<Йыр һәм таҡмаҡтар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр һәм таҡмаҡтар (Песни и такмаки).>
Жанр: Такмак.
Место записи: БАССР, Зианчуринский район, д. Башкирская Ургинка.
Год записи: не указан (предположительно, 1958 г.).
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 142-147.
Записано Каримовой Б.Н. от Кулуевой Райсы, в тетради которой собраны различные песни и такмаки.

<Йыр һәм таҡмаҡтар>

Зианчура районы Урген ауылы йәштәренең төрлө көйҙәргә йырланып, дәфтәрҙән-дәфтәргә күсерелеп, телдән-телгә күсеп йөрөгән йыр һәм таҡмаҡтарынан Кулуева Рәйсәнең дәфтәренән Кәримова Б.Н. яҙып алған.

Онотмамын һине, хәтерләрмен,
Йәшлек дуҫым тиеп маҡтармын.
Күҙҙәреңдең матур ҡараштарын
Күҙ алдымда мәңге һаҡлармын.

Аҡ күлдәгең кейәрһең,
Аҡ күгәрсен булырһың.
Әгәр мине һөйәм тиһәң,
Мәңгелек йәр булырһың.

Баҡсаларға алып керәм,
Таптамаҫ булһаң ғына.
Дуҫтыҡайым ҡулыңды бир,
Ташламаҫ булһаң ғына.

Ағиҙелгә баҫма һалдым
Имәндән һайлап ҡына.
Яннарыңа барыр инем,
Ҡош булып һайрап ҡына.

һеҙҙең лампа унлы булһа,
Беҙҙеке бишле генә.
Беҙгә лә табылыр әле,
Үҙебеҙ ише генә.

Алма баҡсаһына кереп
Бер сәскәне биш итәм.
Дошман һүҙҙәренә төшөп,
Ташлаған тип ишетәм.

Кара бүрек кейәһең,
Башың түбән эйәһең.
Башың түбән, күңелең һүрән,
Белмәйем кемде һөйәһең.

Тубылғы ағас оҙон булмай,
Тубылғы аша юл булмай.
Егет булһа, тырыш булһын,
Тырыш егет хур булмай.

Анау тауҙың баштарында
Көтөүсе менән бүре.
һөйләгән дошман һөйләһен,
Дуҫтым тик кенә йөрө.

Бирсәткәләрем кеҫәмдә
Хәҙер алып кейһәм дә.
Мин яттарға ҡарамайым,
һин яттарҙы һөйһәң дә.

Дуҫтым тинем, дуҫтым тинем,
Дуҫтым дуҫың алданың,
һыуға төштөк, утта яндык,
Шунда ла һыу һипмәнең.

Әгәр сит илдәргә китһәм,
Ҡала тыуған илкәйем,
Ҡалмай ҙа тыуған илкәйем,
Ҡала нескә билкәйем.

Тәҙерәмдең ҡапҡасына
һандуғас оялатам.
Оялатам биҙҙермәйем,
һағынам, һиҙҙермәйем.

Беҙҙән бик алыҫта түгел,
Ҡарурман кәртәләре.
Беҙ үҙебеҙ сибәр түгел,
Сибәр йәр иркәләре.

Юл буйҙары йәшел үлән,
Колхоз аты ашаһын,
Беҙ гөрләшеп тә йөрөйбөҙ,
Беҙҙекеләр йәшәһен.

Дуҫтыҡайым итек кейгән,
Сандалыңды кем кейәр.
Үҙең киткәс армияға
һөйгәнеңде кем һөйәр.

Итек кеймә, ситек кей,
Ситегеңде тартып кей.
Аҡ бирсәткә бәйләп бирәм,
Минең төҫөм итеп кей.

һыу буйына төшкән инем,
һыу өҫтө күбек кенә.
һин бит минең яҡын дуҫтым
Күҙ нурым кеүек кенә.

Энйеләр теҙәмен әле,
һайлап әреһен генә.
Янам һинең уттарыңда
Дуҫтым белмәйһең генә.

Йәмле Һаҡмарҙың буйынан
Кемдәр йөрөй юлынан.
Яттар һүҙенә ҡарама,
Үкенерһең һуңынан.

Ултырма гөлдәр төбөнә
Гөлдәргә күмелерһең.
Дошман һүҙенә ҡарама
Көндән-көн һүрелерһең.

Ҡара бөҙрә сәстәреңде
Майһыҙ булһа ла тара.
Беҙҙең турынан үткән саҡта
Мин булмаһам да ҡара.

һандуғастар осто инде,
Оялары буш инде.
Хуш инде иркәм, хуш инде,
Айырылыуҙар ошо инде.

һандуғастар ҡайҙа тиһәң,
Күл буйыңда сирендә.
Рәхәт йәшә, дуҫтым тормошоңда,
Йәш ғүмерең үтһен иректә.

Аҡлы күлдәктәрен кейеп,
Ҡапҡалар асыр әле.
Иҫке йәрҙең мөхәббәтен
Яңылар баҫыр әле.

Өҫтәлдәргә һалып ҡуям
Патефондың энәһен,
һалма күңелең төрлөләргә
һөйһәң һөй бер генәһен.

Алмағастың араһынан
Ҡоштар үтерлек түгел.
Яҙып түгел, һөйләшеп тә
һүҙем бөтөрлөк түгел.

Киләлер ҡара болот,
Яуалыр ямғыр булып,
һөйгәнемә барһам ине,
Теләгем ҡабул булып.

Минең иркәм сит илдәрҙә
Сибәр түгел шикелле.
Ә үҙемә унан артыҡ
Берәү ҙә юҡ шикелле.

Алтын йөҙөк, бриллиант ҡаш
Бик килешә бармаҡҡа.
Бик бәйләнмә ятлар менән,
Эләгерһең ҡармаҡҡа.

Ағиҙелдән ағып килә
Бер ҡәләм кеүек ҡамыш,
һин үҙең матур булғастын
Матурҙар менән таныш.

Стенала сәғәт һуға
Минутын баҫып ҡына.
Төштәремә һин керәһең,
Йылмайып, көлөп кенә.

Армияға барырмын,
Шинелдәрен кейермен.
Хаттарымдың баштарына
Яным, бәғерем тейермен.

Армиянан хат яҙырмын
Дәфтәремде бөтөрөп,
һағынғанда йырлап алам,
Иҫтәремә төшөрөп.

Армияға китәбеҙ,
Оҙаҡламай ҡайтырбыҙ.
Вәғәҙәләшеп ҡалһаң,
Икәү донъя көтөрбөҙ.

Армияға барырбыҙ,
Дошмандарҙы быуырбыҙ.
Дошмандарҙы бөтөргәс,
Тыуған илдә булырбыҙ.

Армияға китербеҙ,
Оҙаҡламай ҡайтырбыҙ.
Яҙ ҡайтмаһаҡ, көҙ ҡайтырбыҙ,
Вәғәҙәнән таймабыҙ.

Беҙҙең туралар тирәк ине,
Япрағы һирәк ине.
Дуҫтар менән һөйләшергә
Телефон кәрәк ине.

Сын мөхәббәт донъяла юҡ,
Булһа ла һирәк кенә.
Сын мөхәббәт һаҡлай ала,
Түҙемле йөрәк кенә.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йыр һәм таҡмаҡтар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.230&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 27.05.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8