Йомаҡтар // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Йомаҡтар (Загадки)
Жанр: Загадка.
Место записи: БАССР, Баймакский район, д. Мукасово (не указано, какая из них: 1‑е или 2‑е).
Год записи: 1955 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 190.
Записано 31 июля 1955 года Хамитовой Ямилей от Якшимбетовой Мухтарамы. Возраст информанта не указан.

Йомаҡтар

Баймаҡ районы, Мокас ауылында йәшәүсе Якшимбетова Мөхтәрәмәнән 1955 йылдың 31 июлендә Хәмитова Йәмилә яҙып алған.

1. Бәләкәй генә аҡ тана, мөгөҙөм бар тип маҡтана. (Сәйнүк).

2. Атаһы ат еккәнсе, улы Мәскәүгә барып етә. (Төтөн).

3. Үҙе шарҙай, тәме балдай. (Ҡарбуз).

4. Ялт-йолт итә, ялмап йота. (Салғы).

5. Бабай ҡат-ҡат кейенгән, сисендерһәң иларһың (һуған).

6. Ишектән инә, түргә югерә. (Ел).

7. Еҙнәм атын менеп булмай, еҙ ҡамсыһын тотоп булмай. (Ай менән йыл).

8. Урмандан сығыр, түше сыбар. (Ҡуян)
Эпкәлшәр тотор (Мылтык)
Әпкәләй һуяр (Бысаҡ)
Оло катын бешерер (Ҡаҙан)
Кесе катын төшөрөр (Табаҡ)
Балалары ашап бөтөрөр. (Ҡалаҡ).

9. Ай күрҙе, ҡояш алды. (ысыҡ).

10. Таяҡ өҫтөндә табаҡ, эсендә мең егет. (Көнбағыш).

11. Ана бара, юлы юҡ. (Кәмә).

12. Бәләкәй генә бөкөрө, ялан ерҙе бөтөрҙө. (Ураҡ).

13. Әсәһе илле ҡат, ҡыҙы ҡырҡ ҡат кейенгән. (Мейес, усаҡ).

14. Өйөм башы ҡырсын таш. (Йондоҙҙар).

 

Ссылка на эту публикацию:

Йомаҡтар [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.242&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 19.09.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8