яҙып алған.

Ағиҙелкәй аға-аға,
Нигә тулмаған,
Ҡоштарҙа ҡул, беҙҙә ҡанат
Нигә булмаған.

Ағиҙелкәй аҡмай торһаң,
Арҡылы йөҙәр инем.
Һандуғастар булып һайрап,
Эсеңде өҙәр инем.

Ағиҙелдә керләр сайҡап,
Талдырма беләкләрең.
Һикереп һыуларға төшәрһең,
Әрнеһә йөрәкләрең.

Ағиҙелләргә төшәйем,
Төшәйем, юғалайым.
Билләреңә һары ҡайыштар
Булып уралайым.

Ағиҙелде иңләп, буйлап,
Йөҙәһең үрҙәкәйем.
Сапҡан аттар ғына ярһый,
Ярһыма йөрәкәйем.

Һары ҡайыш дилбегәләр
Беҙҙең атларҙа ғына.
Иртән торһам ике күҙем
Һеҙҙең яҡларҙа ғына.

Һандуғастар һайрауына
Яманһыулама дуҫтым.
Һинең алларыңа баҫып,
Үҙем һайрарға ҡуштым.

Утырып киттең, ҡарап ҡалдым
һауа флотларына.
Шунан тороп яндыраһың,
Мөхәббәт уттарына.

Алып бирим алтын тараҡ
Маңғай сәсең тарарға.
Йөҙләреңдә нурлар уйнай
Ҡыймыйм тура ҡарарға.

Ағиҙел ҡамышлары.
Ағиҙелдә аҡ пароход,
Яманһыу тауыштары.

Һандуғас булһам баҡсала
Бер тирәк һайлар инем.
Шул тирәктә һине маҡтап,
Иртә, кис һайрар инем.

Ал бәйләйләр, гөл бәйләйләр

Талған беләкләремә.
Сабыр итергә ҡушалар,
Түҙалмыйм йөрәкләремә.

Күҙләремде, куҙләремде,

Күҙләремде күҙләйһең.
Минең моңло күҙҙәремдән
Ниндәй серҙәр эҙләйһең.

Күҙләремде, күҙләремде,
Күҙләремде күҙләмә,
Минең күҙләр төпһөҙ диңгеҙ,
Анан серләр әҙләмә.

Күҙләреңде, күҙләреңде,
Күҙләреңде күҙләнем.
Күҙләреңдән серләр алдым,
Һин бит шуны һиҙмәнең.

Аҡлы күлмәгең ҡарайһа,
Ҡаралыһын кейерһең.
Йәшерен янып, йәшерен көйөп,
Дуҫтым һине һөйәрмен.

Һары матур, һары матур,
Һары матур һайлаһаң.
Тауыштарыңдан танырмын,
Ҡошлар булып һайраһаң.

Елләр иҫеп сәсәк еҫен
Тарата болоннарға.
Ҡошлар булһам, барыр инем
Һин булған урындарға.

Һандуғасым талға баҫып
Һайрағаның юҡ ине.
Бер кем өсөн был ҡәҙерле
Һарғайғаным юҡ ине.

Ай яҡтыһы яҡты тиләр,
Көн кеүек булмай инде.
Ғишыҡ уттары ҡабынһа,
Һүндереп булмай инде.

Ай белән ҡояш бер генә,
Йондоҙон һанаманым.
Сәхрәләрҙән һеҙгә оҡшаулы
Берсәсәк табалманым.

Кеймә беләҙегеңде,
Талдырма беләгеңде.
Бер һөйәм тип, бер һөймим тип,
Яндырма йөрәгемде.

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Ай күренә күҙемә.
Яҡтылығын һиңә оҡшатам,
Яңғыҙлығын үҙемә.

Ал тағалар, гөл тағалар,
Алдан килгән атларға.
Күҙ керфекләрем тайғанса
Карыйм һеҙҙең яҡларға.

Ҡапҡа төпләренә сығып
Ҡулъяулығым киптерәм.
Серле күҙ ҡарауларыңды
Күҙ алдыма килтерәм.

Ағиҙел туғай микән,
йәҙәргә уңай микән.
Айырылышыу ауыр миңә
Һиңә лә шулай микән.

Таймаҫ аяҡларым тая,
Таш булһа таймаҫ ине.
Янмаҫ йөрәкләрем яна,
Һин булһаң янмаҫ ине.

Йәшел сирәм өҫләренән
Эҙләнем эҙләреңне.
Табалманым эҙләреңне,
Онотмам һүҙләреңне.

Ташҡа баҫып һыу алмағыҙ,
Беҙ киткәс моңаймағыҙ,
Беҙ киткән юлларға ҡарап,
Һағынып моңаймағыҙ.

Һандуғаслар һыу эсәләр,
Ағиҙелдә теҙелеп,
Һин дә шулай һағынаһыңмы
Минең кеүек өҙөлөп.

