< Таҡмаҡтар > // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Таҡмаҡтар> (Частушки).
Жанр: Частушка.
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Идрисово.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 62-70.
Записано студентками Р. Галимовой и К. Насыровой от Закировой Янифы Фасхетдиновны.

< Таҡмаҡтар >

Салауат районы, Идрис ауылы Закирова Йәнифә Фәсхетдин ҡыҙынан (60 йәштә) Р. Ғәлимова һәм К. Насырова яҙып алдылар.

Ҡайһы тауҙа йөрөй икән,
Минең ебәргән атым.
Үҙем кеүек һөйләр микән,
Минең ебәргән хатым.

Баҫыуҙарҙы сыҡҡан саҡта
Өҙөп алдым бер ҡуҙаҡ.
Китеүҙәре тиҙ булһа ла,
Ҡайтыуҙары бик оҙаҡ.

Шәлем көрән, шәлем көрән,
Шәл яулығым да көрән.
Күкрәгемдә йәнем нисек,
Мин һеҙҙе шулай күрәм.

Ай яҡтыһы, ай яҡтыһы,
Яртыһы ҡар яҡтыһы.
Бигерәк әрәм үтте инде
Йәш ғүмерем яртыһы.

Жәй көннәре ябынырға
Ҡара селтәр шәлем юҡ.
Һеҙ дуҫтарым янда булғас,
Бер йырламай хәлем юҡ.

Ауырый башым, ауырый башым,
Мендәр һалыр хәлем юҡ.
Утҡа һалыусылар була,
Тартып алыусылар юҡ.

Ташҡа баҫҡас ҡына белдем
Таштың һалҡын икәнен.
Айырылғас ҡына белдем
Башым ялғыҙ икәнен.

Ағиҙелғә төшә яҙҙым
Тотманың беләгемдән.
Тамыр йәйгән гөлдәр кеүек
Сыҡманың йөрәгемдән.

Уйыл Иҙел, уйыл Иҙел,
Текә ярҙарың менән,
Һин уйылһаң мин төшөрмөн
Ғәзиз яндарым менән.

Аптыраным боланға
Һырты шыма булғанға.
Ултыра торғас йырла бейәм,
Дуҫтар янда булғанда.

Эй, дуҫ киҫәк, дуҫ киҫәк,
Икәүебеҙ бергә булһаҡ.
Икәү бергә булыр инек,
Ҡош булып осоп йөрөһәк.

Бейек тауҙың башында
Айырым-айырым түтәлдәр.
Беҙ айырылдыҡ ҡыйын булды,
Айырылмаһын бүтәндәр.

Мин барманым Уфаларға
Дуҫҡайым ғына барҙы.
Айырылып ҡалаһың тигән
һүҙҙәре генә ҡалды.

Мә, бирәйем яулығымды,
Ябын яулыҡайыңды.
Кемдәрҙән күреп һорайым
һинең һаулыкайыңды.

Быйыл жәйләр үтеп бара
Ултыр алманым арбаға.
Былай булаһыңды белһәм,
Ташлар инем дарьяға.

Орсоҡ ирләйем, орсоҡ ирләйем,
Үҙемә түгел, кешегә.
Эс серемде һөйләр инем,
Үҙем кеүек кешегә.

Тәҙрәм асып ҡараниһәм
Төлкө уйнай сабында.
Бер ҡайғым да булмаҫ ине
Үлһәм сабый сағымда.

Ағиҙел күперҙәре,
Күперҙән үтеүҙәре.
Әммә ҡыйын була икән
Айырылып китеүҙәре.

Ҡыш та йәшел, йәй ҙә йәшел
Шыршы тигән бер ағас.
Ул ниңә йәшел булмаһын,
Бер ҡайғы ла күрмәгәс.

һары матур, һары матур,
һары матур ҡайырға,
Икебеҙ ике илдәрҙә
Ихтимал һағынырға.

һандуғастың һайрауына
Килә йылаһыларым,
Төштәремә лә кермәне
Былай булаһыларым.

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
һандуғастар уяна.
Уяна ла һайрай башлай,
Шунда булам диуана.

Ҡышҡа керһәң шуныһы рәхәт
һыу өҫтөнә боҙ туңа.
Ниндәй жырлар жырлыйм икән
һеҙ ҡәҙерле дуҫтыма.

Югерә-югерә еләк йыйҙым
Баҫып торам ялан жирҙәргә.
Ниңдәй генә жырлар жырлим икән
һеҙҙең кеүек аҫыл ирҙәргә.

Уфа менән Мәскәү күренер микән,
Баҫҡыстарға баҫып ҡараһам.
Үткән ғүмерем кире әйләнер микән,
һандуғастар булып һайраһам.

Ал яулығым төшөп ҡалды,
Йылға буйында ла юҡ.
һинең өсөн өҙөлө эсем,
һинең уйыңда ла юҡ.

