<Таҡмаҡтар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Таҡмаҡтар (Такмаки).>
Жанр: Такмак.
Место записи: БАССР, район и деревня не указаны (предположительно, северо-восточные районы РБ).
Год записи: не указан (предположительно, 1958‑59 гг.).
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 197-202.
Записано Имена фольклористов и информантов не указаны.

<Таҡмаҡтар>

Кем кемдән яҙып алғаны күрһәтелмәгән.

Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Гөлйөҙөм,
Шуның менән бөттө һүҙем,
Хат көтөп ҡалам үҙем.

Алғаҙының урамына
Теҙелеп үҫкән аҡ ҡайын.
Шул ҡайынға баҫып ҡарайым
һеҙҙе һағынған һайын.

Алһыу була, гөлыу була,
Йәй көнөндә таң атыу.
Яратамы, һөйәмен,
Мөмкин түгел аңлатыу.

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
һыу өҫтө күбек кенә.
һин бит минең яҡын дуҫтым
Күҙ нурым кеүек кенә.

Ай яҡтыһы бигерәк яҡты
Ултырып мәрйен теҙергә,
Үҙең киткәс, исемең ҡалды
Үҙәгемде өҙөргә.

Ҡул сәғәтем саф алтын,
һинең күңелең бик һалҡын,
һинең күңелең бик һалҡынға
Яна йөрәгем ут ялҡын.

Стеналағы сәғәтең
Минуты белән инде.
Күңелдәремә оҡшаның
Ғүмерлек булһын инде.

Алма тиләр, алма тиләр,
Алма түңәрәк була.
Аҡлы күлмәкләрен кейһә,
Яныйым күбәләк була.

Күк күгәрсен күккә менә,
Гөрөлдәшеп, һүҙ берләшеп.
Йоҡоларымдан уянам,
һинең менән һөйләшеп.

Самауырым еҙ генә,
Ҡайнар микән тиҙ генә.
Матур ҙа күп, сибәр ҙә күп,
Йән һөйгәнем һин генә.

Йәмне йәйҙәр үтеп китте,
Килмәҫ инде тиҙ генә.
һин дә ине һөйөр булһаң,
Хат яҙа күр тиҙ генә.

Ағиҙелдең яланы,
Бешһә лә асы баланы.
Әти-әни ник үҫтерә
Хәсрәт өсөн баланы.

Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Зөһөрә.
Мин һағынғандарҙы белеп,
һеҙҙең яҡтан ел өрә.

Күпер башы күк сәсәк,
Өҙөлөп ергә төшәһен.
Өҙөлөп-өҙөлөп әйткән һүҙең
һуңынан иҫеңә төшмәһен.

Быйыл ҡышлар бик буран,
Яныйым, шәлеңде уран.
һөйгән йәрең булмаһа
һине һөйгән мин булам.

Югереп сыҡтым, һикереп мендем,
Йәшел крандас арбаға.
Итем бөтөп, һөйәгем ҡалыр,
Белдермәмен анда ла.

Айбар үрҙә, мин түбән,
Түбән булһа ла күрәм.
Мәк сәскәһе ҡыҙыл-көрән,
Мин һине шулай күрәм.

Бергә-бергә йөрөгәндәрҙе
Күҙ алдыма килтерәм.
Рәхәт йәшәүеңде теләп,
һүҙләремде бөтөрәм.

Иҫә елдәр, иҫә елдәр,
Иҫә елдәр файҙаһыҙ.
Төндә төштәремдә күрәм,
Көндөҙ әллә ҡайҙаһыҙ,

һандуғастың балалары
Әрәмәләрҙә генә.
Бик һағынһам, ике күҙем
Тәҙерәләрҙә генә.

Ташла бәғерем, ташла, бәғерем,
Ташлайһыларың килгәс.
Мин һине шунда ташлармын,
Үлеп гүрләргә кергәс.

Уфанан килгән атларға
һалҡын һыу эсермәгеҙ.
Уф, йөрәкәйҙәрем яна,
Иҫемә төшөрмәгеҙ.

Ер еләге ерҙә булмай,
Түтәлдә булмаҫ инде.
Минең күңелем һиндә булмай,
Бүтәндә булмаҫ инде.

Беҙ урамды үткән сакта,
Күтәрелде томандар.
Донъя хәлен белеп булмай,
Хуш булығыҙ, туғандар,

Ағиҙелдән үрләп кенә
Йөҙәһең, үрҙәкәйем.
Сапҡан аттар ғына ярһый,
Ярһыма, йөрәкәйем.

Гармунсылар гармун уйнай,
Көйөн ота алмам инде.
һин онотһаң, оноторһоң,
Мин онота алмам инде.

Минең сәсем ете үрем,
Етенән үрмәһәм дә,
һин дуҫтымды онота алмам,
Ете йыл күрмәһәм дә.

Тәҙерәңде асыҡ ҡуйып,
Кемгә күлдәк киҫәһең.
Ҡашың кара, буйың зифа,
Кемдәр өсөн үҫәһең?

Ботинкаһы, ботинкаһы,
Ботинка тишектәре.
Беҙ барғанда асыҡ була
Клубтың ишектәре.

Бейек тауға менер инем,
Бейек туратым булһа.
Осоп барып күрер инем.
Осор ҡанатым булһа.

Ағиҙелгә төшә яҙҙым.
Тартманың беләгемдән.
Тамыр йәйгән гөлдәр кеүек,
Китмәнең йөрәгемдән.

Ағиҙелдәргә төшәйем,
Төшәйем, юғалайым.
Билдәреңә һары ҡайыш-
Тар булып уралайым.

Ал булғандарым артыҡ,
Гөл булғандарым артыҡ.
Байкал күлдәренә төшөп
Юғалғандарым артыҡ.

Ҡара бөҙрә сәстәремде
Тараным - үрә алманым.
Тауға менеп, ташҡа баҫып,
Ҡараным - күрә алманым.

Тракторҙың уң яғыңда
Корбираторҙары бар.
Ялындырма, бәғеркәйем,
һинән матурҙары бар.

Ағиҙелдең аръяғында
Ҡайындар ҡуштыр әле.
Ҡайһығыҙ дошман булһа ла,
Ҡайһығыҙ дустыр әле.

Югереп төштөм үҙәккә,
Ике бөртөк еләккә.
Береһен алдым, береһен ҡаптым,
Янып барған йөрәккә.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Таҡмаҡтар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.249&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 24.09.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8