Аҡ һыуһарҙар хәбәр бирә,
Һыуҙағы ҡондоҙларға,
Мин һағынһам айға ҡарыйым,
Һин ҡара йондоҙларға.

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Телефон эшләтәләр,
Һеҙҙең яҡтан иҫкән елдәр
Йоҡомдан уяталар.

Бейек тауҙың баштарына
Менгәс тә ултырырһың,
Һарғайырмын һине уйлап,
Һин мине оноторһоң.

Эсим микән, эсмим микән,
һыйларҙың һалҡындарын.
Эсһәм, алып китәр ине
Йөрәгем ялҡынларын.

Машинаға май тейәйләр,
Мин дә тейәшер инем.
Ике ҡулым ҡанат булһа,
Барып һөйләшер инем.

Алдар алғаңда ғына,
Гөлдәр алғанда ғына.
Күтәрелә күңелдәрем
Бергә булғанда ғына.

Тәҙерә төбөм пар таша
Үҫтерҙем һайлап таша.
Пар ҡынаҙай пар йәшәйбеҙ,
Бик татыу булһа ғына.

Ағиҙелдә ике ағас,
Береһе ҡайын, береһе тал.
һағынырһың, һарғайырһың,
Уң битемдән үбеп ҡал.

Бер күргәндә яныйымдың
Күлмәге ҡара ине.
Ишектәрҙән башын тығып,
Оҙатып ҡала ине.

Аҡ пароходтар ҡысҡыра,
Байҡал күлен сығырға.
Их, дуҫҡайым, бик һағындым,
Мөмкин түгел сыҙарға.

Һандуғастарҙан кәм түгел,
Тальян гармун телдәре.
Тормошомдоң һин сәсәге,
Мин булырмын гөлләре.

Урман буйы матур була,
Муйыл сәскә атҡанда,
Һин дуҫтымды һағындыра,
Һыҙылып таңдар атҡанда.

Аяғыма һалҡын үтә,
Һары сандал кейһәм дә.
Ҡоштар һайрай, һағындыра,
Һағындырмай тейһәм дә.

Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Кәримә.
Күрендең дә күҙҙәремә,
Ут һалдың йөрәгемә.

Һыу һип, дуҫтым, гөлдәреңә,
Гөлдәреңде ҡоротма.
Бергә үҫтек, дуҫ булыштыҡ,
Айырылшһаҡ, онотма.

Көмөш йөҙөк ҡулымда.
Гөлдәр үҫеп, ҡоштар һайрай,
Торһон һинең юлыңда.

Иптәшкәйем, еңең оҙон,
Килтер ҡайсы киҫәйем,
Һинең йөрөгән юлдарыңа
Гөлдәр булып үҫәйем.

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Ҡаршы килә болоттар.
Өҙөлөп-өҙөлөп иҫкә төшә,
Бергә булған минуттар.

Еҫле гөлөм булмаһа ла,
Бар бит бүтән гөлдәрем.
Үҙем һинән айырылһам да,
Айырылмай күңелдәрем.

Ишеткем килә йырыңды,
Бер йырлап уҙһаң ине.
Бер минут түҙә алмайым,
Янымда булһаң ине.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Фәниә.
Бөтә ҡыҙҙар араһынан
Йәндәрем һине һөйә.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Шәмсиә.
Йәнем, тәнем, тәбиғәтем,
Яратып һине һөйә.

Ҡара бөҙрә сәсләремде
Зәңгәрҙәр белән үрәм.
Сәсәктәргә тумалған
Гөлләрем кеүек күрәм.

Аҡ яулыҡҡа күкле яулыҡ
Әллә алышабыҙмы?
Күңелемә бик оҡшаның
Әллә танышабыҙмы?

Аҡлы ситса күлмәгемдең
Биҙәге билдән генә.
Ниндәй уйҙар уйлаһам да
Күңелем һиндә генә.

Ҡаҙ ҡанаты ергә тейә
Талпынып ҡағынған һайын.
Иҫләремә төшәһең һин
Ҡошлар һайраған һайын.

һыу буйлары зәңгәр сәсәк,
Тау буйлары бөрлөгән.
Бөрлөгәндәй йөҙләреңне
Бер күрергә тилмерәм.

Үрмәле үрмәләтәм
Ошо алһыу гөлдәрҙе.
Әллә нигә бик һағынам
Бергә булған көннәрҙе.

Комсомолдар гөл сәсә,
Минән һиңә шундай теләк,
Сәсәк эсендә йәшә.

Килә китә, килә китә
Тәҙерәгә һандуғас,
һин сабырһың, һин түҙәрһең,
Мин нишләрмен һағынғас.

Бормалы юл буйында
Үҫә икән аҡ ҡайын.
Тәҙрәләрҙән ҡарай ҡарай.
Көтөм һине, дуҫҡайым.

