<Оҙон көйгә йырлана торған йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йырҙар (Песни).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Дуванский район, дд. Старохалилово, Новохалилово.
Год записи: 1958 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 195-196.
Записано Фахриевой. Имена и возраст информантов не указаны.

<Оҙон көйгә йырлана торған йырҙар>

Дыуан районы, Хәлил, Яңы Хәлил ауылдарынан 1958 йылда Фәхриева яҙып алды.

Башыңдағы кейгән фуражкаңдың
Димгел-димгел аҡ уҡаһы бар.
Илгә лә генә сыҡһаң, ай иркен бер,
Ил түрәһе булырға халҡың бар.

Баҫмаҫ инем, ай, был баҫҡыстарға
Баҫҡыстары баҙыян ағасы.
Йырламаҫ та инем был йырҙарҙы
Дуҫ-иштәрем донъя бәйәһе.

Беләҙекәйҙәрем, ай, бөгөлмә
Бөгөлмәнән килгән түгелме?
һөйәм генә һөйәм тип әйтәһең,
һөйөүҙәрең хәйлә түгелме?

Ағиҙелкәйҙәргә ауҙар һалдым,
Аҡ балыҡҡай менән саҙанға.
һеҙ дустарым кеүек булһа булыр
Мәскәү, Варшау һәм дә Ҡазанда.

Түңәрәкәй күлдә дүрт үрҙәк,
Береһе лә күлдең ситендә.
Бер ананан беҙ дүртәү инек,
Төрлөбөҙ төрлө сит илдә.

Мендем тауҙың биленә,
Ҡараным Ҡазан иленә.
Ҡазан илдәре бик йыраҡ,
Ҡайтармайҙар илемә.

Ҡарлығандан ҡара күҙҙәрең,
Бөрҙөгәндән ҡыҙыл йөҙҙәрең.
Бөрҙөгәндәй ҡыҙыл йөҙҙәреңде
Күреп туя алмай күҙҙәрем.

Еҙ самауырҡай эстәрендә
Күмләнеп ята бер күмер.
Уйнайыҡ та дуҫтар, әй көләйек
Ултырыуҡайҙары бер ғүмер.

Уяҙ ғына ерҙә, ай, төлкө уйнай,
Ҡалҡыу ғына ерҙә ел уйнай.
Аталарҙан ҡалған йәтим бала
Көн итеүкәйҙәрен көн дә уйлай.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Оҙон көйгә йырлана торған йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.248&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 27.05.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8