<Балалар уйыны> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Балалар уйыны (Детские игры).>
Жанр: Игра.
Место записи: БАССР, Куюргазинский район, д. Ямансарово.
Год записи: не указан (предположительно, 1957 г.).
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 179-182.
Записано Байназаровой Ф. Имена информантов и возраст не указаны.

<Балалар уйыны>

Көйөрғәҙе районы, Яманһары ауылынан Байназарова Ф. яҙып алған.

1. 1,2,3,4,5,6,7,8,9,10. Ундан уймак, табала ҡоймаҡ, мейестә бәлеш, тот та йәбеш.
Был уйында нисә кеше уйнаһа ла ярай. Ошолай һанап сыҡҡандан һуң, аҙаҡта ҡалған кеше күҙен ҡаплай. Ул 1,2,3 тип һанап бөткәнсе балалар йәшеренеп бөтөргә тейештәр. Шунан ул әҙләй башлай. Кем беренсе табыла, ул кеше тағы әҙләргә тейешле. Ошолай кешеләр табылып бөткәнсе ҡабатлана.

2. 1,2,3,4,5,6,7,8,9,10. байҙар кейә төлкө тун. Был уйын да беренсе кеүек эшләнелә.

3. Бер бабай юлға сыҡҡан, тәгәрмәс ватылған, тәгәрмәсен юнәтергә нисә сөй кәрәк булған.

4. Алатыр, былатыр, тау яғынан таң атыр, алабуға-бүҙәнәк, ялпаҡ, ҡалпаҡ, ҡуян, ҡарға, сыпсыҡ, һин ҡал, мин сыҡ.

5. Тары таптым, тауыҡҡа бирҙем, тауш миңә күкәй бирҙе, аны кертеп ҡаҙанға һалдым, лағор-лоғор ҡайнаны, үҙем киттем баҙарға, аҡ суҡ, ҡара суҡ, бында торма, бар сыҡ.

"Ҡыуыш" (Балаган)

Был уйыңда ла тәүҙә шыбаға тотошалар. Аҫта ҡалған кеше эҙләй. Бында һәр бер уйнаусының таяғы булырға тейеш.

Өс-дүрт сыбыҡтан ҡыуыш ҡоралар. Әҙләүсе шул ҡыуыш төбөндә тороп, илле йәки йөҙгә тиклем һанай. Шунан һуң эҙләй башлай. Әгәр берәүҙе тапһа, әҙләүсе уның исемен ҡысҡыра ла, югереп барып ҡыуышты емерә. У табылған уйнаусы йәшенмәй. Ҡалған уйнаусыларҙы эҙләгәндә, берәйһе аңғармаҫтан сығып ҡына ҡыуышты емерһә, тәүге табылған кеше ҡотола һәм ҡабат уйнай башлайҙар. Әгәр береһе лә ҡотҡара алмаһа, бөтәһе лә табылһа, тәүге табылған кеше эҙләүсе булып ҡала. Шунан һуң артабан уйнайҙар.

Йәшенмәк

Бер нисә бала был уйынды уйнауҙан алда шыбаға тотошалар. Иң аҫта ҡалған кеше эҙләргә тейеш була. Үҙ-ара һөйләшеү буйынса эҙләүсе иллегә йәки йөҙгә тиклем һанай, тик күҙен ҡаплай һәм бер урында ғына тора. Уйнаусылар был арала йәшенәләр. Әҙләүсе, һанап бөткәс, эҙләргә тотона. Кемде тәүҙә, икенсеһендә шул әҙләүсе була.

Шулай артабан дауам итәләр.

"Ҡыйғыр"

Уйнаусылар шыбаға тотошалар. Өҫкә сыҡҡан "ҡыйғыр" була, ә ҡалғандары "ҡаҙҙар" була...

Аралары илле — алтмыш метр булған өс урын билдәләйҙәр, йәғни "күл" була инде ул. Бер "күлдән" "ҡаҙҙар" (уйнаусылар), икенсеһенә осалар (югереп керәләр). Шул ваҡытта "ҡыйғыр" бер "ҡаҙ"ҙы тотоп ала алһа, ул тотолған "ҡаҙ" "ҡыйғыр"ҙың ярҙамсыһы була, икенселәрҙе тотоуҙа "ҡыйғыр"ға ярҙамлаша. Бөтә ҡаҙҙар тотолоп бөткәнгә тиклем бер "күлдән" икенсеһенә "осоп" йөрөйҙәр, һәр бер "күлдә" ял итеп алалар. Бөтә "ҡаҙҙар" тотолоп бөткәс, тәүге тотолған "ҡаҙ" "ҡыйғыр" булып ҡала һәм уйынды яңынан башлайҙар. Ҡайһы ваҡытта иң аҙаҡҡа ҡалған "ҡаҙҙы" "ҡыйғыр" итәләр.

Ҡаҙҙар (уйын)

Уйнаусы балалар араһынан береһен "әсәй" итеп, икеһен "бүре" итеп билдәләйҙәр. Әсәләре:

"Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ ҡаҙҙарым, барығыҙ, һыуға барып килегеҙ, бүренән ҡурҡмағыҙ, килеп сыҡһа, осоғоҙ ҙа китегеҙ", — тип, "ҡаҙҙарҙы" һыуға ебәрә. Ә "бүреләр" көтөп кенә яталар ҙа, "ҡаҙҙарҙың" юлына сығалар һәм уларҙы тотоу өсөн баҫтыра башлайҙар. Әгәр ҙә бер ҡаҙ тотолһа, ул "бүре"гә ярҙамлаша. "Ҡаҙ"ҙарҙың һыуҙан ҡайтыр ваҡытында "әсәй" кеше: "Ап-аҡ ҡына, мамыҡ ҡына, ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ "ҡаҙҙарым" ҡайтығыҙ", - тип ҡысҡыра. Ҡаҙҙар ҡайтыу юлына сығалар. Был ваҡытта "бүреләр" тағы ла уларҙың юлына сығалар һәм тота башлайҙар. "Ҡаҙҙар" тотолоп бөткәнсә, уйынды дауам итәләр. Уйынды ҡабат башлағанда тәү тотолған "ҡаҙҙар" "бүре" булып ҡалалар.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Балалар уйыны> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.239&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 19.02.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8