Былбыл булһам, баҡсаларҙа
Бер ағас һайлар инем.
Шул ағаста һеҙҙе маҡтап,
Иртә-кис һайрар инем.

Өҫтәлдәр ике шешә,
Береһендә сейә бешә.
һинең менән бергә саҡлар
Өҙөлөп иҫкә төшә.

Ҡыҙыл тиләр, ҡыҙыл тиләр,
Ҡыҙыл бөрлөгәндәрҙе.
Их, дуҫҡайым, иҫеңә төшөр,
Бергә йөрөгәннәрне.

Уфаларға барған саҡта,
Симофорларға ҡара.
Мин булырмын зәңгәр сәсәк,
Ал да түшеңә ҡаҙа.

Исеме Мәғәфиә.
Мәғөфиә, бешкән сейә,
Йәндәрем һине һөйә,

Алмалымы турығыҙ?
Мәкнең ал сәскәләрендәй
Ал һыуланып тороғоҙ.

Исеме Миңнебикә.
Осоп барып күрер инем,
Урал таулары текә.

Аллы-гөллө сәсәк ата
Сәрмәсән буйларында.
Иртән торһам, кис ултырһам,
һин генә уйларымда.

Исемнәре Зөбәйҙә.
Мәңгелеккә йәрҙәр булһаң,
Алып ҡайтайым, әйҙә.

Гөлдәрем сәскә ата.
һине уйлап ята-ята,
һыҙылып таңдар ата.

Уфаларға барыуҙарым
Гөлсирен өсөн генә.
Яныуҙарым, көйөүҙәрем,
Бер һинең өсөн генә.

Исемнәре Клара.
Бер-ике саҡырым ғына
Түгел бит беҙҙең ара.

Роза тигән гөлдәрем.
Күңелле лә, күңелһеҙ ҙә
Үтә минең көндәрем.

Исемнәре Гөлмарат.
һөйөүемә инанмаһаң,
Күрәҙәләрҙән ҡарат.

Исемнәре Бикә бит.
Икебеҙ ике илләрҙә
Ғүмеребеҙ үтә бит.

Исемнәре Гөлсирә.
Беҙ түгел осҡан ҡошлар ҙа
Айырым ғүмер кисерә.

Исемнәре Сәғәҙәт.
Минең моңайғанды һиҙеп
Моңайып һуға сәғәт.

Китәм, аҡ күлләр үтәм.
Киләсәктә бергә булһаҡ,
Хәҙергә сабыр итәм.

Исемдәре Ғөләйшә.
Үҙем бында, күңелдәрем
һинең менән һөйләшә.

Исемдәре Бибинур.
Ике бите бешкән алма,
Эйәктәре помидор.

Ал бирәм алаһыңмы,
Гөл бирәм алаһыңмы?
Алып китһәм бараһыңмы,
Айырылып ҡалаһыңмы?

Фәйрүз тигән йөҙөк,
һыу аръяҡтарында торһаң,
Сығып алырмын йөҙөп.

Таш түшәйҙәр йөрөргә.
Ара йыраҡ, яна йөрәк,
Мөмкин түгел түҙергә.

Сыға һабын еҫләре.
һағынғанда хат яҙырға
Юҡ бит адрестәре.

Кейгән күлмәгем көрән,
һеҙҙең яҡтарға ҡараһам,
Әрнеп, өҙөлөп керәм.

Яҙыу ҡараһы яһаным,
Сын ҡәләм ҡараһынан.
Мин бит һине һайлап алдым
Сәскәләр араһынан.

Төнлә төшләреңдә күрҙем,
Гөлләргә үреләһең.
Гөлгә ҡарыйм, һиңә ҡарыим,
Һин матур күренәһең.

Урал тауы йыраҡта.
Йәшәй һөйгән йәр ташлаһа,
Яра һала йөрәктә.

Һөйәм һине, һөйәм һине,
Һөйәм һине тиңһенәм.
Һин һөймәйһең, тиңһенмәйһең
Тиеп кенә кәмһенәм.

Аҡлы ситса күлмәгемдең
Киң иткәндәр итәген.
Тиңһенмәгәс ниңә һөйҙөң,
Бар ине үҙ тиңдәрең.

Ҡулъяулығым күлгә төштө,
Ал дуҫты, ҡараймаһын.
Эс серҙәрем һиндә ҡалды,
Ятларға таралмаһын.

Көҙгөләргә барып ҡарыйм,
Сәсемдең бөҙөрәһен.
Бергә саҡта уйламаным
Эсләрем өҙөләһен.

Бейек тауҙа ике йылға,
Береһе аның шәп аға.
Бер егетте икәү һөймик,
Давай тотыйк шобаға.

Уйһыу ергә һыу йыйыла,
Сәскә булып тойола.
Йәшлек ваҡыт, берләр ваҡыт
Сәскә булып ҡойола.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Таҡмаҡтар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.228&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 28.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8