Талъянский гармундың
Көйөн оталмам инде.
һин ҡайтырһың, оноторһоң,
Мин оноталмам инде.

Һанаһаң, һанамаһаң да
Гармун теле ун ике.
Бергә саҡта йырлап ҡалиҡ,
Был ғүмер килмәй ике.

Сыға болот, яуа ямғыр,
Китһен урман буйына,
Һеҙҙең, беҙҙең был ултырыу
Китһен ғүмер буйына.

Ағиҙелде иңдәп, буйлап
Йөҙөрһөң үрҙәкәйем.
Ҡайғыларға өйрәнгәнһең
Түҙерһең йөрәкәйем.

һибелә сәсем, һибелә сәсем,
һибелә сәсем тарала,
Йә уттарҙан, йә һыуҙарҙан
Бер хоҙайым үҙең арала.

Күк күгәрсен күктән төшә,
Гүҙерҙәтеп гөрләтеп.
Татлы йоҡомдан уянам
һеҙҙең менән һөйләшеп.

һибелә сәсем, һибелә сәсем,
һибелә сәсем дауылға.
Ултыра торғас йырлайым
Хәсерәтем ауырға.

Аҡлы ситса күлмәгемдең
Яғаларын кем уйған.
Исемең матур кемдәр ҡуйған,
һине күреп кем туйған.

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Ҡыбыланан ҡош килә.
Ҡошка ҡарап һеҙҙе уйлап
Күҙҙәремдән йәш килә.

Баҡса эсләрендә бер емеш бар,
Көнгә әйләнеп үҫә көнбағыш.
Минең генә йырлап йыл ауыма
Диуаналар булды ғәзиз баш.

Беҙҙең мәсет таш күтәрмә
Керһәң ине эсенә.
Инде күрешеүҙәр бөттө
Керһә керер төшөмә.

Ҡулымдағы балдағымдың
Исеме матур Самат.
Мин дә былай булмаҫ инем
Айырҙы военкомат.

Эстинаҙағы сәғәттең
Күтәреп ҡуй герҙәрен.
Үлһәм дә һеҙҙе эҙләрмен
Тар булмаһа гүрҙәрем.

Эстинаҙа ике сәғәт,
Береһе һуға, береһе уйнай.
Әллә ниңә күңелдәрем
Гел генә һеҙҙе уйлай.

Аҡҡош күрһәң атып ал,
Былбыл күрһәң һатып ал.
Һағынғанда бер йырларһың
Был йырымды отоп ал.

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Йәшәргән һуғандарым,
йәшәргән һуғандар кеүек
Йәшәгеҙ туғандарым.

Аҡ шәл яулығым йыуҙым,
Аҡмай һыуҙар аҡһа ла.
Әллә дуҫтым үҫкәнһеңме,
Гөлдәр сәскән баҡсала.

Аҡлы ситса күлмәгемдең
Таба алманым иштәрең.
Ай дуҫтарым бөгөн бергә,
Айырылғастын нишләрмен.

Аҡ алъяпҡыстарым быуып,
Үҫкән инем ҡыҙ булып.
Әллә ағып китәйем микән,
Ағиҙелдә боҙ булып.

Ағиҙелдәр аға- аға
Нигә тулмаған икән.
Ҡуштарҙа ҡул, беҙҙә ҡанат
Ниңә булмаған икән.

Лимон һары, лимон һары,
һарғайҙым лимон кеүек.
Мин һарғайҙым лимон кеүек,
Булмағыҙ минең кеүек.

Бәләкәй генә һалҡын шишмә
Туңа торғандар инде.
һәр кемдә лә бер үкенес
Була торғандыр инде.

Алма алырһың, алданырһың
Алмалар бешкән саҡта,
һағынырһың, һарғайырһың
Иҫеңә төшкән сакта.

Кәкүк ҡысҡыра таллыҡта,
Таллыҡта ҙа түгел талдыҡта
Ашау ғына эсеү түгел байлыҡ
Бары ҙа ғына тора һаулыҡта.

Әтәс ҡысҡыра теҙеп,
Кәкүк ҡысҡыра өҙөп.
Кәкүк ҡысҡырғанда өҙөп,
Нисек торорһоң түҙеп.

Эйелә-бөгөлә шалун килә
Тейәгәндәр май ғына,
Беҙҙең кеүек айырым йәшәй
Ҡояш менән ай ғына.

Ай янында яҡты йондоҙ
Бер генә түгел әле.
Беҙҙең кеүек бәхетһеҙҙәр
Беҙ генә түгел әле.

Ер еләге ерҙә булмай,
Түтәлдә булмаҫ инде.
Күңелдәрем һеҙҙә булмай,
Бүтәндә булмаҫ инде.

 

Ссылка на эту публикацию:

< Таҡмаҡтар > [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.25&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8